Башҡортостанды өйрәнеүҙең тәүге этабы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
XVIII быуатта Башҡортостанды өйрәнеү һәм үҙләштереү

Башҡортостанға күсенеүҙең яңы этабы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петр батша заманында Башҡортостанға күсенеүҙә һәм уны үҙләштереүҙә яңы этап башлана. «Артта ҡалғанлыҡ сиген һикереп сығырға» — Петр I-нең ҡеүәтле ихтыяры ошо маҡсатҡа йүнәлдерелә. Бының өсөн Рәсәйҙең иҡтисади һәм хәрби ҡеүәтен ышаныслы металлургия нигеҙен булдырыу иҫәбенә көсәйтеү кәрәк була. Ә быға яраҡлы нигеҙ булып ул заманда бай мәғдән, урман һәм һыу энергияһы ресурстары булған Урал иҫәпләнгән.

Башҡортостанды үҙләштереү сәйәсәтенең әүҙемләшеүе Петр 1-нең уны «Бөтә Урта Азия илдәренә асҡыс һәм ҡапҡа» итеп ҡарауына ғына бәйле булмаған. Уның төп маҡсаты йыш баш күтәргән Башҡортостанды «тамам тынысландырыу»ҙы күҙ уңында тотҡан.

Башҡортостанды яулау сәйәсәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәкте тамам тынысландырыу сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы батша хөкүмәте башҡорт ерҙәренең көньяҡ сиктәрендә хәрби һәм сауҙа пунктына — Ырымбурға нигеҙ һалыуҙан башлай (1743 йыл). Ул башҡорт ерҙәрендә бик тиҙ хәрби-административ үҙәктәрҙең береһенә һәм Ҡаҙағстан, шулай уҡ Урта Азия менән сауҙа итеүҙең ҙур үҙәгенә әүерелә. Шуның менән бер үк ваҡытта Яйыҡ, Уй, Миәс, һаҡмар һәм һамар йылғалары буйлап ҡәлғәләр төҙөлә башлай. Башҡортостанды урыҫ хәрби нығытмалары һыҙаты менән тамам уратып алғас, ул инде Рәсәй империяһының эске бер төбәге булып ҡала. Был иһә ғәйәт бай был илде артабан үҙләштереү өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Петр Беренсенең Указы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батшалыҡ Башҡортостанға күсенеүселәрҙе дәртләндереү сараларын да күрә. 1736 йылда «төрлө кешеләргә, офицерҙарға һәм дворяндарға, шулай уҡ сауҙагәрҙәргә башҡорт ерҙәрен алырға» рөхсәт иткән, шулай уҡ «алпауыттарға үҙ крәҫтиәндәрен Башҡортостанға күсерергә» мөмкинлек биргән указ сығарыла. Был указ менән батша хакимиәтенең власын көсәйтеүсе социаль-админи-стратив һәм хәрби характерҙағы башҡа саралар билдәләнә.

1736 йылғы указға өҫтәмә рәүешендә Дәүләт Берг-Коллегияһы (Тау эше министрлығы) 1745 йылда теләгән бөтә кешеләргә Көньяҡ Уралда заводтар төҙөргә рөхсәт бирә. Әгәр элегерәк башҡорт ерҙәрен үҙләштереү хәрби-игенселек йүнәлешендә генә барһа, ошо ваҡыттан алып ул тау-завод төҙөлөшөн дә эсенә ала. Бынан һуң Башҡортостандың таулы төбәктәренә лә килмешәктәр ағыла. Башҡортостандың көньяғындағы һәм көньяҡ-көнбайышындағы халыҡ һирәк ултырған ерҙәр ҙә бик әүҙем үҙләштерелә башлай.

Мәғдән заводтары төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Башҡортостан ерҙәрендә тәүге баҡыр иретеү заводы — Воскресенск 1745 йылда Тор йылғаһы буйына (Нөгөштөң уң ҡушылдығы) һалына. Унан һуң бер-бер артлы Преображенск, Кананикольск, Бого-явленск, Архангельск, Вознесенск һәм Үрге Тор заводтары ҡалҡып сыға. Баҡыр иретеү заводтары Уралдың көнбайыш битләүҙәрендә һәм көньяҡ армыттарында ғына түгел, Башҡортостандың көн-байышындағы тигеҙлекле һәм үҙәк райондарында ла күренә башлай. Бында 1752—1760 йылдарҙа Благовещенск, Үрге һәм Түбәнге Троицк һәм Өсән-Ивановка заводтары төҙөлә. Улар ҙур булмаған баҡырлы ҡомташ ятҡылыҡтарын файҙалана һәм Урал алдының аҙ урманлы төбәктәрендә урынлаштырыла. Әммә оҙаҡ эшләй алмай, шуға күрә артабан буҫтау фабрикалары (Үрге һәм Түбәнге Троицк һәм Өсән-Ивановка заводтары), шулай уҡ игенде ҡул менән әйләндереп елгәреүсе һәм сорттарға айырыусы машиналар эшләү предприятиелары итеп (Благовещенск заводы) ҡулайлаштырыла.

