Баһманов Әнәс Абдрахман улы
Баһманов Әнәс Абдрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 март 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Түбән Маҡтама[d], Әлмәт районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер-механик |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Баһманов Әнәс Абдрахман улы (3 март 1937 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2009), И. М. Губкин исемендәге премия (2002) лауреаты[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баһманов Әнәс Абдрахман улы 1937 йылдың 3 мартында хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районы Түбәнге Маҡтама ауылында тыуған.
1965 йылда Силәбе политехник институтын тамамлай. Шул уҡ йылда диплом алғандан һуң Свердловск ҡалаһында Свердлов исемендәге транспорт машиналары эшләү заводында инженер-конструктор булып хеҙмәт юлын башлай.
1968—1969 йылдарҙа — Өфө ҡалаһында «Башнефтепроект» институты өлкән инженеры. 1969 йылдан энергоресурстар транспорты проблемалары институтында эшләй. 1974 йылда сектор мөдире, 1983 йылдан — лаборатория мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. 1987 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — бүлек мөдире, 2008 йылдан — Нефть-газ промыслалары проблемалары һәм ресурстарҙы һаҡлап тотоноу үҙәгенең директор урынбаҫары итеп үрләтелә[1][2].
Уның етәкселегендә нефть промыслаларында нефтте транспортлау өсөн насослы энергетик ҡоролма уйлап табыла. Рәсәйҙә беренсе тапҡыр нефть ҡатламдарына һыу тултырыу өсөн ЦНСА тибындағы насос агрегаттары эшләнә. Ҡулланыуҙа насос ҡоролмаларын һайлау буйынса 5 норматив документ эшләй. Уйлап табыуға 10 авторлыҡ танытмаһы бар. 150-нән артыҡ хеҙмәт, шул иҫәптән 2 фәнни-техник күҙәтеү авторы[2][1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2011)
- СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980)
- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009)
- И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2002).
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Блочные насосные установки для нефтяных месторождений. М., 1980 (авторҙаш);
- Модифицированные насосы ЦНС 105‑441‑2 и ЦНС 180‑383‑2.
- Испытания и подконтрольная эксплуатация. М., 1991 (авторҙаш);
- Методика расчёта характеристик двухвинтового насоса негерметичного типа. Уфа, 2002 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 БАҺМАНОВ Әнәс Абдрахман улы
- ↑ 2,0 2,1 Багманов Анас Абдрахманович 2022 йыл 26 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баһманов Әнәс Абдрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Багманов Анас Абдрахманович 2022 йыл 26 март архивланған.