Баллы шарлауыҡтар

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баллы шарлауыҡтар ru:Медовые водопады
карач.-балк. Бал чучхурла
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионҠарасай-Черкес Республикаһы
РайонКесе Ҡарасәй районы 
ЙылғаКәзәбаш 
Бейеклеге18 м
Рәсәй
Точка
Баллы шарлауыҡтар ru:Медовые водопады
Ҡарасәй-Черкес
Точка
Баллы шарлауыҡтар ru:Медовые водопады
 Баллы шарлауыҡтар Викимилектә

Баллы шарлауыҡтар (рус. Медовые водопады, ҡарас.-балҡ. Бал чучхурла) — Рәсәй Федерацияһының Ҡарасай-Черкес Республикаһы Аликоновка һәм Кесе Ҡарасай районындағы Кәзәбаш (рус. Эчки-Баш) йылғаларындағы шарлауыҡтар төркөмө. Шулай уҡ тәбиғи-рекреацион объект һәм турбаза ла тип атала.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡын арауыҡтағы торама пункт - Коммунстрой. Район үҙәге Өскәкәнгә (абаз. Учкьакьан[1], ҡаб.-черк. Учкекен, ҡарас.-балҡ. Ючкёкен[2], нуғ. Учкекен[3]) тиклем — 10 саҡрым, Кисловодск ҡалаһына тиклем — 20 саҡрым ара. Өскәкән башҡорт теленә өс ҡыуаҡ тип тәржемә ителә.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этнография музейына ингән ситән сатырҙар

Баллы шарлауыҡтар төркөмөн 5 шарлауыҡ барлыҡҡа килтерә, шуларҙың өсәүһе (Жемчужный, Скрытый һәм Шумный, йәки Шайтан тирмәне) Аликоновка йылғаһында, улар Төньяҡ Кавказдың Ҡаялы (рус. Скалистый) һыртын киҫеп сығып, тәрән каньон хасил итеп аға, ә тағы ла икәүһе (Оло һәм Кесе Баллы) — Кәзәбаш йылғаһында. Иң бейектән ағып төшкәне — Оло Баллы шарлауыҡ (18 м), ә иң ҡеүәтлеһе — Ынйы (рус. Жемчужный) тип аталғаны.

Тәбиғи төбәк рекреацион объекты, Бал шарлауыҡтары сығанағы Аликоновка - Ҡарасай-Черкес һәм Ставрополь крайындағы йылға. Подкумок йылғаның уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо - 26 саҡрым, һыу йыйыу майҙаны - 118 км2. Йылға үҙәне тар, Ҡаялы тауҙарының Төньяҡ битләүен тәрән, V рәүешле итеп киҫеп үтә, диңгеҙ кимәленән 2000 метр самаһы бейеклектә ята. 2008 йылда һыу сифатын "уртаса бысранған" тип, III класҡа индереп баһалағандар.

Тәбиғәт-рекреацион комплекс биләмәһендә турбаза, ресторан, «Ҡарасай йорт хужалығы» этнография музейы урынлашҡан. Бында йыш ҡына Кисловодскиҙан һәм Кавказ Минераль Һыуҙары төбәгенең башҡа ҡалаларынан килгән туристарҙы экскурсияға йөрөтәләр.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шарлауыҡтарҙың исеме боронғо замандарҙа шарлауыҡтар ярындағы ҡаяларҙа ҡырағай бал ҡорттары оялаған тигән легендаларҙан алынған. Яр буйындағы күпләп үрсегән бал ҡорттары оялары ташҡын ваҡытында һыу аҫтында ҡалып, имештер, ағымға бал эләгә һәм шәрбәт тәм бирә торған булған.

Икенсе бер фараз буйынса, атама яр буйҙарындағы туғайҙарҙа күпләп үҫкән "баллы" тигән үлән атамаһынан килеп сыҡҡан [4]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Абазинско-русский словарь. Около 14 000 слов / Под ред. Тугова В. Б. М.: «Советская Энциклопедия», 1967. 536 с. С. 473.
  2. Суюнчев Х. И., Урусбиев И. Х. Русско-карачаево-балкарский словарь. Около 35 000 слов. М.: «Советская Энциклопедия», 1965. С. 249, 637, 744.
  3. Калмыкова С. А. и др. Ногайско-русский словарь. Около 15 000 слов / Под ред. Баскакова Н. А. М.: Государственное издательство иностранных и национальных словарей, 1963. 562 с. С. 483.
  4. Кисловодск — Медовые водопады

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хачиков В. А. Экскурсии по живописным местам Северного Кавказа. Изд-во «Кавказская здравница», Минеральные Воды, 2008. Гл. «Медовые водопады». С. 47-50.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]