Эстәлеккә күсергә

Батыршин Рәсиф Зарифйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Батыршин Рәсиф Зарифьян улы битенән йүнәлтелде)
Батыршин Рәсиф Зарифйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Максимов ауылы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Удмурт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Удмурт дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы Рәсәй рәссамдәр союзы[d]
Жанр портрет[d], пейзаж[d] һәм натюрморт
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Батыршин Рәсиф Зарифйән улы (26 март 1951 йыл) — рәссам, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдары союзы ағзаһы. Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы. Трокай Борисов исемендәге милли премия лауреаты.

Рәсиф Зарифйән улы Батыршин 1951 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Максимов ауылында тыуған.

1973 йылда Удмурт дәүләт университетының Н. Я. Попов етәкләгән һынлы сәнғәт факультетын тамамлай.

Удмурт дәүләт университетында һынлы сәнғәт кафедраһында доцент вазифаһын башҡара.

Пейзаж, натюрморт һәм портреттар авторы. 1975 йылдан республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Рәсиф Батыршиндың картиналары Удмурт республикаһының һынлы сәнғәт музейында, Удмурт Республикаһының Кузебай Герда исемендәге Милли музейында, Рәсәй һәм сит илдәрҙәге шәхси тупланмаларҙа урын алған.

  • Удмурт республикаһы: Мәҙәниәт һәм сәнғәт. Удмурт Элькун: Лулчеберет но устолык: энциклопедияһы. Ижевск, 2012. 41 бит.
  • Выставка как повод. Удмуртская правда. № 48 (24741), 26.04.2011