Рәсәй мәғдән белгестәре башҡорттарҙың ярҙамы менән төбәктең таулы өлөштәрендә тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләп таба. Шулай уҡ Магнит тауында магнитлы тимер мәғдәненең ғәжәп бай ятҡылығы асыла. Тау сәнәғәтселәре суйын иретеү һәм тимер эшкәртеү заводтарын төҙөй башлай. Урал тауҙары төпкөлдәрендә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә заводтарҙың тотош бер төркөмө: Үрге һәм Түбәнге Әүжән-Петровск, Белорет, Ҡағы һәм Үҙән заводтары барлыҡҡа килә.

Шуныһы үҙенсәлекле, металлургия заводтары мәғдән сығарылған урындарҙа ғына төҙөлмәй. Ул замандағы техника минераль яғыулыҡта (коксланыусы таш күмер яғып) металл иретеү менән таныш булмай әле. Металл фәҡәт ағас күмере яғып иретелә, шуға күрә металлургия заводтары яғыулыҡ сығанаҡтарына — урманлы төбәктәргә яҡыныраҡ итеп һалына. Заводтар Ағиҙел йылғаһының домна мейестәренә, шулай уҡ күректәргә һауа өрҙөрөү яйланмаларын, сүкештәрҙе, мәғдән онтаусы һәм башҡа механизмдарҙы хәрәкәткә килтереүсе быуалар төҙөү өсөн уңайлы ҙур булмаған ҡушылдыҡтары буйлап урынлаштырылған. Шул йылғалар буйлап заводтарға ағас ағыҙылған, шулай уҡ һалдарға һәм баркаларға (ҙур кәмә) тейәп, Ағиҙел буйлап үҙҙәре етештергән әйберҙәр баҙарға оҙатылған. Шуға күрә заводтар йыш ҡына мәғдән ятҡылыҡтарынан алыҫта ла төҙөлгән. Белорет заводы бик оҙаҡ ваҡыт Магнит тауы мәғдәнен файҙаланып эшләгән, ә унда мәғдән ылау менән 90 саҡрым ерҙән ташылған. Башҡортостан Уралының көньяҡ армыттарында һәм көнбайыш битләүҙәрендә урынлашҡан баҡыр иретеүсе күп заводтар Ырымбурҙан алыҫ түгел ерҙәге Ҡарғалы баҡырлы ҡомташын файҙаланған.

XVIII быуаттың 80-се йылдарында инде Башҡортостанда 30 металлургия заводы (шул иҫәптән хәҙерге Башҡортостан сиктәрендә 17 завод) иҫәпләнә. Башҡортостан Урал тау заводтары районының бер төбәгенә әйләнә һәм ул XVIII быуатта Рәсәйҙә суйын һәм баҡыр иретеү буйынса монополияға эйә булып тора, ә суйын иретеү буйынса донъяла беренсе урынды биләй.

Башҡортостан тимере һәм баҡыры киң һорау менән файҙаланыла. Ағиҙел буйлап ағым түбәненә металл тейәлгән йөҙҙәрсә кәмә Нижегород йәрминкәһенә, Волгалағы һәм Кама түбәнендәге ҡалаларға бер туҡтауһыҙ йөрөп тора. Ылау-ылау металл Троицк һәм Ырымбур баҙарҙарына оҙатыла, һәм унда Урта Азия тауарҙарына алмаштырып алына. Дөйә каруандары металды Бохара һәм Ташкентҡа ташый, сөнки унда тимер һалҡын көйө сүкергә йомшаҡ булғаны өсөн бик юғары баһалана.

