Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы

Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы — Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәрен берләштергән ижади йәмәғәт ойошмаһы.

Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы үҙенең ағзалары өсөн профессиональ, хоҡуҡи, социаль-көнкүреш ярҙам үҙәге булып тора. Союздың эше ижади, ойоштороу һәм хужалыҡ үҙаллылығы һәм үҙидараһы нигеҙендә бара.

Ойошма адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 94-се йорт.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы 1986 йылда Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең 15-се съезы ҡарары нигеҙендә ойошторола. 1938 йылда барлыҡҡа килгән Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе вариҫы (1-се ойоштороу конференцияһы 1940 йылда үтә).

Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы ижади, ойоштороу эше алып бара, театр хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтә, Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Үҙәк советы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы менән бәйләнеш булдыра.

Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзы аҡсаһы, биналарҙы ҡуртымға биреүҙән алынған аҡса, ағзалыҡ взносы иҫәбенә финанслана. Союз актерҙар, режиссерҙар, театр тәнҡитселәре секцияларын үҙ эсенә ала.

Союз менән рәйес етәкселегендәге идара етәкселек итә. Өфө актерҙар йорто Театр эшмәкәрҙәре союзына ҡарай.

Йыл һайын театр һәм көлкө көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы «Күңелле кулиса» театр кисәләре фестивале үткәрә. Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы «Мельпоменаның алтын ҡәләме» театр премияһын булдырған.

Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы рәйестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]