Эстәлеккә күсергә

Кривополенова Мария Дмитриевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Дмитриевна Кривополенова
Тыуған көнө

19 (31) март 1843({{padleft:1843|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Архангельск губернаһы, Пинеж өйәҙе, Усть-Ежуга ауылы

Вафат булған көнө

2 февраль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны

СССР, (Архангельск губернаһы), Пинеж өйәҙе, Веегора ауылы

 Кривополенова Мария Дмитриевна Викимилектә

Кривополе́нова Мария Дмитриевна (19 [31] марта 1843, Усть-Ежуга ауылы, Архангельск губернаһы — 2 февраль 1924, д. Веегора, Архангельск губернаһы) рус сәсән, йырсы, әкиәтсе.

Мария Дмитриевна Кривополенова дәүләт крәҫтиәне Дмитрий Никифорович Кабалин ғаиләһендә тыуған.

Пинеж өйәҙе Чакольск мәхәлләһенең метрика кенәгәһендә изге великомученица Екатерина сиркәүенә бындай яҙыу теркәлгән: «Устьежуг дәүләт ауылынан Дмитрий Никифоров Кабалин һәм уның законлы ҡатыны Агафья Тимофеевна, икеһе лә православие дине вәкиле: 1843 йылдың 19 мартында ҡыҙҙары Мария тыуған…»[1].

Мария Дмитриевна үҙенең былиналарҙан һәм хикәйәттәрҙән торған киң репертуарын олатаһынан, Никифор Никитич Кабалиндан ала.

1867 йылда Мария Дмитриевна крәҫтиән Кривополеновҡа кейәүгә сыға һәм уның Пинеж өйәҙендәге Шотогорка ауылына күсә.

Кривополенованы донъяға «асҡан» билдәле рәсәй фольклорисы Григорьев Александр Дмитриевич Мария Дмитриевна ғәйәт ярлы йәшәгән:

«… Марья менән ире фәҡир: улар ике ҡатлы (һәр ҡатында берәр кескәй бүлмә) ҡыйыҡһыҙ йортта йәшәйҙәр… Үҙенең атында ауылдар буйлап хәйер һорарға сыға, ләкин үҙ ауылында хәйерселәмәй».

1915 йылда Мария Дмитриевнаны Мәскәүгә килтергән Озаровская Ольга Эрастовна Кривополенова тормошо тураһында түбәндәгене яҙа:

«Ире, өйләнешеү менән, уны Вологда губернаһына аҡса эшләргә алып киткән дә бер йылдан тинһеҙ ташлап ҡалдырған. Тыуған яҡҡа 700 саҡрым ара, шуны имсәк бала тотоп йәйәү үтергә кәрәк… Өйөмә ҡайтып йығылдым, күңелем өшөнө: өйҙөң тәҙрәләре ҡырылған, һандыҡтар ватылған — яуыз алдараҡ өлгөргән, барын да һатып эскән. Өй түгел, тишек-тошоҡ».

Абрамов Фёдор Александрович, Мария Дмитриевна хатта билдәлелек алғас та, ауылдарҙа йөрөгәндә хәйер һораған тип яҙған.

М. Д. Кривополенова һәм Озаровская Ольга Эрастовна

1915 йылда танылған фольклорсы һәм артист Ольга Эрастовна Озаровская сығыш яһау өсөн яңы материал йыйыу маҡсатында Архангел губернаһына бара һәм, улы Василько хәтерләүенсә, Великий Двор ауылында йәшәгән әхирәте Прасковья Олькинаға килә. Иртәнсәк әхирәттәр эш буйынса өйҙән сыға, Василько улар артынан өйҙән сығып килгәндә, хәйер һорап йөрөүсе бер ҡатынды осрата. Малай, уны йәлләп, әсәһен ҡыуып етеп, ҡарсыҡҡа бирергә аҡса һорай. Мария аҡса биргәнгә рәхмәт йөҙөнән әлеге ҡарсыҡ бер нисә былина йырлап ишеттерә. Ошо былиналар Озаровскаяны тетрәндергән дә инде. Шулай итеп Мария Кривополенованың Рәсәйҙә танылыуына юл асыла[2].

Шул уҡ йылды Ольга Эрастовна Озаровская Кривополенованы Мәскәүгә Нәфис сәнғәт һөйөүселәрҙең Төньяҡ түңәрәге ойошторған гастролдәргә алып бара. Политехник музейҙа әкиәтсе ҙур уңыш менән сығыш яһай. Шулай уҡ 1915 йылдан 1916 йылға тиклем Мария Дмитриевна Петроградта, Тверь, Украина, Кавказда сығыш яһаған, төрлө ғилми йәмғиәттәрҙә, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында 60-тан ашыу концерт үткәргән, шул рәүешле тамашасылар араһында ҙур танылыу яулаған.

