Эстәлеккә күсергә

Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙрәсә
Балыҡлы мәҙрәсәһе
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Республика Башҡортостан Башҡортостан
Ауыл Балыҡлы
йүнәлеш, мәктәп сөннәт, хәнәфи
Мәсет Балыҡлы ауылының 1-се йәмиғ мәсете
Төҙөлөш ???—1771 йылдар
Төп даталары:
1771
1919

1771

Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһеНуғай даруғаһы Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы) Балыҡлы ауылында XVIIIXX быуат башында эшләгән мәҙрәсә.

Мәҙрәсә Нуғай даруғаһы Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы) Балыҡлы ауылы йәмиғ мәсете ҡарамағында указлы мулла Бәшир Ғүмәров тарафынан асыла. XIX быуатта ауылда тағы бер мәҙрәсә менән йәмиғ мәсете барлыҡҡа килгәс, ул 1-се йәмиғ мәсете тип атала башлай һәм Ырымбур мосолман Диниә назараты ҡарамағында була.

1791 йылдың 11 июнендә Балыҡлы йәмиғ мәсетенең имам-хатибы һәм мәҙрәсә мөҙәрисе итеп Мөхәмәтйән Бәширов тәғәйенләнә[1].

1814 йылдың 17 мартында Балыҡлы йәмиғ мәсетенең имам-хатибы һәм мәҙрәсә мөҙәрисе итеп Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡунаҡҡол ауылы кешеһе Абдрахман Сәғитов тәғәйенләнә. 1831 йылғы документҡа ярашлы бында Мөхәмәтғәли Ишбулды улы Ишмәнов — мәзин (1815 йылдан) һәм мөҙәрис, ә Абдрахман Сәғитов — имам-хатиб, мөҙәрис һәм мөхтәсиб булған[1].

Балыҡлы мәҙрәсәһенең сәскә атыуы Абдрахман Сәғитов мөҙәрислек итеү йылдарына (1814—1853) тура килә. 1828 йылдың ноябрендә мәсеткә яңы бина төҙөргә рөхсәт бирелә. Ризаитдин Фәхретдинов яҙыуынса, Абдрахман Сәғитов үҙ заманында иң уҡымышлы кешеләрҙең береһе тип иҫәпләнгән, уның шәкерттәре араһында билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәки һәм Әтәс мәҙрәсәһенең мөҙәрисе Ҡотлогилде Буҫтыбай улы Аҡманаев була[1].

1837 йылдың 14 ғинуарында Әбделҡәйүм Абдрахман улы Сәғитов (1806–1893) имам һәм мөҙәрис итеп тәғәйенләнә. Ризаитдин Фәхретдинов яҙыуынса, Әбделҡәйүм Сәғитов Балыҡлы мәҙрәсәһенең иң күренекле мөҙәрисе була, уның билдәле шәкерттәре араһында Сәхиулла бин Толонғужа, Мирсаяф бин Камалетдин, Заһирулла бин Хәбибулла һәм башҡалар бар[1].

1851 йылдың 20 апреленән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 20 июненән) Усман Ишбулды улы Ишмәнов мәзин һәм мөғәлим була. 1853 йылдың 5 декабренән Әбделғәзиз Абдрахман улы Сәғитов имам һәм мөҙәрис итеп тәғәйенләнә.

Уҡытыу‑тәрбиә эше менән йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы һәм мөҙәрис етәкселек иткән. 7—10 йәшлек (ҡайһы осраҡта өлкәнерәк) ир балалар алынған. Уҡыу курсы — 7 йыл. «Башҡорт мәктәптәре тураһында мәғлүмәттәр» («Ведомости о башкирских школах»; 1867—1870) буйынса, 1867 йылда бында 150 шәкерт белем ала.

1868 йылдан Әбделвәли Әбделҡәйүм улы Сәғитов (1843–1901), имам-хатиб, мөғәлим итеп хеҙмәт итә. 1888 йылда 1-се йәмиғ мәсете бинаһы үҙгәртеп ҡорола.

1885 йылдың 5 июнендә Ғәбдрәүеф Әбделғәзиз улы Сәғитов (1857–1911) мәзин һәм мөғәлим итеп тәғәйенләнә.

1885 йылдың 5 июненән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1888 йылдың 5 июленән) Әхмәт Әбделҡәйүм улы Сәғитов (?—1914) имам-хатиб һәм мөҙәрис була. 1898 йылдың 20 июнендә ул Ырымбур өйәҙе Үрге Мөтәл мәсетенә күсерелә, ә 1900 йылдың 7 сентябренән йәнә Балыҡлы мәҙрәсәһендә мөҙәрис булып хеҙмәт итә[1].

1919 йылда мәҙрәсә ябыла. 1932 йылда 1-се йәмиғ мәсет бинаһында — мәктәп, ә 2-се йәмиғ мәсете бинаһында клуб асыла.

  • Бәшир Ғүмәров (1771—1791),
  • Мөхәмәтйән Бәширов (1791—1814),
  • Абдрахман Сәғитов (1814—1853),
  • Әбделҡәйүм Абдрахман улы Сәғитов (1837—1885),
  • Әбделғәзиз Абдрахман улы Сәғитов (1853—1864/1865),
  • Әхмәт Әбделҡәйүм улы Сәғитов (1885—1898, 1900—1914).
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Исянгулов Ш. Н. Из истории мечетей и медресе Башкортостана / Отв. редактор Р. Н. Сулейманова. — Уфа, 2010. — С. 9—17. — 153 с.