Башҡорттар (картина)
Башҡорттар | |
Нигеҙләү датаһы | 1814[1] |
---|---|
Атамаһы | The Bashkirs (The Bashkirs Escorting Prisoners)[1] |
Урын | Эрмитаж Дәүләт Музейы[d][1] |
Булдырыусы | Вильям Аллан[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | майлы буяуҙар[d][1] һәм киндер[d][1] |
Коллекцияләре | Эрмитаж Дәүләт Музейы[d][1] |
Инвентарный номер | ГЭ-9579[1] |
Етештереү урыны | Бөйөк Британия[1] |
Киңлек | 63 сантиметр[1] |
Бейеклеге/буйы | 43 сантиметр[1] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
«Башҡорттар» (икенсе исеме: «Хөкөмгә тарттырылғандарҙы конвой менән оҙатып барыусы башҡорттар») — Дәүләт Эрмитажы[2] тупланмаһынан шотланд рәссамы картинаһы.
Рәссам был картинаны 1814 йылдың көҙөндә, 1809—1810 йылдарҙа Кавказ һәм Каспий буйы уйһыулыҡтары буйлап сәйәхәте тәьҫораттарына нигеҙләнеп, Эдинбургта яҙа һәм Наполеон һуғыштары ваҡытында башҡорттарҙың, казак ғәсҡәре сафында булып, һуғыш алып барған армияла ғына түгел, ә тылда конвой һағында тороуҙарын да һүрәтләй. Аллан үҙенең хәтирәләрендә түбәндәгеләрҙе яҙа:
«Башҡорттар, борон күсмә тормошта йәшәгән һәм ниндәйҙер сиктәрҙең булыуын танымаған халыҡ, хәҙер Рәсәй дәүләте составында йәшәй. Улар Волга һәм Урал йылғалары буйынса көн итә һәм боронғо Волга буйы Болғарының бер өлөшөн биләй. Башҡорттар — бик оҫта һыбайлы, өҫтәүенә пистолеттар, ҡылыстар, һөңгөләр, яндар һәм уҡтар менән ҡоралланғандар. Урыҫ армияһында уларҙы бик юғары баһалайҙар. Улар бик ғәйрәтле, ҡунаҡсыл һәм ҡыйыу. Һуңғы кампания аҙағында улар Париж халҡының ғәйәт ҙур иғтибарына лайыҡ була һәм „Төньяҡтың ҡыйыу егеттәре“ исемен ала»[3].
1815 йылда рәссам Лондонда Рәсәйҙән ҡайтҡас та яҙылған үҙ эштәренең күргәҙмәһен ойоштора, ошонда картина тәүге тапҡыр тамашасыларға тәҡдим ителә. Һуңынан ул Эдинбургта рәссамдың оҫтаханаһында эленеп тора, Бөйөк Британия буйлап сәйәхәт иткән бөйөк кенәз Николай Павлович (буласаҡ император Николай I) 1816 йылдың декабрендә ошонда күрә лә инде уны; шотланд матбуғаты бөйөк кенәздең оҫтаһанала булыуы тураһында таҡрарлап яҙып сыға.
Шул ваҡытта Николай Павлович рәссамдан өс картина һатып ала: «Башҡорттар», «Сик буйы һаҡсылары» (хәҙер ул да Эрмитажда эленгән) һәм «Кубань йылғаһы аша сығып барған Аслан Гәрәй һәм Альказия» (хәҙерге ваҡытта Махачҡалала Дағстан Һынлы сәнғәт музейында)[4]. Бөйөк кенәзде оҙатып йөрөгән Николсон үҙ тәьҫораттарын яҙып ҡалдыра.
Рәсәйгә алып ҡайтылғандан һуң картина Аничковтар һарайына, Николай I-ҙең шәхси кабинетына ҡуйыла һәм «Ике башҡорттоң өс поселян менән һөйләшеүе» исеме аҫтында теркәлә. 1920 йылда картина Эрмитажға тапшырыла. 1929 йылда Эрмитаж коллекцияларын һатыу сиктәрендә сит илгә сығарыу планлаштырылған була, әммә 1931 йылда музейға кире ҡайтарыла[5] һәм яңынан даими экспозицияға тулыһынса ҡабул ителгән «Башҡорттар»[6] исеме аҫтында күрһәтеүгә ҡуйыла. Ҡышҡы һарайҙың 301-се залына[7] тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 https://www.hermitagemuseum.org/wps/portal/hermitage/digital-collection/01.+Paintings/40338/
- ↑ Ренне Е. П. Британская живопись XVI—XIX веков. Каталог коллекции. — СПб.: Изд-во Государственного Эрмитажа, 2009. — С. 42—44.
- ↑ Catalogue of Pictures, Painted by William Allan, Together with a Collection of Costume & Armour <…>. Mr Marnoch’s Gallery. — Edinburgh, 1817. — P. 8.
- ↑ Ренне Е. П. Британская живопись XVI—XIX веков. Каталог коллекции. — СПб.: Изд-во Государственного Эрмитажа, 2009. — С. 44.
- ↑ Государственный Эрмитаж. Музейные распродажи 1928—1929 годов. Архивные документы. — СПб., 2006. — С. 170, 412.
- ↑ Дукельская Л. А. Искусство Англии XVI—XX веков: Очерк-путеводитель. — Л., 1983. — С. 106.
- ↑ Государственный Эрмитаж. — Аллан, Уильям. «Башкиры (Башкиры, конвоирующие приговоренных)»