Балалар һәм йәштәр ижады һарайы (Дондағы Ростов)
Балалар һәм йәштәр ижады һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1936 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов һәм Оло Баҡса урамы |
Балалар һәм йәштәр ижады һарайы (Дондағы Ростов) Викимилектә |
Балалар һәм йәштәр ижады һарайы ― Рәсәйҙә балаларға белем биреүҙең төп үҙәктәренең береһе, ул 5 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге 11 мең баланы берләштерә. Бында йөҙҙән ашыу педагог эшләй. Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдың 23 майында Дондағы Ростовта Гәзит тыҡрығы һәм Ҙур Баҡса урамы киҫелешендә (Энгельс) Пионерҙар һарайы асыла.
1936 йылдың көҙөндә Һарайҙың фәнни-техник һәм һынлы сәнғәт бүлеге үҙ эшен башлай, 1937 йылда натуралистик бүлек асыла, 1938 йылда ― хәрби-спорт бүлеге, 1939 йылда ― сәйәси бүлек асыла. 1940 йылда Пионерҙар һарайында 40-тан ашыу түңәрәктәр, студиялар, лабораториялар һәм художество коллективы эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы (1941―1945 йй.) осоронда Пионерҙар йортоноң эшмәкәрлеге немец ғәскәрҙәре оккупацияһы ваҡытында ғына туҡтатыла. Һарайҙың күп кенә уҡытыусылары фронтҡа китә. Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа һарай элекке секцияларын һәм түңәрәктәренең эшен дауам итә.
Был осорҙа музыкаль студия ойошторола, мәктәпкәсә балалар һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн «Йондоҙсоҡ» клубы, КИД (интернациональ дуҫлыҡ клубы), Ҡала пионер штабы «Борғо», өлкән класс уҡыусыларының комсомол штабы «Тынғыһыҙ йөрәк» эшләй.
1970―80 йылдар осоронда һарайҙа Дондың пионер ойошмаһы «Пионер даны» тарихы музейы, «Йәш табип», «Йәш осоусы», «Йәш моряк» клубтары асыла, «Тере мөйөш» булдырыла, һарайҙың пионер флотилияһы барлыҡҡа килә.
Дон йылғаһының һул ярында пионер, комсомол активының һәм пионер вожатыйҙарының «Көмөш торбалар» лагеры асыла. Унда «Һәләк булған яугирҙар» мемориаль комплексы эргәһендә, Мәңгелек ут янында Фрунзе исемендәге скверҙа даими эшләүсе пионер-комсомол Пост № 1 ойошторола, унда бөгөнгө көнгә тиклем ҡала мәктәптәренең уҡыусылары почетлы Хәтер Вахтаһын алып бара.
Был осорҙа иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып Үҫмерҙәр ғилми йәмғиәте, артабан — йәш тикшеренеүселәрҙең Дон фәндәр академияһы асылыу тора. Йыл һайын үткәрелгән конференцияларҙа йәш тикшеренеүселәр фәндең төрлө тармаҡтары буйынса докладтар менән сығыш яһай. Рәсәй флоты тарихының «Диңгеҙ даны» музейы ойоштороу тамаланған.
1991 йылда Пионер һарайы Дондағы Ростовтың Балалар һәм йәштәр ижады һарайы тип үҙгәртелә. Финанс көрсөгө осоронда 1990 йылда Һарай хеҙмәткәрҙәре учреждениены һаҡлап алыу ғына түгел, «Дон крайы тарихы» һәм «Йәш һаҡлаусылар» музейҙарын да аса, һәләтле балалар өсөн беренсе йәйге ҡала мәктәбе «Өмөттө» аса[2].
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарайҙа 10 бүлек эшләй[3]:
- Хәрби-патриотик бүлек;
- Музыкаль студия;
- Биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге;
- Социаль ижад бүлеге;
- Художество бүлеге;
- Экология бүлеге;
- Балалар һәм йәштәр социаль инициативаһы үҫеше үҙәге;
- Психологик хеҙмәте;
- «Һәләт» үҙәге.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дворец творчества детей и молодежи Ростова-на-Дону - ведущий детский центр страны (ингл.). www.ug.ru. Дата обращения: 27 февраль 2017.
- ↑ О Дворце - ДТДМ . dtdm-rostov.ru. Дата обращения: 27 февраль 2017.
- ↑ Дворец творчества детей и молодежи на Большой Садовой, Ростов-на-Дону . www.kidsreview.ru. Дата обращения: 27 февраль 2017.