А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы
А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1925 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Максим Горький |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кировский район[d] |
Урынлашҡан урамы | Площадь Стачек[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Архитектура стиле | конструктивистская архитектура[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | list of cultural heritage monuments in Kirovsky District, Saint Petersburg[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Рәсми сайт | gorkogo.spb.ru |
А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы Викимилектә |
А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы (башта Мәскәү-түбәнге Нарва мәҙәниәт йорто) — Ленинградтағы беренсе мәҙәниәт йорто,1925—1927 йылдарҙа архитекторҙар А. И. Гегелло һәм А. И. Дмитриев тарафынан архитектор Л. Кричевский һәм В. Ф. Райлян ҡатнашлығында[2] конструктивизм стилендә төҙөлә.
Санкт-Петербургтың Киров районындағы 4-се номерлы йортта, Стачка майҙанында, «Нарвская» метро станцияһы янында урынлашҡан.
Тарих һәм хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылдың 7 ноябрендә Октябрь революцияһының унынсы йыллығына (Октябрҙең 10-йыллығы исемендәге мәктәп менән бер көндә) асыла. А. М. Горький исеме 1929 йылдың 8 июлендә бирелә, тантанаһында яҙыусы шәхсән үҙе ҡатнаша.
1937 йылда проект авторы А. И. Гегелло Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә «Гран-при» яулай. 1978 йылда М. Горький исемендәге мәҙәниәт йорто Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Әлеге ваҡытта популяр театр-концерт майҙансығы булып ҡала (залдың һыйҙырышлылығы 2200 урын). Бинала түңәрәктәр һәм ижади коллективтар эшләй, улар менән етәкселек итеүгә төрлө йылдарҙа билдәле белгестәр йәлеп ителә. Атап әйткәндә, 1946—1949 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт йортоноң һынлы сәнғәт студияһын рәссам С. И. Осипов етәкләгән.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мемориаль таҡтаташтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленинград профессиональ союздарының өлкә советы
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы
- 1905 йылдың 9 ғинуарында бында Нарва ҡапҡаһы янында эшселәрҙең ҡаны ҡойолған. Батша хөкүмәте Ҡышҡы һарайға үҙҙәренең мохтажлығы тураһында петиция менән йүнәлгән эшселәрҙең тыныс парадын ата.
- 1941 йылдың 30 июненән 10 июленә тиклем был бинала Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан халыҡ ополчениеһының 1-се дивизияһы төҙөлә.
- Был һарайҙың сәхнәһендә 1976—1987 йылдарҙа СССР-ҙың халыҡ артисы Аркадий Райкин сығыш яһаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Официальный сайт ДК им. Горького. История . Архивировано 19 апрель 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кириков Б. М., Штиглиц М. С. Архитектура ленинградского авангарда. Путеводитель. — СПб.: Коло, 2009. — 312 с. — ISBN 978-5-901841-49-5.
- Курбатов Ю. И. Петроград — Ленинград — Санкт-Петербург: Архитектурно-градостроительные уроки. — СПб.: Искусство-СПб, 2008. — С. 34. — ISBN 978-5-210-01622-5.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авангард в архитектуре Ленинграда