Бахла ҡәлғәһе
Бахла ҡәлғәһе | |
ғәр. قلعة بهلاء | |
Тау һырты | Эль-Ахдар[d] |
---|---|
Дәүләт | Оман |
Административ-территориаль берәмек | Бахла[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Рәсми сайт | whc.unesco.org/en/list/4… |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d][1] |
Бахла ҡәлғәһе Викимилектә |
Бахла ҡәлғәһе — Бахла ҡалаһында урта быуат цитаделе, Назваға барған юлда, Джебель-Ахдар тауының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Омандың иң боронғо ҡәлғәһе тип һанала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғәнең төҙөлөү ваҡыты аныҡ билдәле түгел, әммә йылъяҙмалар уның 1150 йылдан алып 1406 йылға тиклем биш быуат дауамында Омандың баш ҡалаһы булған һәм был ҡәлғәлә ҡеүәтле хакимдар династияһынан Набханиҙың резиденцияһы урынлашҡан тип яҙа. Гизва, Рустак һәм Изки нығытмалары менән бергә ул бейек Джебель Ахдар тауы итәгендә оборона ҡоролмалары сылбырын тәшкил иткән. Шуға ла ҡаланы бейек диуарҙар уратып алған. Диуарҙар артында ҡәлғә үҙе һәм ҡала ғына түгел, шулай уҡ киң хөрмә баҡсалары ла булған. Был диуарҙарҙы яҡынса 600 йыл элек Гайта исемле ҡатын төҙөткән тип фараз итәләр. Бахла ҡәлғәһе эсендә 15 ҡапҡа һәм 132 башня бар, уларҙың ҡайһы берҙәренә күтәрелеп була.
Дошмандар һәм көслө дауылдар Бахла ҡәлғәһен күп тапҡыр емерә, шуға күрә уны бер тапҡыр нисә яңынан төҙөгәндәр. Әммә ҡәлғә 1610 йылда ныҡ зыян күрә, шунан һуң уны ҡабаттан тиерлек төҙөйҙәр. Ҡәлғәнең был урында беҙҙең эраға тиклем 1000 йылдан алып тороуы билдәле.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бахла ҡәлғәһе Оманда, шул уҡ исемле оазистың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм бөтә ҡала өҫтөнән ҡалҡып тора. Был бөтә Ғәрәбстан ярымутрауында һаҡланып ҡалған иң боронғо форттарҙың береһе булып тора.
Бахла ҡәлғәһе таш нигеҙҙә төҙөлгән, диуарҙары самандан һалынған. Башняларының бейеклеге 50 метр, диуарҙарының бейеклеге 12 метрға етә, ә ҡаланы уратып алған диуарҙарҙың оҙонлоғо 12 км тәшкил итә[2].
Тәү ҡарашҡа төҙөлөү материалы ныҡлы күренмәһә лә, сей кирбестән төҙөлгән ҡәлғә үҙенең һаҡланыу функцияларын яҡшы үтәгән һәм бөгөнгө көндәргә тиклем килеп еткән.
Ҡәлғә эсендә ҙур булмаған ҡала булған. Лабиринттың мөйөштәрендә түңәрәк башнялар тора. Диуарҙарында һуғарыу системаһының бер нисә шлюзы бар. Алыҫ сығанаҡтарҙан оазисты һуғарыу өсөн скважиналар һәм ер аҫты каналдары буйлап ер аҫты һыуҙары килгән.
Бейек диураҙар артында пальма ағастары араһында балсыҡ йорттар, солтан залдары, мунсалар һәм ҡәлғәне һаҡлаусыларҙың казармалары урынлашҡан. Тар урамдар бер ҡатлы бәләкәй магазиндар комплексынан торған баҙарға алып сыҡҡан.
Көньяҡ-көнбайыш өлөштә яҡшы һаҡланып ҡалған миһраб скульптураһы менән XIV быуаттың йома мәсете урынлашҡан.
1987 йылда ЮНЕСКО тарафынан бөтә донъя мираҫы исемлегенә индергәнгә тиклем комплекс ярым емерек хәлдә була һәм оҙайлы реконструкцияға ябыла. Оман хөкүмәте реставрация эштәре өсөн $ 9 млн. аҡса бүлә, тергеҙеү эштәре 1993 йылда башлана. Йүнәтеү эштәре бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә[3].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- whc.unesco.org
- omanet.om Ҡалып:Битая ссылка
- https://womanadvice.ru/krepost-bahla
- https://allcastle.info/asia/oman/001 2019 йыл 15 декабрь архивланған.
- https://www.tourister.ru/world/asia/oman/city/bahl/placeofinterest/33407/responses/5467