Балсыҡ-гипс
Балсыҡ-гипс (ганч, гаж, арзык, төрк. ganch) — ҡурыштырыу материалы, тәбиғи гипс (30-60 % двуводный сернокислый кальций CaSO 4•2H2O) һәм балсыҡтың (гаж, кварц һәм кальцит ҡушылмалар, ер ҡушылған гипс) ваҡланған 40-70 % өлөшсәләре йәки лесса (ганч, арзык). Төҙөлөш балсыҡ-гипсы — гипс мергелен 160—250° температураһында яндырып алыу һәм артабанғы ваҡлау һөҙөмтәһендә алынған порошок ҡатнашма. Төҙөлөш балсыҡ-гипс (гипс һәм балсыҡтан тыш) составына күпмелер кремнийҙың кислород менән ҡушылмаһы һәм углекислый кальцийҙың ҡайһы бере инә. Хатта бер ятҡылыҡтан алынған балсыҡ-гипстың минераль һәм химик составы ла ныҡ үҙгәреүе мөмкин. Материал һыулы мөхиттә лә ҙур механик сыҙамлылыҡ һәм тотороҡлоҡ менән ҡылыҡһырлана.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балсыҡ-гипс («ганч») ганчҡа һырлап биҙәк һалыу таралған Урта Азияла һәм материал гажа һәм арзык булараҡ билдәле булған Кавказда киң ҡулланыла. Ганч — составында гипс (40-70 %-ҡа тиклем) һәм балсыҡ булған таш кеүек тоҡомдарҙы яндырып алынған ҡатырғыс материал. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарынан алып штукатурка, күләмле-пластик декор (һырлау, рәшәткәләр һ. б. деталдәр ҡойолмаһы) һәм скульптура өсөн материал булараҡ билдәле.
Ятҡылыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балсыҡ-гипс алыу өсөн Урта Азияла һәм Кавказда, шулай уҡ РСФСР-ҙың Әстерхан, Волгоград, Ростов өлкәһендә күп һанлы сеймал ятҡылыҡтары булғаны билдәле.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Глиногипс Большая Энциклопедия Нефти Газа
- Арзык (тюрк.) Толковый словарь по почвоведению. — М.: Наука. Под редакцией А. А. Роде. 1975
- Кузнецов А. М. Технология вяжущих веществ и изделий из них. Госуд. Изд-во «Высшая школа» 456стр. 1963
- Производство строительного гипса
- Про травертины (часть I)
- Сырье для изготовления гипсовых вяжущих
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был архитектура тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |