Банк күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Банк күпере
Нигеҙләү датаһы 1826
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Үҙәк районы[d]
Рәсми асылыу датаһы 1826
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Грибоедов каналы
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Оҙонлоҡ 25,2 метр
Карта
 Банк күпере Викимилектә

Тышҡы медиафайлдар

Банк күпере — Грибоедов каналы аша йәйәүлеләр күпере Санкт-Петербург ҡалаһының Үҙәк районында урынлашҡан, Ҡазан һәм Спас утрауҙарын тоташтырып тора. 1825—1826 йылдарҙа инженер Вильгельм фон Треттер проекты буйынса төҙөлә[1]. Петербургта Арыҫлан һәм Почтамт күпере менән бер рәттән һаҡланып ҡалған сылбырлы өс йәйәүлеләр күперҙәренең береһе булып тора. Күпер скульптор Павел Петрович проекты буйынса яһалған ҡанатлы арыҫлан һындары менән биҙәлгән.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грибоедов каналы яр буйындағы № 27, № 30 йорттары араһында урынлашҡан.

Күпер күсәре Дәүләт ассигнация банкыһы үҙәгендәге ҡапҡа ҡаршыһына йүнәлтелгән — был урында канал, үҙенең йүнәлешен үҙгәртеп, боролош яһай. Күпергә яҡын ғына Ҡазан соборы урынлашҡан.

Ағымдың юғары өлөшөндә Ҡазан күпере, түбән өлөшөндә — Ҡамыр күпере тора.

Яҡын метрополитен станциялары (410 м) — «Невский проспект-2», Грибоедов каналына сығыу.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер исемен үҙе янында урынлашҡан Ассигнация банкының (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад университеты бинаһы) исеме менән аталған[2].

Конструкция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҫылмалы күпер төҙөлөшө ике сылбырҙарҙан һәм ағас иҙәндән тора. Күперҙең пилондары ролен суйын грифондар скульптураһы биҙәй, уларҙың суйын рамдары анкерлы болттар менән күперҙең ҙур суйын плитәләр менән ҡыҫтырып ҡуйылған ағас өлөштәренә беркетелгән, суйын плитәләргә күперҙең ауырлыҡты күтәреп торған сылбырҙары беркетелгән. Сылбыр өлөштәре түңәрәк киҫелешле металдан тора. Күперҙең ағас өлөштәре буй һәм арҡыры, дүрткелләп һалынған бүрәнәләрҙән тора, уларҙың өҫтөнә күпер таҡталары түшәп йәйелгән.

Суйын күпергә ингән урында ҡанатлы арыҫландар пьедесталға урынлаштырылған. Грифондар һәм күперҙең ҡайһы бер деталдәренә алтын ялатылған. Скульптураларҙың өҫтәренә киҫелгән шар формаһындағы ялтырауыҡһыҙ, тоноҡ яҡтыртҡыстар нығытылған, шарҙары бронза биҙәкле ҡапҡастар менән ябылған.

Күперҙең ҡойма тотҡалҡаһы художестволы ҡойолған, улар радиан буйынса ярым түңәрәк күсәрҙәр секцияларынан тора[3]. Ҡоймаларының һүрәте Демидов күперенеке кеүек.

Купер ҡоймалары араһындағы киңлек — 1,85 метрлыҡ, күперҙең оҙонлоғо — 20,1 (25,2) м, сылбырҙар күсәре араһы — 2,24 м[4][5][6].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер төҙөүгә ихтыяж Екатерина каналы районына халыҡтың күпләп күсеп ултырыуы арҡаһында килеп сыҡҡан[7].

Күпер проектын инженер Василий Карлович Треттер һәм Василий Андреевич Христианович булдырған. Ошо уҡ ваҡытта Арыҫлан күперен төҙөү проекты ла әҙер булған һәм 1825 йылдың 18 февралендә уларҙың икеһе лә раҫланған. Шул йылдың йәйендә күперҙе төҙөй башлағандар[3]. Шул уҡ йылдың октябрендә эште тамамлау планлаштырыла, әммә күперҙең металл өлөшөн йыйыу оҙаҡҡа һуҙылғанлыҡтан, эш 1826 йылдың йәйендә генә тамамлана[3]. 1826 йылдың 24 июлендә хәрәкәт өсөн күпер асылды[1].

Күпергә айырым билдәлелекте ҡанатлы арыҫлан һындары алып килгән, уларҙы скульптор Павел Петрович Соколов эшләгән [8][9].

1949 йылда Ленмостотрест архитекторы һәм инициативаһы буйынса Лукич Александр Ротач прокты буйынса күперҙең тәүге ҡиәфәтен кире ҡайтарыу маҡсаты менән уны реставрациялау башлана[10]. Шул уҡ йылда ағас күпер полотноһына капиталь ремонт үткәрелә[11]. Был 19511952 йылдарҙа була, арыҫландар башындағы түңәрәк фонарҙар һәм кперҙең үметалл ҡоймалары тергеҙелә. Күпер рәшәткәләре В. И. Мухина исемендәге Юғары художество-сәнәғәт училищеһы өҫтөханаһында эшләнә[10]. Был 1967 йылда һәм 1988 йылда тергеҙеү будданын ҡанат эләкте[6]. 1997 йылда күпер ҡоймалары һәм рәшәткәләренә, скульптураларына реставрация яһала.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала легендаһы буйынса, күперҙәге грифондарҙың башын йәки ҡанатын һыйпау кешеләргә эштәрендә һәм уҡыуҙарында уңыштар килтерә. 2009 йылда яңынан тергеҙелгән арыҫландарҙың ялатылған алтынын ҡырып алғандар. Бындай ҡырағайлыҡ скульптураларға ҙур зыян килтерә.`


СПб Күпертрест ДУП 2015 йылдың сентябрендә күперҙең ағас түшәлмәһен алмаштырыу буйынса эштәр башлай. 2017 йылдың 19 ғинуарында беренсе тапҡыр комплекслы реставрациялау башлана һәм, грифон һындарын һүтеп, оҫтаханаға алып китәләр. Күперҙең йөк күтәреп торған төп өлөшөн ремонтлау буйынса эштәр өс йыл дауамында барған, дөйөм хаҡы 35 миллион һумдан ашып киткән. 2019 йылдың майында скульптура элек торған еренә урынлаштырыла, ә шул уҡ йылдың 19 июнендә күпер асыу тантанаһы була. Реставрациянан һуң грифондар баштағы төҫөн ала[12][13].

Реставрациянан һуң ярты йыл үткәс, вандалдар тарафынан грифондар зыянлана. Скульптура проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе популярлаштырыу һәм уларға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу өсөн, 16 ноябрь көнө «#ТОЛЬКОБЕЗРУК» спектакль-флешмобы үтә.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — СПб.: Норинт, 1996. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
  • Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
  • Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
  • Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 40. — 511 с.
  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 24. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
  • Кочедамов В. И. Цепные мосты в Петербурге первой четверти XIX века // Архитектурное наследство. — Л., 1959. — № 9. — С. 209—220.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]