А. П. Чехов һәйкәле (Таганрог)
Һәйкәл | |
А. П. Чеховҡа һәйкәл
| |
А. П. Чехов һәйкәле, 2006 г. | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Ҡыҙыл майҙан (Таганрог) |
Скульптор | Рукавишников Иулиан Митрофанович |
Төҙөлгән ваҡыты | 1960 йыл |
А. П. Чеховҡа һәйкәл Викимилектә |
А. П. Чехов һәйкәле — Таганрог ҡалаһының Ҡыҙыл (элекке Александровский) майҙанындағы Чехов исемендәге скверҙа Рәсәй яҙыусыһы Антон Павлович Чеховҡа 1960 йылда ҡуйылған һәйкәл. Авторы — скульптор Иулиан Митрофанович Рукавишников[1].
Һәйкәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульптура авторы — Иулиан Митрофанович И. М. Рукавишников, СССР художестволар Академияһының мөхбир ағзаһы, РСФСР халыҡ рәссамы, Ленин комсомолы премияһы лауреаты, пьедестал — архитектор Г. А. Захаров эше[1]. Скульптура өлөшөнөң бейеклеге — 3 м, пьедестал бейеклеге — 3 м 15 см. Фигура ленинград заводы "Монументскульптура"ла ҡойолған[1]. Гранитные плиты для пьедестала были присланы Мытищинским заводом[1].
Заманы өсөн яҙыусының ҡиәфәтен ошолай итеп художестволы асып биреү үҙенсә бер ҡыйыулыҡ менән айырылып тора: Антон Чехов, үҙенең тыуған урамына йөҙөн бороп, ҡулына китап тотоп, таш өҫтөндә ултырған йәш кеше булараҡ һүрәтләнгән.
РСФСР Министрҙар Советының 1974 йылдың 4 декабрендәге 624-се ҡарары менән А. П. Чехов һәйкәленә Рәсәйҙең федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусы бирелгән.
Һәйкәлде булдырыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чехов һәйкәлен булдырыу идеяһы батша Рәсәйе осоронда уҡ барлыҡҡа килгән була. 1904 йылдың июлендә бер төркөм Таганрог халҡы үҙҙәренең күренекле яҡташына һәйкәл булдырыуҙы һорап яҙылған хатҡа ҡултамғалар йыйыу тураһында тәҡдим менән ҡала думаһына мөрәжәғәт итә һәм шул уҡ ваҡытта тәүге ярҙамды ҡабул итеү ҙә ойоштора.
Таганрогта А. П. Чеховҡа һәйкәл төҙөү тураһында ҡарар 1910 йылдың 18 июнендә ҡабул ителгән. Шул уҡ йылда Батша ғали йәнәптәренең һәйкәл төҙөү маҡсатында бөтөн Рәсәй буйынса ярҙам йыйыу тураһында рөхсәте бирелгән, һәйкәл төҙөү өсөн ярҙам йыйыусы һәм уны проектлаусы комитет булдырылған. Комитет составына М. М. Андреев-Туркин, И. Я. Шамкович, А. Б. Тараховский, В. М. Чехов һ. б. ингән[2].
Архитектор Ф. О. Шехтель комитеттың почётлы ағзаһы итеп һайланған. Комитет ағзалары рус йәмәғәтселегенә «башланып торған ҙур эшкә ихлас ҡараш менән яуап бирергә кәрәк. Кем туған әҙәбиәтебеҙҙе ярата, шул Чехов һәйкәлен төҙөүгә ярҙамға килһен <…> Чеховҡа һәйкәл төҙөү бөтөн Рәсәйҙең теләгенә яуап бирәсәк» тигән мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Ҡултамға йыйыу биттәре А. Б. Тараховскийҙың Таганрог типографияһында баҫылып, унда хәйриә ярҙамы биреүселәрҙең фамилиялары һәм һәр береһе биргән ярҙам суммаһы күрһәтелгән булған. Аҡса ярҙамы күрһәтеүселәрҙең исемдәрен урындағы гәзит биттәрендә баҫып сығарыу планлаштырылған. Таганроглыларҙың үтенесенә Рәсәйҙең күп ҡалаларынан яуап биргәндәр, мәҫәлән, шағир К. Бальмонт һәйкәл төҙөүгә Таганрогтың Йәмәғәт йыйылышы залында һөйләгән «Шиғриәт тылсым һымаҡ» лекцияһынан йыйылған аҡсаһын күсергән.
