Барышникова Анна Куприяновна
Анна Куприяновна Барышникова | |
Исеме |
Анна Куприяновна Колотнева |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Чуриково, Землянский өйәҙе, Воронеж губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Землянск, Воронеж өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
әкиәтсе |
Барышникова Анна Куприяновна (ҡушаматы Куприяниха; 24 август 1868 йыл Чуриково, Воронеж губернаһы — 23 август 1954 йыл, Землянск, Воронеж өлкәһе) — рус әкиәтсеһе
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Куприяновна Барышникова Воронеж губернаһының Землянский өйәҙе Большая Верейка ауылы янындағы Чуриково ауылында (хәҙер Рамонксий районы Большая Верейка ауылы биләмәһе) тыуа. Уның атаһы яғынан олатаһы — крепостной крәҫтиән Левон Алексеевич Колотнев. Олатаһын ғаиләһе менән урындағы алпауыт кәрткә ота һәм йәшәргә Чуриково ауылына алып килә. Яҙыусының атаһы Куприян Левонович көтөүсе була. Тормоштары ауыр булыуына ҡарамаҫтан, олатаһы һәм атаһы икеһе лә, күңелсәк кешеләр булған, бик күп әкиәттәр белгән, Уларҙан Аннаға төрлө фантастик тарихтар яҙыу оҫталығы тапшырылған. Анна Куприяновнаның атаһы, Куприян Левонович, "ирек"кә ерһеҙ сыға һәм ғүмеренең аҙағына тиклем һыйыр көтөүе менән шөғөлләнә. Һигеҙ йәшенән ҡыҙы атаһына һыйыр һәм һарыҡ көтөргә ярҙам итә. Әммә Аннаның атаһы бала сағында уҡ вафат була. Һуңыраҡ ире лә вафат була. Анна биш балаһын ашатыр өсөн ялланып эшләй.
Барышникованың төрлө репертуарында 100-ҙән ашыу бик яҡшы әҙерләнгән тылсымлы әкиәттәр, бариндар һәм поптар тураһында киҫкен сатирик әкиәттәр, хайуандар тураһында күңелле әкиәттәр була. Барышникова үҙе тылсымлы әкиәттәрен күберәк баһалай. Уларға хикәйәләүҙең традицион алымдары, рифма, тере диалог хас. Барышникованың башҡарыуы юғары оҫталыҡ, нескә юмор менән айырылып тора. Уның патриотик репертуар булдырыу тәжрибәһенән «Немец генералы нисек партизандарға әсирлеккә эләгә» (1949) әкиәте айырылып тора[1].
1925 йылдан башлап уның әкиәттәрен бер нисә тапҡыр фольклорсылар яҙып ала, улар матбуғатта күренә башлай. Айырыуса «Как барин собакою брехал», «Как барин тешилсә», «Как дьякона медом угощали» әкиәттәре ҡыҙыҡлы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул «Как немецкий генерал к партизанам в лес попал» сатирик әкиәтен яҙа. Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһе тураһында хикәйәһе Һәм «Москва красная — столица прекрасная» әкиәте бар.
«Куприяниханың» әкиәтсе-хикәйә булараҡ талантын танып, уны СССР яҙыусылар Союзына ҡабул итәләр (1938) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Шул ваҡыттан алып Куприяниханың китаптары бер тапҡыр ғына сыҡмай. Барышникова кеүек һоҡланғыс сәсәниә әкиәттәрен бөтә донъя белә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (31.01.1939)
Һайланма әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡ — РНБ-ның электрон каталогтары 2016 йыл 3 март архивланған.
- Барышникова А. К. Сказки / [Обраб. для детей М. М. Сергеенко и А. И. Шубиным]. — Воронеж: Воронеж. обл. книгоизд-во, [1950]. — 120 с.
- — Воронеж : Кн. изд-во, 1959. — 168 с.
- Барышникова А. К. Сказки А. К. Барышниковой (Куприянихи) / Лит. ред [и послесл., с. 104—123] М. М. Сергеенко. — Воронеж: Кн. изд-во, 1955. — 124 с.
- — М.: Сов. Россия, 1961. — 80 с.
- — М.: Сов. Россия, 1971. — 80 с.
- — М.: Московские учебники, 2006. — 88 с.
- Барышникова А. К. Сказки Анны Куприяновны Барышниковой. — Воронеж : Воронеж. обл. кн-во, 1939. — 120 с.
- Барышникова А. К. Сказки бабушки Куприянихи / В обработке для детей М. Сергеенко. — Воронеж: Воронеж. обл. книгоизд-во, 1946. — 125 с. — (Автобиогр. очерк: «Жизнь бабушки Куприянихи. (Анна Куприянова Барышникова о себе)». — С. 5-20).
- — 2-е изд. — Воронеж: Воронеж. обл. книгоизд-во, 1947. — 125 с.
- — М.: Детгиз, 1957. — 48 с.
- — Воронеж: Центр.-Чернозем. кн. изд-во, 1968. — 119 с.
- — Воронеж: Центр.-Чернозем. кн. изд-во, 1978. — 151 с.
- Барышникова А. К. Сказки Куприянихи / Запись сказок, ст. о творчестве Куприянихи и комм. А. М. Новиковой и М. А. Оссовецкого; Вступ. статья и общ. ред. проф. И. П. Плотникова. — Воронеж: Ворон. обл. кн-во, 1937. — 270 с.
- Барышникова А. К. Сказки Куприянихи. Записи 1925—1942 годов 2019 йыл 17 июль архивланған. / [сост., вступ. ст., коммент. М. А. Никифоровой]. — СПб.: Тропа Троянова, 2007. — 365 с. — (Полное собрание русских сказок / А. А. Шевцов, Е. Н. Самойленко. Довоенные собрания ; Т. 14).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гринкова Н. П. Сказки Куприянихи // Художественный фольклор. — 1926. — [кн.] 1. — С. 81-98.
- Тонков В. Жизнь и творчество А. К. Барышниковой // Сказки Анны Куприяновны Барышниковой. — Воронеж, 1939. — С. 3-19.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анна Куприяновна Барышникова. 1868—1954 . Литературное наследие. Дата обращения: 23 ноябрь 2015. Архивировано 23 ноябрь 2015 года.
- Барышникова Анна Куприяновна (прозвище — Куприяниха) (24.08.1868—23.08.1954), сказочница . Все русские. Дата обращения: 23 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2016 года. 2016 йыл 18 октябрь архивланған.
- Сказительница Анна Куприяновна Барышникова — 145 лет со дня рождения. 2013-09-13 . Друзья Дома Ольденбургских. Дата обращения: 23 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 23 ноябрь 2015 года.
- Барышникова Анна Куприяновна — русская сказочница. 2012-10-01 . Историко-патриотический сайт Воронежа. Дата обращения: 23 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 24 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 24 ноябрь архивланған.
- Русские народные сказочники 2023 йыл 14 апрель архивланған.