1915 йылдың 11 октябрендә сыҡҡан иллюстрациялы «Искра» журналынан:

Төньяҡ буйлап сәфәрҙән ҡайтҡан О. Э. Озаровская Мәскәүгә былиналар бәйетсеһе М. Д. Кривополенованы алып килә. 26 сентябрҙә М. Д. Кривополенова Политехник музейының тамашасылар менән тулы ҙур залында йөҙйәшәр олатаһынан отҡан боронғо скоморошина былиналарын йырлап ишеттерә, һәм Мәскәү тамашасыһының күңелен биләй. Биҙәкле быйма кейгән, сыбар яулыҡ ябынған бәләкәй генә кәүҙәле ябыҡ ҡарсыҡтың уңышы алдында хатта төньяҡ әкиәтселәре ауыҙынан яҙып алынған бер нисә хөрәфәти хикәйәһен һәм әкиәтте юмор менән тапшырған О. Э. Озаровскаяның уңышы ла тоноғораҡ һымаҡ күренә[3].

Кривополенованың һөйләүенә шаһит булған Гемп Ксения Петровна бәйетсе Кривополенованың декламация манераһын былай тип тасуирлаған[4]:

"«Барыһы ла күҙгә ташлана, һәр ым-ишараһы һүҙ менән йәнәшә килә. Тауышында органдан нимәлер бар, тәрәнлеге, көсө һәм музыкаллеге хайран ҡалдыра. Һәм был ҙур йырсының тауышы. Уның интонациялары нескә, ҡайһы берҙә ишара ғына, ләкин сағыу акцент та, тотанаҡлы, күп мәғәнәле пауза ла бар. <…> Сығыш яһағанда, тыңлаусылар менән бәйләнеш тота, уларға ҡул болғай, киң йылмая, юҡ-юҡта юл ыңғай ниндәйҙер һүҙ ҙә әйтеп ҡуя. Уның хәтере иҫ киткес. Ғәҙәттә, „әллә ҡасандан“ һаҡланған бер төрлө тексты һүҙмә-һүҙ еткерә, йәғни боронғо былиналарҙы һәм тарихи йырҙарҙы йырлай».

Мария Дмитриевнаның концерттарын Борис Пастернак та тамаша иткән, уның «һөйләй» белеүен юғары баһалаған. Рәссамдар Е. В. Гольдингер һәм П. Д. Корин уның портреттарын яҙған. Кривополенова С. Т. Конёнковтың «Вещая старушка» (1916) скульптураһының прообразы булып сығыш яһай.

Әммә, 1917 йылғы Октябрь революцияһы һәм артабанғы ваҡиғалар менән бәйле, Кривополеноваға ҡыҙыҡһыныу юҡҡа сыға һәм ул бәләкәй тыуған төбәгенә ҡайтырға мәжбүр була. Унда эргә-тирәләге ауылдар буйлап хәйер йыйыуын дауам итә.

Артабан Мария Дмитриевна тураһында революциянан һуң, 1919 йылда «Былины» йыйынтығы сыҡҡандан һуң ғына, иҫкә алдылар. «О Вавиле и скоморохах» тигән күренекле хикәйәте лә был йыйынтыҡҡа ингән. 1921 йылдың ғинуарында Мария Дмитриевнаға, рус мәҙәниәтенең билдәле эшмәкәре булараҡ, РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы пенсия һәм академик паёк тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың йәйендә Луначарский Анатолий Васильевич мәғариф халыҡ комиссары Кривополенованы йәнә Мәскәүгә саҡыра. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында Мария Дмитриевнаның сығыштары ҙур уңыш менән үтә. Луначарский Кривополенованы «дәүләт өләсәйе» почётлы эпитеты менән бүләкләй. Осрашыуға саҡырғаны өсөн рәхмәт белдереп, Мария Дмитриевна Луначарскийға бейәләй бүләк итә.

Матур сығыш яһағандан һуң, Мәскәүҙә ҡалырға һәм сығыштарын дауам итеү тәҡдимдәренә ҡарамаҫтан, Мария Дмитриевна баш тарта һәм яңынан тыуған яғына, Пинеж өйәҙенә, күнегелгән тормошона ҡайта.

