Чир йылғаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Чир
Chir River 001.jpg
Характеристика
Оҙонлоғо 317 км
Бассейн 9580 км²
Һыу сығымы 12 м³/с (10 км йылға тамағынан алыҫлыҡта)
Һыу ағымы
Инеше Дон һырты
 · Урынлашыуы Ильичевка утары (Боков районы)
 · Координаталар 49°23′43″ с. ш. 41°09′08″ в. д.HGЯO
Тамағы Цимлян һыуһаҡлағысы
 · Урынлашыуы Островской утары (Суровикино районы Волгоград өлкәһе)
 · Координаталар 48°29′40″ с. ш. 43°02′46″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Дон → Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Ростов өлкәһе, Волгоград өлкәһе
Рәсәй Көньяҡ ФО
 ещё не имеет [[Ҡалып:ПозКарта Рәсәй Көньяҡ ФО
позиционной карты]].
Ростов өлкәһе
 ещё не имеет [[Ҡалып:ПозКарта Ростов өлкәһе
позиционной карты]].

ЧирРостов һәм Волгоград өлкәләре йылғаһы, Дон йылғаһының уң ҡушылдығы (Цимлян һыуһаҡлағысына ҡоя). Гипотезалар буйынса кенәз Игорь дружиналары менән ҡыпсаҡтар һуғышҡан урын.

Йылға оҙонлоғо — 317 км, бассейны майҙаны — 9580 км2[1]. — Цимлян һыуһаҡлағысына Дон тамағынан[2] 456 км юғарыраҡ ҡоя.

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Чир, Чир йылғаһын индермәйенсә — дон йылғаһы аҫты бассейны Хопер һәм Северский йылғалары Дон йылғаһына ҡушылған ерҙә. Дон йылғаһы бассейны — (бассейндың Рәсәй өлөшө).

Дөйөм физик-географик характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чир Дон һыртында (Ильичевка утарынан өҫтөрәк) башлана. Чир Үҙенең өҫкө өлөшөндә Дон йылғаһын бик яҡын килә (15 км тирәһе), һыу айырғыс һырт Донға 5 км тиерлек яҡынлаша. Көнбайыш һыу айырғыс Калитва йылғаһына көнбайыш һыу айырғас килеп терәлә тиерлек , һөҙөмтәлә Чир йылғаһының уң ҡушылдыҡтары оҙонлоғо 10-15 километрлы ҙур тәрән соҡорҙарҙан тора. Артабан Чир көньяҡ-көнсығышҡа табан борола һәм Дон йылғаһынан яйлап алыҫлаша төшә. Йылғаның үрге ағымындаүҙәне киң, һай һәм етерлек симметриялы. Ике ярының да бейеклектәре һәм ярҙарының текәлектәре бер төрлө, һул яры буйынса башлыса ҡомлоҡ һуҙылып ята. Оҙон рәттә һулдан ҡушылған соҡорло йылғалар (Черная, Кривая һәм Цуцкан) һай һыулы, әммә Чир йылғаһы өҫкө өлөшөндә үҙе тәрән ятыулы һәм түбәнгәрәк сөңгөллө. Төп ағым йүнәлеше төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан. Куртлак йылғаһы тамағынан алып Чир йылғаһының урта ағымы башлана, ул көньяҡҡа боролоп аға башлай. Бында уң яҡ ныҡ яры текә, һул яры — һәм һөҙәк һәм ул һөҙөк битләүле, хәрәкәтсән ҡомло һыу айырғыс шым далаларға күсә. Урта һәм түбәнге ағымында Чир ныҡ киң һәм тәрән, ағымы даими бер генә йүнәлештә. Уның ағымын төрлө ҡомло террасалаларҙың шишмәләр һыуы көсәйтеп туҡландырып тора[3]. Түбән утары Солонецкий утарынан түбәндәрәк Чир көнсығышҡа табан , Суровикино ҡалаһы янында көньяҡ-көнсығышҡатабан борола.

Бассейны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чир.
    • Гусынка (уң ҡушылдыҡ[4]) — йылға тамағынан 262 км өