Берёзовая (Чир ҡушылдығы)
Уҡыу көйләүҙәре
(Березовая (Чир ҡушылдығы) битенән йүнәлтелде)
| Берёзовая | |
|---|---|
| Характеристика | |
| Оҙонлоғо | 63 км |
| Бассейн | 524 км² |
| Һыу ағымы | |
| Тамағы | Чир |
| · Урынлашыуы | йылға тамағынан 30 км өҫтәрәк |
| · Координаталар | 48°32′54″ с. ш. 42°35′50″ в. д.HGЯO |
| Урынлашыуы | |
| Һыу бассейны | Чир → Дон → Азов диңгеҙе |
| Ил | |
| Регион | Ростов өлкәһе |
| Район | Облив районы |
| РДҺР | 05010300812107000009979 |
Березовая (Березовка) — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе биләмәләрендә ағыусы Чир йылғаһының уң ҡушылдығы. Чир йылғаһы тамағынан 30 км өҫтәрәк ҡоя. Йылға оҙонлоғо 63 км, һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 524 км²[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Березовая йылғаһы Облив районының Слепихин утары янында башлана. Артабан ағымы Трухин утары янынан , аҙаҡ Кривов утары аша, артабан — Черновка утары янынан, Самохин, Нестеркин, Фролов, Сеньшин һәм Ковыленский утарҙары аша түбәнгә табан йүнәлә. Березовая йылғаһы был утарҙарҙан көньяҡтараҡ Чир йылғаһына ҡоя.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы- Чир йылғаһы. Йылғаның бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө)[1].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дон ҡушылдыҡтары
- Ҡатмарлы Чир йылғаһы 2017 йыл 3 апрель архивланған.