1920 йылдың 1 ғинуарына был маҡсат өсөн 8822 һум 60 тин аҡса йыйылған. Әммә 30-сы йылдар уртаһына саҡлы һәйкәл тураһында иҫкә алмағандар. 1934 йылдың июлендә, Чеховтың вафатына 30 йыл иҫтәлегенә бағышланған ҡала әҙәби кисәһенә йыйылғанда, А. П. Чеховтың 75 йыллыҡ юбилейына арнап, яҙыусыға Таганрогта һәйкәл ҡороуҙы иғлан иткәндәр[2].
1935 йылдың ғинуарында «үҙәк ойошмаларҙың ҡарары менән Чеховтың тыуған көнөн Таганрогта үтәсәк ижтимағи-мәҙәни сара тип иғлан иткәндәр» һәм ул май айына күсерелгән. Байрам тантаналарында Чехов һәйкәленә нигеҙ һалыуҙы планға ҡуйғандар.
Рус совет скульпторы Н. А. Андреевтың һәйкәл проекты ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейына ҡуйылған.
Шул йылдың 31 майында Чехов исемендәге скверҙа һәйкәлгә нигеҙ һалыу тантанаһы булған. Уның тәүге нигеҙ ташын яҙыусының апаһы М. П. Чехова һалған. Тик шулай ҙа, утыҙынсы йылдарҙа һәйкәл ҡоролмай ҡалған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Чеховтың вафатына 40 йыл тулыу айҡанлы, СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Мәскәүҙә һәм Таганрогта Чеховҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. 1944 йылдың 15 июлендә дошмандан азат ителгән Таганрогтың Чехов скверында яҙыусының «Ҡыҙыл ҡаҙансы» заводында ҡойолған бронза бюсы ҡуйылған[1].
Был бюст 1935 йылда «Чехов йорто» музейында ҡуйылған скульптор Вера Георгиевна Г. Морозованың яҙыусы гипс бюсы копияһы булып торған[3]. Бронза бюсы Ҡыҙыл майҙанда 1960 йылға саҡлы, уның урынына Иулиан Митрофанович|И. М. Рукавишниковтың бронза һәйкәле ҡуйылғансы, торған[1].
Чеховҡа яңы һәйкәл төҙөү проектына конкурс иғлан ителгән. Был конкурстың һөҙөмтәләре халыҡҡа еткерелмәгән. СССР Мәҙәниәт министрлығы 1955—1956 йылдарҙа тағы бер конкурс иғлан итә. Әммә был конкурс та һөҙөмтәһеҙ үткән. Өс йылдан һуң Мәскәүҙә яңы конкурс иғлан ителгән. Жюри хөкөмөнә 30-ҙан артыҡ эш сығарылған. Монументаль скульптура буйынса Художество советы, тәҡдим ителгән бөтөн эштәрҙе лә өйрәнеп, иң яҡшы дүрт эште айырып алған, һәм шулай уҡ Таганрогҡа талантлы йәш скульпторҙар И. М. Рукавишников һәм Ф. Д. Фивейский эшләгән ике проекты тәҡдим иткән.
20 марттан 30 мартҡа саҡлы Таганрог крайҙы өйрәнеү музейында проекттың һайлап алынған дүрт иң яҡшы эше һәр яҡлап тикшереүгә (обсуждение) ҡуйылған. Музейға килеүселәр үҙҙәренең иҫкәрмәләрен һәм теләктәрен баһалау китабына теркәп ҡалдырған. Таганрог халҡының күпселеге скульптор И. М. Рукавишников һәм архитектор Г. А. Захаров проекты буйынса ыңғай фекер әйткән. Һәйкәлде Чеховтың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә Чехов скверына ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр.
1960 йылдың 29 ғинуарында һәйкәлде асыу тантанаһы булған[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог һәйкәлдәре
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Киричек М. С. Чехову памятник (Красная площадь) // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: А— 2нтон, 2008. — С. 795. — ISBN 978-5-88040-064-5.
- ↑ 2,0 2,1 ЧЕХОВСКИЕ МЕСТА В ТАГАНРОГЕ . tgliamz.ru. Дата обращения: 7 февраль 2017.
- ↑ Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 47. — ISBN 978-5-9901455-3-5.
- ↑ Фоминых Н. К вопросу о памятнике Чехову // Вехи Таганрога. — 2004. — № 20.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памятник А. П. Чехову на сайте «Экскурсия по чеховским местам Таганрога» 2008 йыл 9 май архивланған.
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110065000 |
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был скульптура тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |