Эстәлеккә күсергә

Белград фонд биржаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Карточка биржи Белград фонд биржаһы (серб.сер. Београдска берзаБеоградска берза) — Белградтағы (Сербия) фонд биржаһы.

Беренсе тапҡыр биржа 1894 йылдың 21 ноябрендә асыла һәм  Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем эшләй. Биржала рәсми сауҙалашыуҙар 1895 йылдың 2 ғинуарында башлана. 1953 йылда биржа  формаль рәүештә ябыла, сөнки социалистик иҡтисад маҡсаттарына тап килмәй. 

 1989 йылда Югославия капиталдар баҙары булараҡ яңынан асыла, әммә Югославия тарҡалғандан һуң ҡабат Белград фонд биржаһы тип атала башлай.  2001 йылда киң күләмле хосусилаштырыу барышында биржа хосусилаштырылған  предприятиеларҙың ҡиммәтле ҡағыҙҙары менән сауҙа итә башлай. Бер йылдан Сербияның дәүләт облигациялары менән сауҙа башлана.

2004 йылдың сентябрендә биржа Европа-Азия фонд биржалары федерацияһына ҡабул ителә. 

Белград  биржаһы дүрт индексҡа эйә: 

  • BELEXline
  • BELEXfm
  • BELEX15 — иң ликвидлы 15 эмитентҡа эйә
  • SRX

 2006 йылда биржала яҡынса 1200 компанияның акциялары котировкалана, ә акциялар баҙарының  капиталлашыуы 11 миллиард АҠШ долларына барып етә.

  • Сербияның иҡтисады
  • Европа фонд биржаларының исемлеге