Башҡортостан (поезд)
Башҡортостан | |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
---|
«Башҡортостан» — Рәсәй тимер юлдарының тиҙ йөрөшлө фирма пассажирҙар поезы (№ 039/040), көн аша йөрөй. Өфө — Мәскәү — Өфө маршруты буйынса йөрөй, айҙың йоп көндәрендә Өфөнән, ә таҡ көндәрендә Мәскәүҙән ҡуҙғала. Юлда ваҡыт 26 сәғәт тәшкил итә.
40 йылдан ашыу элек[1], 1965 йылдың көҙөндә «Башкирия» исеме аҫтында булдырылған. 1993 йылда поездың исеме «Башҡортостан» тип үҙгәртелә[2]. Башта маршруты Ульяновск аша үткән була, әлеге ваҡытта — Һамар аша.
Хәрәкәт расписаниеһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станция | Юлда ваҡыт |
---|---|
Мәскәү Ҡазан | — |
Рязань 1 | 3сәғ. 10м |
Шилово | 4сәғ. 56м |
Рузаевка | 9сәғ. 26м |
Инза | 11сәғ. 25м |
Сызрань-1 | 14сәғ. 14м |
Йондоҙ (тех туҡталыш) | 15сәғ. 30м |
Һамар | 16сәғ. 33м |
Кинель | 17сәғ. 57м |
Новоотрадный | 18сәғ. 38м |
Похвистнево | 19сәғ. 29м |
Боғорослан | 19сәғ. 50м |
Абдулино | 21сәғ.13м |
Приют | 21сәғ. 57м |
Аксаково | 22сәғ. 19м |
Раевка | 23сәғ. 37м |
Шишмә 1 | 24сәғ. 35м |
Өфө |
25сәғ. 35м |
Вагондар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд составында 4 төр вагон:
- СВ (люкс) — йәйге осорҙа ғына;
- купелы;
- юғары комфортлы (бөтә уңайлыҡтары булған) купелы (өҫтәмә хеҙмәттәр менән) — йәйге осорҙа ғына;
- плацкартлы.
Купелы вагондар Тверь вагондар төҙөү заводының заманса вагондарына алмаштырылған. Вагондар «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ унификацияланған дизайн-проектына ярашлы рәүештә берҙәм стилдә йыһазландырылған. Һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, пассажирҙар өсөн мәғлүмәт менән электрон таблоһы бар. Уларҙа тәүлек әйләнәһенә һәм барлыҡ юл участкаһында ла асыҡ биотуалет бар. Вагондарҙа ҡуйылған компьютер менән идара ителеүсе кондиционер, йылытыу системаһы, ниндәй сезон булыуға ҡарамаҫтан, автоматик рәүештә оптималь температура тота. Штаб вагонында инвалидтар өсөн айырым купе бар.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ пассажирҙар ташыу Департаментының 2004 йылда Екатеринбургта үткән пассажирҙарҙы иң яҡшы хеҙмәтләндереү бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә «Махсус форма кейемендә иң яҡшы фирма стиле» номинацияһында беренсе урын[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «РЖД Тур»(недоступная ссылка)
- ↑ «Фирменные поезда РЖД»
- ↑ Фирменный поезд «Ямал» признан лучшим поездом России