Тәгәрлек
Тәгәрлек | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Vanellus vanellus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Тәгәрлек (Vanellus vanellus, урыҫ. чибиц йәки пигалица) — ржанка һымаҡтар ғаиләһендәге ҙур булмаған (өйрәктән бәләкәйерәк) һаҙ ҡошо.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы, һырты менән түше йәшкелт төҫтә була. Түбәһе, муйынының алғы яғы, түшенең алғы өлөшө, ҡойроҡ төбө аҡ. Ҡыш көнө ҡаурыйҙары күберәк аҡ төҫтә була. Был ҡош һауала төрлө хәрәкәттәр яһап, баш түбән дә әйләнеп китеп осҡан өсөн Башҡортостанда тәгәрлек, тәгәрләүек, кеҙгет тип тә йөрөтәләр. Башындағы оҙон ҡара ҡаурһындарын бер күтәреп, бер төшөрөп йөрөй.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөжәктәр, ямғыр селәүсене, ҡусҡар, үлән орлоҡтары менән туҡлана.
Тереклек итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәгәрлек Атлантик океандан Тын океанға тиклем таралған. Күсмә ҡош. Урта диңгеҙ бассейнында, Кесе Азияла, Төньяҡ Һиндостан, Ҡытай һәм Японияла ҡышлау урыны. Ояһын, ғәҙәттә, ерҙә ҡора. Ҡыҙғылт һәм ҡара төрткөләр менән сыбарланған 4 бөртөк йәшкелт һәмһарғылт-көрән йомортҡа һала.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |