Башкиров Александр Иванович
| Башкиров Александр Иванович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 1885 |
| Тыуған урыны | Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы |
| Вафат булған көнө | иртәрәкоктябрь 1941 |
| Вафат булған урыны | СССР |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Социалист-революционерҙар партияһы[d] |
Александр Иванович Башкиров (1885, Һамар губернаһы — 1941 йылдан һуң) — делегат Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышының делегаты, эсер.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Башкиров 1885 йылда Һамар губернаһының Козловка ауылында мещан ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда ул эсерҙарҙан һәм крәҫтиән депутаттары Советынан Һамар һайлау округы буйынса Учредителдәр йыйылышына ағза итеп һайлана (3-се һанлы исемлек). 1918 йылдың 5 ғинуарында Йыйылыш ултырышында ҡатнаша[1].
Александр Ивановичтың Граждандар һуғышы осорондағы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт юҡ, Комуч исемлегендә уның фамилияһы табылмай.
Совет осоронда Башкиров Куйбышев ҡалаһында товаровед булып эшләй. 1941 йылдың 13 июлендә ул ҡулға алына, ә 3 октябрҙә СССР НКВД-ының Махсус кәңәшмәһе уны 58-10 статьяһы буйынса холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына 8 йылға хөкөм итә (контрреволюцион пропаганда һәм агитация)[2][3].
Александр Башкировтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1956 йылдың 18 июлендә Куйбышев өлкә суды тарафынан аҡлана[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкиров Александр Иванович. Хронос. Всемирная история в интернете. Дата обращения: 12 март 2017.
- ↑ О жертвах политических репрессий. Том 1. Самарский Дом печати. Дата обращения: 12 март 2017.
- ↑ Башкиров Александр Иванович (1885-1941). Центр генеалогических исследований. Дата обращения: 12 март 2017. 2016 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Списки жертв. Мемориал. Жертвы политического террора в СССР. Дата обращения: 12 март 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. М., РОСПЭН, 2008.
- ГА РФ. Ф. 102 — Департамент полиции Министерства внутренних дел, 5 д/п, 1912, д. 638.
- Белая книга. О жертвах политических репрессий. Т. 1. Самара, 1997.
- Книга Памяти Самарской области, 2000.