Башҡорт яугирҙарына һәйкәл
Башҡорт яугирҙарына һәйкәл — Дрезден ҡалаһының (Германия) Йүкә скверында Наполеонға ҡаршы коалицяла Рус ғәскәрҙәре составында хеҙмәт иткән башҡорт яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл. 1812 йылға Ватан һуғышының Дрездендағы бәрелешенә арналған. Ҙур йомро ташҡа бронза алтаҡта беркетелгән. Бронза таҡтала уҡ-йәйә менән ҡоралланған атлы башҡорт яугиры төшөрөлгән.
Бронза таҡтаға немец, башҡорт һәм рус телдәрендә «Халыҡтарҙың 1913 йылғы һуғышы. Башҡорт халҡыны
рус ғәскәрҙәре сафында һуғышҡан яугир улдары иҫтәлегенә» тигән һүҙҙәр яҙылған. Һәйкәл 2006 йылдың 26 августында Лейпциг янында Халыҡтарҙың һуғышының 190 йыллығын билдәләгән ваҡытта ҡуйылды. Һәйкәлде Ирек Байышев һәм билдәле немец режиссёры Нәсүр Йөрөшбаев үҙ иҫәбенә эшләтте.
— 1812—1814 йылдарҙағы француз яуы хаҡында һүҙ сыҡҡанда, Наполеонды еңеүҙең 190, 200 йыллыҡтарын билдәләгәндә, ни өсөн үҙенең 28 полкын илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшкә ташлаған башҡортто берәү ҙә телгә алмай, белмәй?! Ғәрләндем, — ти Ирек. — Үҙ халҡымдың данлы үткәнен донъяға күрһәтеү хыялы шунда тыуҙы. Артабан инде дуҫым, журналист Нәсүр Йөрөшбаев менән һөйләштек-кәңәшләштек тә немец властарына ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек… Һөҙөмтәлә бөгөн Лейпциг, Дрезден ҡалаларында француздарға ҡаршы йән аямай һуғышҡан башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған, Шварцала ҡасандыр мәргән башҡорт көмбәҙенә уҡ атҡан сиркәүҙә иҫтәлекле таҡтаташ асылған, ағас уҡ серегәнлектән, немецтар уны тимергә алмаштырған. Ирек иһә иптәштәре менән уны алтын ялатылғанына алмаштырып ҡуйған[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы һәм урыҫ армияһының 1813—1814 йылдарҙағы сит ил походтарында 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. 1813 йылдың 2 мартында Дрезден ҡалаһы янындағы алышта Перенсе башҡорт полкы ҡатнаша. Ун дүртенсе һәм Ун бишенсе башҡорт полктары 1813 йылдың сентябрь — ноябрь айҙарында ҡатнаша.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Набиева Э. А. Памятник башкирским воинам. Военная история башкир: энциклопедия/ гл. Ред. А. З. Асфандияров. -Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. −432 с.;ил., карты ISBN 978-5-88185-076-0
- Markus Cottin, Gina Klank, Karl-Heinz Kretzschmar, Dieter Kürschner, Ilona Petzold: Leipziger Denkmale, Band 2. Sax-Verlag Beucha, 2009, ISBN 978-3-86729-036-4, S. 116
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гөлшат Әхмәтҡужина. Илһөйәр Ирек 2017 йыл 19 май архивланған. 12.05.2017