Эстәлеккә күсергә

Сәпсәү һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Көйөлдө һымаҡтар битенән йүнәлтелде)
Сәпсәү һымаҡтар

Көйөлдө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Charadriiformes
Huxley, 1867


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176445
NCBI  8906
Ягры утрауында Чаяньче күле, Северодвинск

Сәпсәү һымаҡтар (лат. Charadriiformes, рус. Ржанкообразные) — бөтә ер йөҙөндә осрай, һыу буйында йәшәй торған, көйөлдөләр менән аҡсарлаҡтарҙы эсенә алған ҡоштар отряды; тышҡы ҡиәфәте, мирфологияһы менән айырылап торған, бөтә бонъяға таралған, һыуҙа һәм һыу эргәһендә йәшәүсе ҡоштар отряды. Ҙурлығы буйынса бәләкәй һәм уртаса, ауырлығы буйынса ҡом көйөлдөләре (Calidris minutilla) 19-30 г һәм диңгеҙ аҡсарлағы (Larus marinus). 1,3-2 кг-ға етә. Күмәк колонияла йәшәүселәр ҙә, айырым йәшәуселәр ҙә бар. Поляр сарлаҡтың (Sterna paradisaea) миграция юлы 28 мең км-ға етә, шулай уҡ тау зырҡыуыты (Gallinago solitaria) ултыраҡ рәүештә тереклек итә.

Көйөлдө оҙон аяҡлы, оҙон төҙ нәҙек суҡышлы, һоро сыбар төҫлө, йылға-күл буйында йәшәүсе, ҡош[1]. Был ҡош Башҡортостанда киң таралған, һыу буйҙарында тереклек итә. Оҙон аяҡлы, аҫҡа табан кәкерәйгән оҙон суҡышлы, өйрәктән ҙур. Был ҡош яҡшы йөҙә, кәрәк саҡта сума. Төҫө — ҡара, буй-буй ерән һорғолт һыҙыҡлы. Ҡойроғоноң өҫтө һәм ҡорһағы аҡ төҫтә. Аяҡтары күкһел һоро. Тауышы «көйөөөөл, көйөөөөөл, өл-өл-өл». Шырлыҡтарҙа, һыулы болондарҙа йәшәй. Ваҡ балыҡ, бөжәк, көҙөн еләк-емеш менән туҡлана. Көйөлдө ояһын ерҙә ҡора. Көрән таптар менән ҡапланған йәшкелт-һоро төҫлө дүрт йомортҡа һала. Көйөлдө — һунар ҡошо, уны ите өсөн аулайҙар.

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)