Баймырҙин Ринат Маргиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баймырҙин Ринат Маргиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 17 декабрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёрлыҡ оҫталығы
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Баймырҙин Ринат Маргис улы (17 декабрь 1981 йыл) — артист. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ринат Маргис улы Баймырҙин 1981 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.

1987—1997 йылдарҙа Әбйәлил районының Буранғол ауылындағы урта мәктәптә белем ала. Таштимер һөнәрселек училищеһын (1997—1999 йылдар) тамамлағас, Амангилде совхозында эшләй. 2000 йылда Сибай сәнғәт училищеһына уҡырға инә. 2002—2007 йылдарҙа М. С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында кино актеры һөнәренә уҡый. Уны тамамлағас, шул уҡ йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.

Ринат Маргис улы Баймырҙин 2008—2009 йылдарҙа хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, шул уҡ театрҙа эшлә-ен дауам итә.

Спектаклдәрҙә уйнаған ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға: Моҡаш
  • Ай тотолған төндә: Күмәк сәхнәләрҙә
  • Серле көршәк: Язалаусы
  • Эдип батша: Эдип һуҡырайғанға саҡлы, Эдипҡа тиклемге хаким Лай
  • Ҡара йөҙҙәр: Ғәйфулла
  • Итекле бесәй: Өлкән ағай , ҡала кешеһе, һаҡсы
  • Ҡаһым түрә: Аҡъегет
  • Йософ һәм Зөләйха: Райан
  • Хыялға ҡаршы: Саша, 2-се малай, 2-се ҡыҙ
  • Баллы, тирәкле Балтирәк: Илья
  • Алтын асҡыс — Rемаке: Карабас-Барабас
  • Сыңғыҙхандың аҡ болото: Мөсөк
  • …Ат уйнатып алдан бара…: Таһир Күсимов
  • Амеля: Исхаҡ, Батыр
  • Зөләйха күҙҙәрен аса: Мортаза Вәлиев
  • Урал батыр: Урал
  • Иң бәхетле төн: Сит кеше, Актёр
  • Прометей: Күмәк сәхнәләрҙә
  • Мираликундия. Серле гиппопотам: Жираф
  • Ҡоҙаса: Әхмәт[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ринат Баймурзин — актёр — биография — российские актёры Ринат Баймурзин