Юҡҡа сығыу
Уҡыу көйләүҙәре
Юҡҡа сығыу — биология һәм экологияла билдәле бер биологик төрҙөң йәки тотош таксондың бар вәкилдәренең дә үлеп бөтөүе. Юҡҡа сығыуҙың сәбәптәре тәбиғи ҙә , кеше (антропоген) тәьҫиренән дә булырға мөмкин. Тәбиғәттә биологик төрҙөң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпләп ҡырылыу йәғни күпләп юҡҡа сығыу (массовое вымирание) күренеше бар.
Ер тарихында төрҙәрҙең дәһшәтле юҡҡа сығыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 440 млн йыл элек — ордовик-силурҙа — умыртҡаһыҙҙарҙың 60 % -ы юҡҡа сыға
- 364 млн йыл элек — девонда — диңгеҙҙәге төрҙәрҙең һаны 50 %-ҡа кәмей;
- 251,4 млн йыл элек — дәһшәтле пермь ҡырылыуы, иң-иң күпләп ҡырылыу, бөтә тере организмдарҙың 95 %-ҡа тиклеме юҡҡа сыға;
- 199,6 млн йыл элек — триаста — ул мәлдә Ерҙә тереклек итеүсе төрҙәренең яртыһы тиерлек ҡырыла.
- 65,5 млн йыл элек — аҡбур –палеоген юҡҡа сығыуы — бөтә төрҙәрҙең 1/6 өлөше, шулай уҡ, динозаврҙар юҡҡа сыға.
- 33,9 млн йыл элек — эоцен-олигоцен юҡҡа сығыуы.
Докембрий | Фанерозой | Эон | |||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Палеозой | Мезозой | Кайнозой | Эра | ||||||||||
Кембрий | Ордо вик |
Сил ур |
Девон | Карбон | Пермь | Триас | Юра | Мел | Палео ген |
Нео ген |
П-д | ||
4570 | 541 | 485,4 | 443,4 | 419,2 | 358,9 | 298,9 | 252,2 | 201,3 | 145,0 | 66,0 | 23,03 | млн лет ← | |
2,588 |
е
Юҡҡа сығыуҙың сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр билдәле арауыҡта тыуым үлемде ҡаплай (компенсировать) алмаһа, төр юҡҡа сыға.
Юҡҡа сығыу сәбәптәре:
- Популяция эсендәге һан (төркөм эсендә генә үрсеү мөмкинлеге булған хайуандар, мәҫәлән,гиҙеүсе күгәрсен)
- генетик төрлөлөк (гепардтарға янарға мөмкин)
- ғүмер оҙонлоғо
- йыртҡыстар
- Бер үк йәшәү урынында башҡа төрҙәр менән конкуренция
- паразиттар баҫыуы (ниндәйҙер сир)
- катастрофалар
- Әйләнә-тирә мөхиттең үҙгәреүе
- кеше факторы