Эстәлеккә күсергә

Сарлаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сарлаҡтар
Larus ridibundus
Аҡсарлаҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Laridae


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176802
NCBI  8910
EOL  8001

Сарлаҡтар (лат. Laridae) — диңгеҙ киңлектәрендә йәки эске һыу ятҡылыҡтарында тереклек итеүсе ҡоштар. 88 төрө билдәле. : күл аҡсарлағы (Larus ridibundus), көмеш аҡсарлаҡ (Larus fuscus) һ.б. Һыулыҡтарҙа (һыуһаҡлағыс, йылға, күл, быуаларҙа) тереклек итә. 9 төрө күсенеү ваҡытында ғына күренә, 8 төрө оя ҡора. Тығыҙ тәнле, йоморҡа һымаҡ, оҙонлоғо 17-нән алып 55 см-ға, ауырлығы 55 г -дан 800 г -ға ҡәҙәр. Ҙур коштар араһында аҡ, һоро, ҡара төҫтәгеләре күпселекте тәшкил итә.

Томшоғоы тура, яндан ныҡ кыҫылған һәм осо ырғаҡтай кәкере. Оҙаҡлап осоу өсөн яйлашҡан оҙон ҡанатлы. Ҡойрығо киң, ҡыҫҡа. Яхшы йөҙә. Ҡаурыйҙары тығыҙ, һыуға сыланмай. Утрауҙарҙа оя ҡора . Ояларын кипкән ҡуралар араһында йәки түмгәктәрҙә яһайҙар. Ояла 2-3 һарғылт-йәшел йәки ҡыҙғылт-көрән йоморҡа була. Ата һәм инә аҡсарлаҡ коштар улар өҫтөндә ултырып бәбкә сығара. Күбеһенсә балык, шулай ук бөжәк, баҡа, моллюсклар менән туҡланалар.