Эстәлеккә күсергә

Белорет һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорет һыуһаҡлағысы
Ил
РайонБелорет районы 
Оҙонлоғо7 км
Киңлеге1,5 км
Майҙаны1,48 км²
Күләме0,0074 км³
Һыу йыйыу майҙаны1720 км²
Һыу йыйылған йылғалар1751 
Нормаль һыу кимәле13 м
Рәсәй
Точка
Белорет һыуһаҡлағысы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Белорет һыуһаҡлағысы
 Белорет һыуһаҡлағысы Викимилектә

Белорет һыуһаҡлағысы, йәки Белорет быуаһы[1] — 1751 йылда төҙөлгән һыуһаҡлағыс. Плотинаның ҡапҡасы Ағиҙел йылғаһы тамағынан 1320 км алыҫлыҡта, Башҡортостан Республикаһының Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан.

Быуа XVIII быуаттың икенсе яртыһында, Белорет металлургия заводын һыу менән тәьмин итеү өсөн, Ағиҙел йылғаһын быуыу юлы менән төҙөлә. Һуңынан уның тирәһендә Белорет ҡалаһы үҫеп сыға[2]. Беренсе плотина тупраҡтан һәм оҙонлоғо яҡынса 790 м, бейеклеге яҡынса 8 м була.

Белорет быуаһы аша күпер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорет быуаһының төп иҫтәлекле урындарының береһе-1936 йылда төҙөлгән ағас йәйәүлеләр күпере. Уның оҙонлоғо яҡынса 550 метр тәшкил итә, Рәсәй буйынса был иң оҙон ағас күпер[3].

Күпер буйынса Белорет халҡының ҡайһы берҙәре Белорет металлургия комбинатына йәйәү эшкә йөрөгән. 1941 йылда һуғышҡа китеүсе һалдаттарҙың тар колеялы тимер юл станцияһына юлы ла уның аша үтә.

Күп сериялы «Мәңгелек саҡырыу» совет фильмы кадрҙары ла был күпер фонында төшөрөлә[3].

Әлеге ваҡытта күпер авария хәлендә — терәүҙәре, яндауыр һәм иҙәндәре серегән. Йәйәүлеләр өсөн хәүеф менән бәйле, урындағы властар тарафынан рәсми рәүештә уны ҡулланыу тыйылған. Ҡала хакимиәтендә, бәхетһеҙ осраҡтар булдырмау өсөн, күперҙе һүтеү хаҡында тәҡдимдәр әйтелде. Әммә Белорет халҡы күперҙе урындағы иҫтәлекле урын тип иҫәпләй һәм уны һаҡлап ҡалыу маҡсатында тейешле петиция төҙөй[4].

  1. Государственный водный реестр: пруд Белорецкий. Дата обращения: 11 сентябрь 2017.
  2. Белорецкое водохранилище. башкирская-энциклопедия.рф. Дата обращения: 11 сентябрь 2017.
  3. 3,0 3,1 Айгуль Мусина. В Башкирии разрушается самый длинный деревянный мост (20 июнь 2014). Дата обращения: 11 сентябрь 2017.
  4. Сохранить культурно-исторический памятник в городе Белорецк деревянный пешеходный мост через Белорецкий пруд. Дата обращения: 11 сентябрь 2017.