Аҡ сәскә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ сәскә
Нивяник обыкновенный
Нивяник обыкновенный. Веллингтон, Новая Зеландия
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Астра сәскәлеләр
Ғаилә: Астралар
Ырыу: Аҡ сәскә
Төр: Аҡ сәскә
Латинса исеме
Leucanthemum vulgare Lam. (1779)
ITIS 37903
NCBI 99072

Аҡ сәскә (лат. Leucanthemum) — астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ һәм Урта Европаның таулы райондарында таралған. Башҡортостанда ябай аҡ сәскә үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағының бейеклеге 20—60 см, ғәҙәттә төҙ, ябай, яңғыҙ. Япрағы бөтөн, ситтән киртләсле‑тешле; тамыр яны япрағы — оҙон һаплы, оҙонсанан алып кире йомортҡа формалыға тиклем, һабаҡ япрағы — ултырма, оҙонса ҡыяҡ, сиратлы. Кәрзинкәһенең тел япраҡлы сәскәләре аҡ, эре, көпшәле сәскәләре — һары, ваҡ. Кәрзинкәһе яңғыҙ, һирәгерәк 2—5‑әр, оҙон һаплы. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сентябрҙә өлгөрә.

Ябай аҡ сәскә. К. А. М. Линдман «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация
Алғы планда аҡ сәскәнең сәскәлеге үҙәге

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болонда, баҫыуҙа, ҡыуаҡлыҡта үҫә; Башҡортостандың бөтә биләмәһендә таралған.

Файҙаланылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Декоратив үҫемлек (эре сәскәле һәм ялбыр формалары үҫтерелә), баллы үҫемлек. Составында кумариндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 5. Ч. 2. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1981. — С. 472.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. Иллюстрированный определитель растений Средней России. — М.: Т-во научных изданий КМК, Ин-т технологических исследований, 2004. — Т. 3. — С. 457. — ISBN 5-87317-163-7.
  • Ботаника. Энциклопедия «Все растения мира»: Пер. с англ. (ред. Григорьев Д. и др.) — Könemann, 2006 (русское издание). — С. 519—520. — ISBN 3-8331-1621-8.
  • Felicity Barringer. Wildflowers Find Favor With Highway Gardeners. Статья в New York Times. 29 августа 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]