Бакуриани курорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бакуриани (груз. ბაკურიანი) — Грузияның Самцхе-Джавахет крайы Боржоми муниципалитетына ҡараған ҡала тибындағы ҡасаба. Халыҡ һаны — 1879 кеше (2014).

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасаба Боржоми автомобиль һәм тар тимер юл колеяһы менән бәйләнә.Триалетский һыртының төньяҡ битләүендә диңгеҙ кимәленән яҡынса 1700 м бейеклектә урынлашҡан тау саңғыһы курорты.

Боржоми менән бергә 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәрергә дәғүә итте. Ҡасаба шулай уҡ үҙенең минераль сығанаҡтары һәм Грузия фәндәр академияһының ботаник баҡсаһы менән билдәле. Бакуриани янында андезит ятҡылығы урынлашҡан, һәм уның тирәләй Бакуриан Андезиты ҡасабаһы үҫеп сыҡты. Ҡышҡы саңғы курорты Бакуриани — Тбилисиҙан 180 км көнбайышта Боржом тарлауығында, Кавказ тау һырттары уратып алған ерҙә урынлашҡан ҡышҡы курорт.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бакуриан тауҙары түбәләренән Боржом сығанағы баш ала. Ҡасабаның скважиналарына һәм һыу тултырыу предприятиеларына тиклем — 30 минутлыҡ юл. Бында ҡышҡы туризм да, шулай уҡ йәйге туризм да үҫешкән. Совет власы йылдарында Бакуриани ҡышҡы спорт төрҙәре: слалом, бобслей, биатлон һәм трамплиндан һикереү буйынса традицион ярыштар үткәреү урыны булып торҙо. Был урын рус батшаһы ғаиләһенең ял итергә яратҡан урыны булған, һәм бында әлегә тиклем батша һарайы һаҡланған.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыш һалҡын, ләкин үтә ҡырыҫ түгел (-6-7 °C) һәм, ҡағиҙә булараҡ, ҡояшлы, мул ҡарлы. Һауа торошо, башлыса, елһеҙ. Ҡояшлы көндәр оҙонлоғо юғары. Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса — 64 см.

Курорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бакурианиҙа тау саңғыһы трассалары бик күп. Башлап шыуыусылар өсөн оҙонлоғо 300 метр булған бугель күтәргес бар, тау 10-12 градусҡа ауыша. «Кохта — 1» ике баҫҡыслы трассаһының дөйөм оҙонлоғо 1500 м. Үрге, 400 м бейеклектәгеләре, ярайһы ғына ҡатмарлы һәм уларҙың ауышлығы 52 градусҡа етә. Тәжрибәһеҙ саңғысыларға «Платон» тигән трассаны тәҡдим итәләр. «Кохта — 2» лә — шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 3000 м тәшкил иткән ике баҫҡыслы трасса. Текә саңғы юлдары еңелерәк, ауышлығы һөҙәгерәк, юлдар менән алмашына. Бер нисә трасса сертификация үткән. Хәҙерге ваҡытта курортта төҙөлөш эштәре дауам итә, яңы күтәргестәр һәм трассалар асылыуы көтөлә. Саңғыла йөрөргә яратыусылар араһында саңғыла Цхрацкаро артылышына (Бакурианиҙан 13 км алыҫлыҡта), 2454 м бейеклеккә, күтәрелеү ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бакуриани — Боржоми — Бакуриани тар колеялы тимер юлының һуңғы станцияһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Georgia-geo-stub