Эстәлеккә күсергә

Байдичэн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байдичэн
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Фэнцзе[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Янцзы
Мираҫ статусы Охраняемые памятники КНР[d]
Карта
 Байдичэн Викимилектә

Байдичэн (ҡыт. ябайл. 白帝城, пиньин: Baidicheng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Чунцин ҡалаһының көнсығышында Фэнцзе өйәҙендә Янцзы йылғаһының төньяҡ яр буйында Байди тауында урынлашҡан замок һәм ғибәҙәтхана комплексы. Өйәҙ хакимиәтенән 8 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Байдичэн ҡытай теленән тәржемә иткәндә «Аҡ император ҡалаһы» тип аңлатыла. Ғибәҙәтхана комплексына 500-ҙән ашыу тупһалы баҫҡыс алып бара. Бында Өс тарлауыҡ башлана. VII быуатта Тан династияһы хакимлыҡ итеү осоронда ҡытай шағиры Ли Бо был урынға үҙенең билдәле шиғырын бағышлап яҙғандан һуң, был ғибәҙәтхана комплексы бөтә Ҡытайҙа танылыу ала.

Беҙҙең эраның I быуатында Көнбайыш Хань династияһының хакимлыҡ итеүе осоронда Байдичэн урыны үҙ атамаһын ала. Риүәйәттәргә ярашлы, амбициоз юлбашсы Гунсунь Шу был урында үҙенең төшөндә ҙур аҡ аждаһаны (драконды) күрә. Был төштө ул Күк йөҙөнөң фәтихә биреүе һымаҡ тәфсир итә һәм үҙен яңы император итеп иғлан итә, ә ошо урынға Аҡ императорҙың ҡалаһы тип исем бирә. Әммә Гунсунь Шу тиҙҙән Гуан У-ди (Лю Сю) тарафынан үлтерелә, ул һуңыраҡ Көнсығыш Хань династияһының нигеҙләүсеһе булып китә. Император-юлбашсы иҫтәлеге хаҡына төбәк халҡы бында ғибәҙәтхана төҙөйҙәр һәм уны Аҡ император ғибәҙәтханаһы тип атайҙар.

Беҙҙең эраның 220 йылында Байдичэнда Өс батшалыҡ дәүерендәге Шу хакимы Лю Бэй үҙенең үлеме алдынан тәхеттән баш тарта һәм уны вариҫына тапшыра, ә вариҫы эргәһендә талантлы беренсе министр Чжугэ Лянды ҡалдыра. Риүәйәт буйынса беренсе министр Чжугэ Лян ошо урындан йондоҙҙарҙың хәрәкәтен күҙәткән һәм Ҡытайҙы берләштерергә ниәтләй.

Байдичэн замогының төп ҡаралтылары XVII быуатта төҙөлә. Унан алда

Основные строения замка были построены в XVII веке. Башта Байдичэн замок һәм ғибәҙәтхана комплексы Янцзы йылғаһының төньяҡ яр буйындағы ярымутрауҙа урынлашҡан, әммә «Өс тарлауыҡ» быуаһы һәм электростанцияһы төҙөлгәндән һуң, был урында утрау барлыҡҡа килә, ул материк менән Янцзы йылғаһы аша һалынған күпер ярҙамында тоташа.

Байдичэн замок һәм ғибәҙәтхана комплексы шулай уҡ «шағирҙар ҡалаһы» булараҡ билдәле, сөнки күп кенә ҡытай шағирҙары — Ли Бо, Бо Цзюйи, Лю Юйси, Су Ши, Хуан Тинцзянь, Фань Чэнда, Лу Ю һәм башҡалар Байдичэнға арнап шиғырҙар ижад итә, ә Ду Фу хатта бында күмпелер ваҡыт йәшәп өлгөрә.

Аҡ император ҡалаһы шулай уҡ Суй, Юань, Мин һәм Цинь династиялары хакимлыҡ итеү осорона ҡараған етмеш дүрт таш скрижалдәрҙең һаҡлау урыны булып тора, уларҙа шиғырҙар, эссе, йырҙар, һүрәттәр һәм каллиграфия уйылып яҙылған.

Байдичэн замок һәм ғибәҙәтхана комплексы Чунцин ҡалаһының туристик иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. 2006 йылда Байдичэн замок һәм ғибәҙәтхана комплексы 6-692 һаны аҫтында Ҡытай Халыҡ Республикаһының ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.