Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһының Милли архивы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһының Милли архивы
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Башҡортостан Республикаһының Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы (башҡ. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы) — Башҡортостан Республикаһының.Архив эштәре буйынса идаралығы ҡарамағындағы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы

1919 йылдың 11 авгусында РСФСР-ҙың Төп архив комиссияһы тарафынан РСФСР БашАрхивының Өфө бүлексәһен — Өфө губерна архивын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡорт АССР-ы Архивы булдырыда.

1922 йылдың авгусында, Оло Башҡортостан ойошторолоу сәбәпле, Башархивтың Өфө бүлексәһе һәм БАССР-ҙың Архив эше буйынса идаралығы Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Башҡорт АССР-ының Үҙәк архивына берләштерелә.

1939 йылда Башҡорт АССР-ының Үҙәк дәүләт архивы тип үҙгәртелә һәм БАССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты буйһоноуына күсерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ы архивында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының, СССР Авиация сәнәғәте Халыҡ Комиссариатының, СССР Нефть заводтары Халыҡ Комиссариатының, РСФСР Местпром Халыҡ Комиссариатының, Кировоград өлкә башҡарма комитетының, Калинин, Воронеж, Курск, Орёл өлкәләре учреждениелары һәм предприятиелары архивтары урынлаштырыла.

1960 йылда архив БАССР Министрҙар Советы ҡарамағына күсә.

1991 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы ҡарары менән Үҙәк дәүләт тарих архивы тип үҙгәртелә.

2010 йылда, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 24 октябрендәге «Халыҡ иҫәбен алыу материалдарын электрон сараларға күсереү тураһында»ғы бойороғона ярашлы, был уникаль документтарҙы цифрлаштырыу һәм электрон ҡулланыу фондын булдырыу буйынса эш тамамланды.

2011 йылдың 4 июнендә, Башҡортостан Республикаһы Президентының 2011 йылдың 19 апрелендәге Указын үтәү маҡсатында, БР Үҙәк дәүләт архивы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк тарих архивы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы (ГКУ РБ ЦИА РБ) итеп үҙгәртелде.

Йәмәғәт берләшмәләре фондтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың социаль-иҡтисади, ижтимәғи-сәйәси һәм мәҙәни үҫеше тарихы буйынса документтар һаҡлана. Башҡортостан тарихы шулай уҡ Ырымбур һәм Өфө губерналарының губерна һәм өйәҙ учреждениелары, Ырымбур хәрби губернаторы, тау заводтары (Тирлән, Белорет, Үҙән, Ҡытау-Ивановск һ.б.), Ырымбур мосолман Диниә назараты, Башревком, республика һәм урындағы власть органдары, предприятие һәм берекмәләр, профсоюздар һ. б фондтарҙа сағылыш тапҡан.

192 шәхси фондта 8 046 һаҡлау берәмеге һаҡлана.

БР Үҙәк дәүләт тарих архивында (ЦГИА РБ) республиканың сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни тормошонда мөһим роль уйнаған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең шәхси фондтары һаҡлана.

Улар араһында крайҙы өйрәнеүсе Николай Николаевич Барсовтың, башҡорт хәрәкәте юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидовтың, рәссам Мария Николаевна Елгаштинаның, Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы Тереғоловтың, Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың һәм башҡаларҙың шәхси материалдары бар.

  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года// Под ред. А. А. Хисматуллин (ответств.), А. З. Асфандияров, Р. Н. Рахимов. Сост. Р. Н. Рахимов (ответств.), Б. А. Азнабаев, З. Г. Гатиятуллин, Г. Т. Калимуллина, Ф. Г. Нугаева. Уфа: «Китап», 2012.
  • Путеводитель по фондам Центрального государственного исторического архива Республики Башкортостан. Часть 1: Фонды учреждений, организаций и предприятий Российской империи.

Ҡалып:Архивы России