Эстәлеккә күсергә

Мәхмүтов Наил Мәзит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәхмүтов Наил Мәзит улы
Тыуған көнө

3 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылы

Гражданлығы

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге

крайҙы өйрәнеүсе, яҡташтар тураһында китаптап сығарыусы

 Мәхмүтов Наил Мәзит улы Викимилектә

Мәхмүтов Наил Мәзит улы (3 декабрь 1963 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, бағыусы. Башҡортостанда тыуған яҡташтар тураһында китаптар серияһын нәшер итеүсе; Рәсәй химия сәнәғәте профсоюзы республика комитетының иҡтисад эштәре буйынса комиссия ағзаһы; Берҙәм Рәсәй партияһының «Завод» бүлексәһе секретары[1]; иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Башҡортостан Республикаһы профсоюздар Федерацияһының рәйес урынбаҫары.

Наил Мәзит улы Мәхмүтов 1963 йылдың 3 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған.

1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, 2000 йылда ситтән тороп Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади институтын тамамлай. 2007 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2013 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, «инженер-механик» квалификацияһын ала, Өфө ҡалаһының нефть эшкәртеү заводтарының береһендә эшләй. Буш ваҡытында яҡташтар тураһында китаптар һәм йыйынтыҡтар сығарыу менән мауыға. Күптән түгел булған ваҡиғалар тураһында әҙ-әҙләп факттар йыйып, китап уҡыусы ҡарарына сығара[2]. Бынан тыш Мәхмүтов — билдәле меценат, Стәрлебаш ауылы үҫмерҙәренә бүләк иткән спорт майҙансығы[3] һәм башҡалар быға асыҡ миҫал.

2005 йылда «Яратҡан мәктәп — беҙ һинең балаларың» йыйынтығын сығара. Был китапта мәктәптә эшләгән уҡытыусыларҙың биографиялары, фотографиялар, мәктәпте тамамлаусыларҙың мәктәр тураһында иҫтәлектәре баҫыла.

Файл:Петь только то, что жизнью накипело 03.jpg
Презентация книги «Петь только то, что жизнью накипело». Уфа. 16.02.2016

Наил Мәзит улы «Башҡортостанда интерхәрәкәт» исемле икенсе китабында XX быуаттың 80-се йылдарындағы студент отрядтары тураһында яҙа. Китапта студенттарҙың төҙөлөш отрядтарында ҡатнашыусылар, хәҙер төрлө тармаҡтарҙағы етәкселәр, менән әңгәмә бирелә. Улар араһында Нефтехимия эшкәртеү проблемалары институты директоры Элшад Теләшев, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов, Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Милана Скоробогатова, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының төбәк етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов. Китап һөйөүселәр араһында китап тиҙ арала абруй яулай[4].

2012 йылда автор, үҙе элекке студент төҙөлөш отрядтарында ҡатнашыусы, «Студент отрядтары артабан атлай»[5] исемле киләһе китабын сығара. Йыйынтыҡ тағы ла 100 элекке төҙөлөш отрядтарында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлектәре менән таныштыра. Был баҫмала Башҡортостан төҙөлөш отрядтары тураһында тулы һәм ентекле яҙыла. Сағыу фотографиялар менән биҙәлгән китап төҙөлөш отрядтары менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирә[6].

2015 йылда «Өфө рок-н-роле легендаһы эҙҙәре буйлап. Юрий Шевчук һәм ДДТ» китабы сыға. Был китап 60 — 80 йылдарҙы Өфөлә ярым йәшерен рәүештә ижад итеүсе рок төркөмдәре тураһында. Билдәле совет рок музыканты Юрий Шевчук — уларҙың иң билдәле вәкиле[7]. Йыйынтыҡҡа ул йылдарҙа Шевчук менән бергә ижад иткән Өфө музыканттарының хәтирәләре ингән[8][9]. Китапҡа уҙған быуат­тың икенсе яртыһында бар­лыҡҡа килгән рок йүнәлеше хаҡында бик бай мәғлүмәт тупланған. Был Наил Мәжит улы туплап сы­ғарған тәүге йыйынтыҡ түгел, әммә үҙенсәлеге шунда: унда халыҡ араһында попу­лярлыҡ яулап өлгөргән рок төркөмөнөң бай тарихы ғына яҙылмаған, ә тотош донъяның рок музыка йүнәлеше сағылдырылған[10].

