Триалети һырты
Триалети һырты | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Трехк[d] |
Тау һырты | Малый Кавказ[d] |
![]() |
Триалети һырты (груз. თრიალეთის ქედი) — Грузияла Тбилисиҙан көнбайышта Кураның уң яғы буйлап һуҙылған тау һырты, оҙонлоғо — 150-нән 200-гә тиклем километр, киңлеге — 30 километр самаһы. Һырт эре һыубүләр булып тора. Палеоген дәүерендә влкандар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хасил булған, флишлы һәм вулкан сығышлы тоҡомдарҙан яһалған[1].
Иң юғарғы нөктәһе — Шавиклде тауы (2850 м), грузинсанан тәржемәһе — Ҡара ҡая. Башҡа түбәләре — Саквелосмта (2803 м), Арджевани (2757 м), Далицаварятаг (2708 м), Ортатави (2513 м), Кенчакаро (2320 м), Кваджвари (2280 м).
Триалети битләүҙәренән Храми, Гуджаретисцкали йылғалары, Тедзами, Алгети, Дигмисцкали, Вере ҡушылдыҡтары ағып сыға.
Һырт башлыса япраҡлы ағас тоҡомдары — имән, граб, бук менән ҡапланған, бейегерәк көнбайыш битләүендә аҡ шыршы, ҡарағай, шыршы ағастарынан торған ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар үҫә. Урмандарҙа ваҡ-төйәк күлдәр күп. Көньяҡ битләүҙәрендә — туғайҙар.
Һырттың төньяҡ битләүендә урта быуаттарҙа төҙөлгән Кватахеви монастыры урынлашҡан.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Триалетский хребет
- Триалетские горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)