Эстәлеккә күсергә

Башкиров Сергей Геннадьевич (биатлонсы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башкиров Сергей Геннадьевич (биатлонсы)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 30 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (46 йәш) или 20 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (46 йәш)
Тыуған урыны Чебоксар, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө биатлонист, биатлонный тренер
Уҡыу йорто И. Я. Яковлев исемендәге Сыуаш дәүләт педагогия университеты
Масса 74 килограмм
Спорт төрө Биатлон[2]
Бейеклеге/буйы 181 сантиметр

Башкиров Сергей Геннадьевич (30 декабрь 1977 йыл) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер. Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастеры (1999).

Сергей Геннадьевич Башкиров 1977 йылдың 30 декабрендә Сыуаш АССР-ының баш ҡалаһы Чебоксарҙа тыуған.

1999 йылда Сыуаш дәүләт педагогия университетын «Математика һәм информатика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлаған.

Беренсе тренеры — Г. Башкиров[3]. Тренерҙары ― Г. П. Салдимиров, Н. И. Чегодаев[4]. Буйы — 181 см. Ауырлығы — 74 кг.

1988 йылдан биатлон менән шөғөлләнә башлай.

Яратҡан биатлон дисциплиналары — спринт, эҙәрлекләү ярышы, масс-старт[5].


Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәре йыйылма командаһы һәм Новоуральск ҡалаһы (Свердловск өлкәһе) өсөн сығыш яһай[6].

Хәҙерге ваҡытта биатлон буйынса Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы тренеры[7].

Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2000), (2003, 2004, 2005 — 10 км спринт, 2003 — 12,5 километрға эҙәрлекләү ярышы, 2005 — 4х7,5 километрға эстафета) һәм бронза (2010 — 10 километрға командалы ярыш).

  • 2000/01 — 63 урын
  • 2001/02 — 73 урын
  • 2002/03 — 36 урын
  • 2003/04 — 41 урын
  • 2004/05 — 54 урын
  • 2005/06 — 54 урын

Новоуральск ҡалаһында (Свердловск өлкәһе) йәшәй.