Бардача күле
Озеро | |
Бардача | |
---|---|
серб. Језеро Бардача | |
Урынлашыуы | |
45°06′09″ с. ш. 17°27′11″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
[[ Босния һәм Герцеговина|Регион административ бүленеше]] | Серб Республикаһы |
Бардача күле Викимилектә |
Бардача күле (сер. Језеро Бардача) — Серб Республикаһы, Босния һәм Герцеговинаның төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Србац муниципалитетында күлдәр һәм һаҙлыҡтар комплексы. Комплекс быуаларҙы, һыу аҫтында ҡала торған ҡоро биләмәләрҙе, урмандарҙы, эшкәртелә торған ерҙәрҙе һәм халыҡ йәшәгән урындарҙы үҙ эсенә ала.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл Баня-Луканан яҡынса 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Күлдең оҙонлоғо − 5,5 саҡрым, киңлеге — 1,7 саҡрым, иң тәрән урыны 2,5 метр, майҙаны — 7,32 км². Комплекстың күле һәм һаҙлығы һаҡлау аҫтында һәм Тәбиғәт һәйкәлдәренең (Категория III), Бардач тәбиғәт паркының тәбиғәт һәйкәле иҫәпләнә. Диңгеҙ кимәленән 100 метр самаһы юғары урынлашҡан.
Бардач күлдәр комплексы аша өс йылға аға: Матура (Матура), Стублая (Стублаја) һәм Брзая (Брзаја). Атап үткән йылғаларҙа суднолар йөрөй алмай, улар күлдәр комплексында һыу сығанағы булып хеҙмәт итәләр. Күл тирәләй эре ҡалалар урынлашҡан: Градишка — 25 саҡрым, Лакташи — 30 саҡрым, Баня-Лука — 45 км. Комплекстан 20 саҡрым алыҫлыҡта ҙур хәрәкәтле шоссе үтә, ә Маховляни аэропорты ни бары 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Күлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комплексты уратып төрлө ҙурлыҡтағы күлдәр урынлашҡан, улар иҫәбенә түбәндәгеләр инә:
Күлдәр | Майҙан |
---|---|
Превлака | 160 га тирәһе |
Луг | 72 га |
Ракитовац | 80 га тирәһе |
Сињак | 60 га тирәһе |
Нецик | 40 га тирәһе |
Мали Дајковац | 15 га тирәһе |
Брзајски | 10 га тирәһе |
Велики Дајковац | 20 га тирәһе |
Дуго Поље 1 | 128 га |
Дуго Поље 2 | 110 га |
Экосистема
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең һаҙмат урынында 280 төр үҫемлек, 178 төр ҡош, 26 төр балыҡ теркәлгән. Күл тирәһендә бик күп һанлы ҡоштар көн итә. Күлдең тәбиғәт шарттары уларға оя ҡорорға, ҡышларға, ем табырға, йыртҡыстарҙан һаҡланырға уңайлыҡтар тыуҙыра. Бында ҡара тәгәрлек, өйрәк, һарығош, йәшел селән, аҡсарлаҡ, ҡәҙимге сарлаҡ һ. б. ҡоштар осрай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мала енциклопедија Просвета (3 ed.), Београд: Просвета, 1985, ISBN 978-86-07-00001-2
- Марковић Јован Ђ. Енциклопедијски географски лексикон Југославије. — Сарајево: Свјетлост, 1990. — ISBN 978-86-01-02651-3.
- Life Licence. Живот у мочвари. — Бања Лука: Урбанистички завод Републике Српске, 2005. — ISBN 99938-684-1-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Агенција Републике Српске за воде обласног ријечног слива Саве: Језера у Републици Српској
- Хидрометеоролошки завод Републике Српске: Језера у Републици Српској 2011 йыл 17 август архивланған.
- Званични сајт Спортско рекреативног центра «Бардача» 2016 йыл 31 июль архивланған.
- www.ramsar.org
Бардача күле Викимилектә |