Ауыл хужалығы ерҙәрен үҙләштереүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау-завод сәнәғәте үҫешкән һайын, Башҡортостанға күсеп килеүселәр ағымы ла арта бара. Килмешәктәр заводтар күп булған таулы төбәктәрҙә лә, ауыл хужалығын үҫтереү өсөн уңайлы тигеҙлекле әлкәләрҙә лә ултыраҡланған һәм бында бик киң майҙандарҙы һөрөнтө ергә әйләндергән. Волга буйына һәм Яйыҡ йылғаһының түбәненә һал менән ағыҙыу өсөн урмандар күпләп ҡырҡыла башлаған, һәр металлургия заводы тирәһендә тиҫтәләрсә күмер яндырыу мейестәре дөрләгән. Башҡортостандың Урал алды өлөшөндә 150-гә яҡын завод эшләгән, унда һабын ҡайнатыу, быяла эшләү һәм күн етештереүҙә файҙаланыу өсөн ағас көлөнән поташ (углекислый калий) алынған. Поташ етештереү буйынса Ырымбур губернаһы Рәсәйҙә беренсе урынды тотҡан.

Ауыл хужалығы көс йыя барып, он тартыу, шарап эшләү, күн эшкәртеү һәм башҡа предприятиеларҙы нигеҙләүгә булышлыҡ иткән.

Әммә ауыл хужалығын һәм унда етештерелгәнде эшкәртеүсе сәнә-ғәтте нығыраҡ үҫтереүгә транспорттың дөйөм торошо тотҡарлыҡ яһаған. Транспорттың да ылау һәм йылға транспорты төрҙәре (уныһы ла үҙе йөрөшлө түгел, ә Ағиҙел буйлап ағым түбәненә йөҙөүсе һал һәм ҙур кәмәләр) генә булған. Иген һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын улар Нижегород йәрминкәһендә төп һатыулашыу ваҡытына алып барып еткерә алмаған, шуға күрә унан бер ҡайҙа ла тиерлек сығарылмаған. Шул сәбәпле Өфө губернаһында иген Рәсәй Үҙәгендәге менән сағыштырғанда 5—6 тапҡырға осһоҙораҡ булған. Иген менән сауҙа итеүселәр хаҡтарҙың бындай ҙур айырмаһына битараф ҡала алмағандар һәм үҙйөрөшлө суднолар ебәрергә яраҡлылығын асыҡлау маҡсатында хөкүмәттән Ағиҙел йылғаһын өйрәнеүгә рөхсәт алғандар. 1859 йылда Ағиҙел буйлап, ә аҙ ғына һуңыраҡ Ҡариҙел йылғаһы буйлап өҙлөкһөҙ йөк һәм пассажирҙар хәрәкәте асылған.

Кирилов экспедициялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1722—1731 йылдарҙа Кирилов төҙөгән атлас

Тәбиғәт шарттары төрлө-төрлө булған ғәйәт киң майҙандарҙы хужалыҡ яғынан ныҡлап үҙләштереү уны өйрәнмәйенсә мөмкин булмаған. Ҡалалар, күп һанлы ҡәлғәләр һәм тау заводтарын нигеҙләү бындағы ерҙәрҙе дөйөм рәүештә һәм һәр төбәген айырым-айырым күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек биреүсе географик карталар төҙөүҙе талап иткән. Был эштә күренекле урыҫ географы И. К. Кириловтың хеҙмәте баһалап бөтөргөһөҙ. Уның «Бөтә Рәсәй дәүләтенең сәскә атҡан хәле» тигән китабында (1727 йыл) Башҡортостан тураһында байтаҡ ҡына бик мөһим тарихи-географик мәғлүмәттәр килтерелгән. Ул аҙ үҙләштерелгән ерҙәргә ҙур иғтибар бүлә. Шуға ла И. К. Кириловтың 1734 йылдан алып һуңғы һулышынаса Ырымбур экспедицияһына етәкселек итеүе һис ғәжәп түгел. Был экспедиция ер аҫты байлыҡтарын асыуға күп көс һалды, ошо эштә ул башҡорттарҙың да ярҙамына таянды. Мәҫәлән, экспедицияла ҡатнашыусылар Күбәләк оло-ҫо старшинаһы Байым Ҡыҙраевтың Әтәс тауындағы (аҙаҡ уны Магнит тауы тип атайҙар) тимер мәғдәне ятҡылығын күрһәтеүен билдәләп үтәләр. И. К. Кирилов Башҡортостан төпкөлөндә терәк пункт булырҙай Ырымбур һәм уның менән бәйле бер нисә ҡәлғә төҙөү өсөн урынды үҙе һайлаған. Был ҡәлғәләр, И. К. Кириловтың уйы буйынса, артабан ҡалаға әүерелергә тейеш булған.

