Эстәлеккә күсергә

Балҡан һеләүһене

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балҡан һеләүһене
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lynx lynx balcanicus Bureš, 1941

Синонимдар
  • Lynx lynx martinoi
Һаҡлау статусы
en:Critically endangered species
Критик хәлдәге төр
IUCN 3.1 Critically Endangered : 68986842

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Балҡан һеләүһене (лат. Lynx lynx balcanicus) — бесәйҙәр ғаиләһенән булған ябай һеләүһендең төрсәһе. Юҡҡа сығыу хәүефе булғанға Ҡыҙыл китапҡа индерелгән[1].

Көнсығыш Албания һәм Көнбайыш Македонияла бар, ә вағыраҡ төрҙәре өлөшләтә танылған Республика Косово Республикаһында һәм Черногорияла[2][3] осрай. Ул Македония республикаһының милли символдарының береһе тип иҫәпләнә[4] һәм 5 денарлыҡ[5] македон тәңкәһенә лә һүрәте төшөрөлгән. Македонияла, нигеҙҙә Маврово Милли паркында[6]35 — 40-лап һеләүһен йәшәй, тип фаразлана. Балҡанда иң ҙур бесәй булып һанала. 2011 һәм 2012 йылдарҙа Албанияның төньяҡ таулы райондарында[7] һәм Шебеник-Ябланица Милли паркы[8]сиктәрендә күренеп ҡала. Албанияла һеләүһендең был төрсәһе юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында тора, тип иҫәпләнелә һәм 1969 йылдан закон менән яҡланған, шуға ҡапамаҫтан браконьерлыҡ һәм уларҙың йәшәү мөхитен емереү Албания һәм Македониялағы балҡан һеләүһендәрен юғалыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуя[9]. Баһалауҙарға ярашлы, Албанияла элеккесә яҡынса 15-20 һеләүһен бар[10]. Дөйөм һаны 50-ләп булған балҡан һеләүһене йөҙ йыл дауамында юғалыу ҡурҡынысы аҫтында тора. Балҡан һеләүһененең ҡарығыу осоро ғинуар-февралдә башлана, ә балалары апрелдә донъяға килә[11].

Балҡан һеләүһене тураһында 1941 йылда тәүге тапҡыр болғар зоологы Иван Буреш яҙып сыға. 1978 йылда Мирич (Белград университеты) уға ентекле морфологик ҡылыҡһырлау бирә, шуның нигеҙендә балҡан һеләүһенен айырым төрсә тип ҡарау мөмкинлеге тыуа. Балҡан һеләүһене айырым төрсә булып иҫәпләнеүгә ҡарамаҫтан, күп кенә таксономик сығанаҡтар был раҫлауҙы шик аҫтына ҡуя.

  1. Lynx lynx ssp. balcanicus
  2. IUCN/SSC - Cat Specialist Group - Balkan Lynx Compendium. — «A fragmented population of probably less than 50 individuals remains in western Macedonia and eastern Albania.» Дата обращения: 10 май 2014.
  3. Balkan Lynx Recovery Programme 2006-2009. — «The present population of the Balkan lynx - described as an own subspecies Lynx lynx balcanicus - is estimated to be less than 100 individuals which are distributed in Macedonia, Albania, Montenegro and Kosovo.» Дата обращения: 28 май 2014. 2016 йыл 5 ғинуар архивланған.
  4. Action urged to save Balkan lynx, BBC News (3 November 2006). 10 май 2014 тикшерелгән.
  5. Evans Thammy. Macedonia. — 4th. — Chalfont St. Peter: Bradt Travel Guides, 2004. — P. 10. — ISBN 9781841623955.
  6. Promocija na balkanskiot ris 2014 йыл 8 ноябрь архивланған. in Macedonian
  7. IUCN/SSC - Cat Specialist Group - Balkan Lynx Compendium. — «The Association for the Protection and Preservation of Natural Environment in Albania (PPNEA) is pleased to inform you that on April 21st, 2012, the field researchers Aleksandёr Trajçe and Bledi Hoxha, got the second photo of a Balkan lynx (Lynx lynx balcanicus) living in the wild in Albania. The picture was taken by means of camera-trapping devices, on March 28th 2012, at 08:33 AM, in the northern mountainous region of Albania.» Дата обращения: 10 май 2014.
  8. http://www.kora.ch/news/archiv/20110503.htm 2017 йыл 10 июнь архивланған.
  9. The second Balkan lynx picture in Albania. — «The species is classified in the Albanian Red List (Decree no. 146 / 2007, Ministry of Environment, Forestry and Water Administration) with the status CR (critically endangered).» Дата обращения: 10 май 2014.
  10. sociation for the Protection and Preservation of Natural Environment in Albania. — «Recent expert based estimates indicate that the lynx population in Albania is no more than 15 - 20 remaining individuals.» Дата обращения: 10 май 2014.
  11. [1.pdf Balkan Lynx Field Handbook].(недоступная ссылка)