Мария Дмитриевна Кривополенова 1924 йылдың 2 февралендә Пинеж өйәҙе Веегоры ауылында вафат була. Чакола ауылында ерләнгән. Мария Дмитриевна менән яҡын таныш Борис Шергин, уның яҡты донъя менән хушлашыуын художестволы итеп һүрәтләгән[1]:

«Бер көндө ул алыҫ ауылға юл тота. Төндә генә ҡайтырға сыға. Ҡар өйөрмәһе аяғынан йыға. Кемдер әбейҙе юлаусы йортона алып килә. Өй эсе тулы халыҡ. Сәсәниәне таныйҙар. Уға ятырға урын бирәләр.
Урындығына ултырып, Кривополенова тыныс ҡына тауыш менән:
— Шәм бирегеҙ. Хәҙер әтәс ҡысҡырыр, һәм мин үтермен.
Мария Дмитриевна, янып торған шәмде ҡулына ҡыҫып, былай ти:
Бөтә рус ере, ғәфү ит мине
Өй алдында әтәс ҡысҡырҙы. Былиналар бәйетсеһе күҙҙәрен мәңгегә йомдо.
Рус Төньяғы — был былинаның һуңғы өйө, һуңғы торлағы. Кривополенованың вафаты менән Төньяҡта ла былинаның һуңы етә.
Һәм был ахыр күркәм була».

  • Григорьев А. Д. Марья Дмитриевна Кривополенова // Архангельские былины и исторические песни, собранные А. Д. Григорьевым …: в 3 т.- М., 1904.- Т. 1, ч. 2.- С. 333—336;
  • Каретников А. А. Мария Дмитриевна Кривополенова, сказительница былин.- Архангельск, 1916;
  • Озаровская О. Перед портретом: (памяти М. Д. Кривополеновой) / О. Озаровская // Красная нива.- 1926.- № 29.- С. 14-15;
  • Кривополенова Мария Дмитриевна // БСЭ.- 1937.- Т. 35.- Стлб. 61;
  • Патракеева Т. Д. Сказители Пинежья: М. Д. Кривополенова, А. И. Гладкобородова, А. Е. Суховерхова: библиогр. указ.- Архангельск, 1975;
  • Ларин Олег Игоревич. Махоня: Повесть. / О. Ларин. // Узоры по солнцу / О. Ларин.- М., 1976.- С. 125—191;
  • Бражнин И. Сумка волшебника / И. Бражнин.- Л., 1978.- С. 135—144;
  • Гемп Ксения Петровна. Сказ о Беломорье / К. П. Гемп.- Архангельск: Сев.-Зап. кн. изд-во, 1983.- С. 138—140;
  • Хомчук Н. И. Экспедиции Озаровской / Н. И. Хомчук // Прометей.- М., 1983.- Т. 13.- С. 185—196;
  • Личутин В. В. Дивись-гора: очерки, размышления, портреты / В. Личутин.- М., 1986.- С. 208—215;
  • Рогов А. П. Махонька: повесть / А. П. Рогов.- М.: Дет. лит., 1987;
  • Иванова Т. Г. Новые материалы к биографии М. Д. Кривополеновой: (К 65-летию со дня смерти сказительницы) / Т. Г. Иванова // Сов. этнография.- 1989.- № 4.- С. 84-89;
  • Кривополенова М. Д. // Русские народные сказители / сост. Т. Г. Иванова.- М., 1989.- С. 246—249;
  • Пономарёв Б. С. Литературный Архангельск: события, имена, факты. 1920—1988.- 2-е изд.- Архангельск, 1989.- С 17-24;
  • Шергин Б. В. Изящные мастера: поморские былины и сказания / Б. Шергин.- М.: Мол. гвардия, 1990.- С. 144—147. Коненков С. Портрет сказительницы // Слово.- 1993.- № 5/6.- С. 10;
  • Пинежские сказители: [сборник / сост.: Л. А. Житов, Н. Л. Ряхина].- Архангельск: Правда Севера, 2008.- С. 5-18.
  • Иванова Т. Г. Концерты народных сказителей: М. Д. Кривополенова // История русской фольклористики XX века, 1900 — первая половина 1941 гг./ Т. Г. Иванова; Рос. акад. наук, Ин-т рус. лит. (Пушкин. Дом).- СПб., 2009.— Гл. 6.- С.448-449.
  1. 1,0 1,1 Владимир Иванович ПОВЕТКИН Озарённая Кривополенова 2011 йыл 19 октябрь архивланған. // Альманах «Чело» 1(10) 1997 год
  2. Михаил Корсунский Учитель любви к природе. Василько Васильевич Озаровский 2016 йыл 5 март архивланған. Газета МСН. 14 сентября 2005 года
  3. Иллюстрированный журнал «Искры», 11-ое октября 1915 года № 40
  4. Ксения Петровна Гемп Кривополенова Мария Дмитриевна 2012 йыл 8 март архивланған.