2016 йылдың 16 марттында Йәштәр һарайында «Аҡ ҡоҙғон» республика автор йыры клубы ағзаларына «Күңел ҡылдары» исемле беренсе республика премияһын тапшырыу тантанаһы уҙа.

Бүләкләү барышында Наил Мәхмүтовтың Башҡортостанда автор йыры традициялары тураһында «Петь только то, что жизнью накипело» китабының исем туйы була[11]. «Петь только то, что жизнью накипело» китабының төҙөүсеһе лә, илһам биреүсеһе лә Наил Мәхмүтов, — тип билдәләне нефтехимия институты директоры һәм автор йыры клубы етәксеһе Эльшад Теляшев, — быларҙың барыһына ла Наил көс, ваҡыт һәм аҡса таба». Кисә аҙағында ҡунаҡтар һәм тамашысыларға Наил Мәхмүтовтың китабы тапшырыла.

Наил Мәхмүтов китаптары Юрий Шевчуктың һәм ҡала мэры Ирек Ялаловтың китапханаларында бар. Уның китаптарының ҙур өлөшө «Башҡортостан комсомолы» энциклопедияһына ингән.

Барлыҡ китаптарҙа ла күптән түгел үткән ваҡиғаларға объектив һәм яҡшы баһа бирелә. Наил Мәзит улы 11 китап сығара һәм был өлгәшкәнгә туҡталып ҡалырға йыйынмай, уның пландарында Башҡортостан рәссамдары тураһында китап нәшер итеү.

Китаптары һәм улар хаҡында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл»" Юбилей миҙалы (1988);
  • Әүҙем эше өсөн «Росхимпрофсоюз „Почёт билдәһе“» (2003);
  • «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы юбилей миҙалы (2004);
  • Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Почёт грамотаһы (2004);
  • Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Өфө ҡалаһының Почёт грамотаһы (2005);
  • Башҡортостан Республикаһы профсоюздар федерацияһының Почёт грамотаһы (2009);
  • Башҡортостан химия комплексын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергән өсөн Башҡортостан Химиктар союзының Почёт грамотаһы;
  • Студент төҙөлөш отрядтарының алтын билдәһе;
  • Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш район мәғариф бүлегенең рәхмәт хаты (2015);
  • Дөйөм Рәсәй «Рәсәй студент отрядтары» ойошмаһының рәхмәт хаты (2016);
  • Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Почёт грамотаһы (2015).
  1. Уфимец Наиль Махмутов выпустил свою 11 книгу Официальный сайт партии Единая Россия. 17.03.2016
  2. Анвар Терегулов. И Шевчуку понравится? Молодежная газета. 26.02.2016
  3. Р.Кинзябаев. Наиль Махмутов подарил детям райцентра спортплощадку. Просто такой характер. Молодёжная газета. 2.02.2015.
  4. Любовь Колоколова. 2017 йыл 15 июнь архивланған.
  5. На книжную полку: «А стройотряды… шагают дальше» Вечерняя Уфа. 11.01.2013
  6. Башинформ. 2019 йыл 31 март архивланған.
  7. Алексей Шушпанов. Башкирия: О том, где творил Шевчук и кто строил нефтяные заводы. Башкирское региональное приложение к газете «Аргументы и факты» 18.03.2015.
  8. «Петь только то, что жизнью накипело…» Вечерняя Уфа. 25.05.2016
  9. В Уфе появилась в продаже книга о Юрие Шевчуке и других легендах уфимского рока Московский комсомолец. 3.03.2015
  10. Лариса Абдуллина. Фәниә Шевчук! Таныштырып тороу кәрәкме? 2017 йыл 19 май архивланған. 7.04.2015
  11. В Уфе Юрию Шевчуку вручат награду «За вклад в развитие авторской песни». Это произойдет 19 марта в рамках презентации книги Наиля Махмутова «Петь только то, что жизнью накипело» КП Уфа 17.03.2016