Ду Фу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ду Фу
Портрет
Тыуғас бирелгән исеме:

ҡыт. 杜甫

Эшмәкәрлек төрө:

шағир, яҙыусы, каллиграф

Тыуған көнө:

712[1][2][…]

Тыуған урыны:

Ҡытай, Гунъи[d]

Ил:

Тан династияһы

Вафат булған көнө:

770[1][2][…]

Вафат булған урыны:

Ҡытай, Хэнань[d], Tanzhou[d]

Commons-logo.svg Ду Фу Викимилектә

Ду Фу (712—770) — Тан дәүере ҡытай шағиры. Икенсе исеме Цзымэй.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хэнандә тыуған. Йәш сағында Ҡытайҙың төрлө урындары буйлап күп сәйәхәт итә. Баш ҡалаға килеп, һарай ҡарамағында бәләкәй вазифа ала. Ань Лушань фетнәһе ваҡытында, император ярандары менән бергә баш ҡаланан ҡаса, уның ғаиләһе Чанъандә тороп ҡала, һәм Ду Фу уларҙан оҙаҡ бер ниндәй ҙә хәбәр алмай. Сыуалыштар баҫтырылғандан һуң, ул императорға яҡынайтыла. 757 йылда Ду Фу йәш император Суцзундың кәңәшсеһе булып китә, уға хатта императорҙы тәнҡитләү хоҡуғы бирелә, әммә был хоҡуҡ менән файҙаланыу менән, уны төрмәгә ябалар. Был эште тикшергән комиссия уны ғәйепһеҙ тип таный һәм император уның тупаҫлығын ғәфү итеп вазифаһын ҡайтара.

Әммә 759 йылда хеҙмәтенән китә һәм Чэнду ҡалаһы ситендә дүрт йыл дауамында бер үҙе бәләкәй өйҙә йәшәй. 765 йылда ғаиләһе менән бергә көньяҡҡа Янцзы түбәнге ағымына күсә. Янцзы йылғаһы буйлап сираттағы сәйәхәте ваҡытында үҙенең кәмә-джонкаһында вафат була.

Ҡытайҙың бөйөк шағирҙарының береһе, бигерәк тә бөтә ҡытай халыҡтарының ғазаптарын үҙенең әсе яҙмышы менән тиңләштергән шиғырҙары өсөн баһаланған.

Ли Бо менән оҙайлы һәм яҡын дуҫтар булғандар. Уларҙы йыш ҡына ҡытай шиғриәтенең ике иң бөйөк даһилары тип телгә алалар. Традицион ҡытай әҙәбиәт ғилемендә Ду Фуға «шишэн» («священномудрый пиит») титулы бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бежин Л. Е. Ду Фу. — М.: Мол. гвардия, 1987. — 271 с. (Жизнь замечательных людей. Вып. 5(674).)
  • Скребков Афанасий Ду Фу — М.: ОГИ, 2012. — 296 б. — ISBN 978-5-94282-658-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]