Татищев экспедициялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Н. Татищев

И. К. Кирилов вафат булғандан һуң (1737 йыл), Ырымбур экспедицияһына етәкселек итеү В. Н. Татищевҡа йөкләтелә. Ул күренекле ғалим-географ, тарихсы һәм тау-завод эшлеклеһе була. Татищев Башҡортостан ерҙәренең картаһын төҙөүгә, уның ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә бик ҙур иғтибар биргән, был эшкә урындағы халыҡты ла йәлеп иткән. 1740 йылда ул етәкселек иткән экспедиция тарафынан Көньяҡ Уралдың файҙалы ҡаҙылмалары картаһын әҙерләү эше тамамланған.

Рычков экспедициялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур экспедицияһында 1761 йылға тиклем Ырымбур губернаһында эшләгән йәш географ һәм картограф П. И. Рычков та ҡатнашҡан. Ул ошо төбәктең тәбиғәтен, шул иҫәптән минераль һәм үҫемлектәр ресурсын, мәмерйәләрен, халҡын, иҡтисадын бик ентекле өйрәнгән һәм был ерҙәрҙе үҙләштереү эшенең беренсе йылъяҙмасыһы булған. Уның «Ырымбур топографияһы, йәғни Ырымбур губернаһын ентекле һүрәтләү», «Ырымбур тарихы» тигән китаптары киң танылыу тапҡан. Шуға ла уны йыш ҡына «Ырымбур крайы Колумбы» тип атағандар. Академик Г. Ф. Миллер: «һәр губернала Рычковҡа оҡшаған оҫта һәм тырыш кеше булғанда ғына, Рәсәйҙе һүрәтләгән ентекле тарих барлыҡҡа килер», — тип яҙған.

Лепехин экспедециялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. И. Лепехин

XVIII быуаттың 60—70-се йылдарында Рәсәйҙең көнсығыш һәм төньяҡтағы ерҙәрен географик һәм этнографик йәһәттән өйрәнеү өсөн академик экспедициялар ойошторола. Экспедицияларҙың ике төркөмө беҙҙең Башҡортостанды өйрәнә, Рәсәй Фәндәр академияһы адъюнкты И. И. Лепехин етәкләгән төркөмдөң материалдарында завод ауылдары (Табын, Йылайыр, Ҡағы, Белорет һ. б.), был төбәктә йәшәүселәрҙең шөғөлдәре һәм йолалары, үҫемлектәре, хайуандар донъяһы, мәмерйәләре (шул иҫәптән Шүлгәнташ мәмерйәһе), Стәрлетамаҡ шихандары Йөрәктау, Торатау, Ҡуштау, шулай уҡ Ирәндек, Ямантау, Ирәмәл һ. б. тауҙар, күлдәр, минераль сығанаҡтар тураһында мәғлүмәттәр килтерелә. Урындағы төп халыҡтың хужалығындағы үҙгәрештәргә ҡағылып, И. И. Лепехин былай тип яҙа: «Әй йылғаһы буйында йәшәгән башҡорттар яңынан тыуған кеүек булдылар… Улар күршеләре һымаҡ уҡ яҡшы игенсе». И. И. Лепехиндың «1790 йылда Рәсәйҙең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт итеүҙең көндәлек яҙмалары» тигән китабында теге йәки был файҙалы ҡаҙылма ятҡылығын, уның фекеренсә, эҙләргә кәрәк булған бер нисә урын атап үтелә. Уның көндәлек яҙмаларының биттәре байлыҡтарҙы, шул иҫәптән күп заводтар тирәһендә саманан тыш ҡырҡылыусы урмандарҙы уйлап, һаҡсыл файҙаланыу хәстәрлеге менән һуғарылған.

П. С. Палластың тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

П. С. Паллас

Академик П. С. Паллас етәкселегендәге икенсе төркөм Бирҙе ҡәлғәһе — Ырымбур — Стәрлетамаҡ — Ҡатау-Ивановка — Янғантау — Миәс маршруты буйлап (һәм артабан көнсығышҡа табан) тикшеренеү эштәре алып бара.

