Башҡортостандың яратҡан рәссамдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостандың яратҡан рәссамдары
URL:

artrb.ru

Коммерция:

юҡ

Сайт тибы:

фото-һынлы сәнғәт, тауыш биреү

Эшләй башлаған:

2017 год

Ағымдағы статус:

ғәмәлдә

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» — Башҡортостан рәссамдары ижадын бөтә Рәсәйгә һәм сит илдәргә танытыу ниәтенән үткәрелгән бөтә Рәсәй асыҡ интернет-конкурсы. Конкурстың маҡсаты – Башҡортостанда йәшәгән, һәм уларҙың ижады аша Башҡортостанды ситтә танытҡан, рәссамдарға халыҡ баһаһын биреү, сит төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн республиканың нәфис образын булдырыу.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иң яҡшы рәсемдәрҙе сайтҡа инеүселәр онлайн режимында тауыш биреү юлы менән һайлай..
  • Бынан тыш ижади яҡтан һәр эште танылған эксперттар баһалай.

Проект тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан рәссамдарына халыҡ баһаһы биреү башланды. Галереяла 800-ҙән артыҡ картина урын алған, 170 рассам ҡатнаша, сайтҡа инеүселәр һаны 200 меңдән артып киткән, тип билдәләй АиФ [1] гәзите. Проектты тормошҡа ошырыуға республиканың күп кенә предприятиелары булышлыҡ итә. Приздар конкурста ҡатнашыусыларға ғына түгел, әүҙем тауыш биреүселәр өсөн дә ҡаралған. Тауыш биреүселәргә «Арсенал» музыкаль инструменттар магазины гитара, бер нисә ресторан бушлай ашарға саҡырыу ҡағыҙы, «Ультра» кинотеатры киносеансҡа билет, медицина клинакаһы медицина тикшереүенә саҡырыу ҡағыҙы, парашют спорт клубы парашют менән һикереүгә саҡырыу ҡағыҙы вәғәҙә итә[2].{0}[13]{/0}} (1936)

Конкурс нәтижәләре буйынса иң күп тауыш йыйған 50 рәссам тураһында китап сығарыласаҡ, тип хәбәр итте конкурстың координаторы яҡташтар тураһында китаптар сығарыуса Наил Мәхмүтов.

Проектҡа баһалама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаязов Әлфис Суфиян улы, Башҡортостандың мәғариф министры (2011—2015), педагогика фәндәре докторы (1996), профессор (1997), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы:

« Проект йәштәр һәм йәш рәссамдар өсөн юл аса. Оҫталар үҙҙәрен танытасаҡ, уларҙың ижады менән ҡыҙыҡһынасаҡтар. «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» нигеҙендә Фәндәр академияһы Рәсәйҙә тиңдәше булмаған «Башҡортостан тарихы Башҡортостан рәссамдары ижадында» тигән мультимедиа проектын әҙерләй. Тыуған төбәктең боронғо замандан алыа беҙҙең көндәргә тиклем тарихы рәсемдәрҙә сағыласаҡ. »

Рәмил Бәҙәмшин, Өфөлә һәм Башҡортостанда бард концерттарын һәм фестивалдәрен ойоштороусы:

« Үҙебеҙҙең рәссамдар ижады менән яҡынданыраҡ танышасаҡмын тип үҙемә ҡарар иттем, һәм республикала йәшәүсе һәр кем үҙе өсөн буяуҙарҙан торған төҫлө ғаләмде асһын тип теләйем »

Рәсих Әхмәтвәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2010), 1992 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, Maison des Artistes, France ағзаһы (2002):

« ...ғәҙәттәгесә Мәҙәниәт минстрлығы һәм ижади союздар үткәргән сараларҙы урап үтеп, интернет селтәрендә үткәрелгән был конкурс яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итәсәк »

[3][4].

Cығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео «Вся Уфа» телеканалында кисә
  • YouTube сайтында Видео БСТ каналында яңылыҡтар
  • YouTube сайтында Видео РБК (телеканал), программа «Дело» — Картинная «раскрутка»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]