Балыҡсы турғай
балыҡсы турғай | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Alcedo atthis (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 142112 |

Балыҡсы турғай тәтәй ҡош, ожмах ҡошо (рус. Зимородок, лат. Alcedo atthis) — балыҡсы турғайҙар ғаиләһенән, йорт турғайынан саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡош.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ҡыҫҡа ғына ҡойроҡло, оҙон суҡышлы бик матур төҫтәге ҡош. Ғәҙәттә, ҡоро ботаҡта, тамырҙа йәки таш өҫтөндә тауыш-тынһыҙ ғына балыҡ һағалап ултыра. Ҡанаттарын йыш-йыш һелтәп, һыу өҫтөнән түбән генә оса. Башы һәм ҡанаттары ялтырауыҡлы ҡуйы йәшел. Арҡаһы, ҡойроғо ялтырауыҡлы ҡуйы зәңгәр. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡыҙғылт ерән. Тамағынаң һәм күҙ тәңгәленән аҡ һыҙыҡ үтә. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауышы яңғырауыҡлы: «сип-сип-оап».
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бейек ярлы бәләкәй йылға буйҙарында йәшәй. Башлыса ваҡ балыҡ менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Ҡыш көнө йылыуҙар эҙләп, күсеп йөрөй. Урыны менән киң генә таралған. Текә ярҙарға өң эшләп оялай. 6— 7 бөртөк аҡ төҫтәге йомортҡаһы була.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- База данных «Позвоночные животные России»: обыкновенный зимородок 2020 йыл 3 ғинуар архивланған.