Был төркөм Санкт-Петербургтан сыҡҡан йылда (1769) П. С. Паллас Өфөгә килеп етә һәм ошонда ҡыш сыға, ошонда үҙенең «Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт» тигән китабының тәүге өлөшөн яҙа. Унда Паллас Өфө тураһында бик үк яҡшы фекерҙә түгел: «Мин, был ҡалалағы кеүек иң файҙаһыҙ һәм иң эс бошорғос ҡышлауҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ». Уның кәйефен аңлар өсөн, ҡаланы һүрәтләүҙән бер нисә юл килтерәйек: «Өфө насар төҙөлгән һәм инде шаҡтай туҙа төшкән бер ер, шунан да йүнһеҙерәк урындың һайланыуы мөмкин түгел; әгәр был ҡаланы һалғанда, … яу килгәндә хәүефһеҙерәк урын тигән фекергә генә һылтанмаһалар. Ағиҙел йылғаһының уң ярында алты-ете йөҙ тәртипһеҙ таралып ултырған йорттар ҙур бер соҡорҙо әйләндерел алған… Был урындың телгә алырлыҡ сауҙаһы ла, күн эшкәртеүселәрҙән башҡа яҡшы ҡул оҫталары ла юҡ».

Өфөнән 15 саҡрымдағы Богородское ауылына барып ҡайтҡандан һуң, П. С. Паллас үҙенең көндәлегенә «урыҫтар, башҡорттар менән күрше йәшәгәс, тырышлығын умартасылыҡҡа һала башлаған» тип яҙып ҡуйған. Ҡариҙелдең ҡушылдыҡтары Шаҡша һәм Лобовка бассейнындағы тәбиғәт һәм хужалыҡ менән танышып, ул: «Ҡышын да, йәйен дә үҙ ауылдарынан сыҡмай йәшәүсе бындағы башҡорттар арыу ғына игенсе булып киткәндәр һәм уларҙың игенде ҡалаға һатырға оҙатырға хәлдә-ренән килә. Шул уҡ ваҡытта улар бал ҡорто тотоуҙы ла ҡулдан ыскындырмайҙар, тик айыуҙар күп булыу сәбәпле, малға бай түгелдәр».

Экспедицияла ҡатнашыусылар, Ҡатау-Ивановка, Усть-Ҡатау, Йүрүҙән һәм башҡа металлургия заводтарына барған саҡта, уларҙың мәғдән базаһы, ҡорамалдар, продукцияны баҙарға сығарыу шарттары менән ҡыҙыҡһынғандар. П. С. Паллас, заводтар янында яҫы төплө суднолар төҙөлә, улар 6—9 мең бот йөк тейәп, Йүрүҙән — Ҡариҙел — Ағиҙел буйлап йөҙөп, артабан Камаға һәм Волгаға тиклем етәләр, тип яҙа.

П. С. Паллас, Йүрүҙәндең уң яҡ ярындағы Янғантауға барғас, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ был күренешен түбәндәгесә һүрәтләй: тау түбәһендә «асылып торған ярыҡтарҙан бер туҡтауһыҙ ҡул тейҙергеһеҙ эҫе быу бөркөлә… Янар күренештең сәбәбе шунда, күптән ошонда йәшәгән башҡорттарҙың әйтеүенсә, йәшен ҙур ҡарағайҙы атҡан да шуның ялҡыны тауға күскән һәм шунан бирле тау бер туҡтауһыҙ эстән яна, имеш».

Академик П. С. Паллас, үҙ отряды менән Себерҙән ҡайтышлай, Башҡортостандың төньяғын киҫеп үткән һәм уның тураһында киң генә ҡылыҡһырлама ҡалдырған: «Имәнлектән килеп сыҡҡас, күҙ алдында гүзәл… тигеҙлек асыла, — тип яҙа ул, — ул Таныптың һул яҡ яры буйлап һуҙыла. Игенселәр өсөн бынан да яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ урынды табыуы ҡыйын: шул уҡ ваҡытта игенде Кама буйлап ебәрергә мөмкин. Бының өсөн Танып буйында, Ырымбур губернаһындағы теләһә ниндәй йылға буйындағыға ҡарағанда, бик күп һандағы башҡорт, татар ауылдары, улай ғына түгел вотяк, сирмеш ауылдары йыш ултырған».

И. К. Кирилов, В. Н. Татищев, П. И. Рычков, И. И. Лепехин, П. С. Паллас һәм XVIII быуатта Башҡортостанды башҡа өйрәнеүселәрҙең хеҙмәттәре беҙҙең көндәрҙә лә әһәмиәттәрен юғалтмаған. Уларҙан башҡа Башҡортостанға кешеләрҙең килеп ултырыу һәм уны үҙләштереү барышын беҙ шундай ентеклелек менән күҙәтеү мөмкин түгел.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы.9 класс өсөн дәреслек. Өфө «Китап»2001 й. 200 бит. ISBN 5-295-02757-0 (урыҫ) ISBN 5-295-02870-4 (башҡ)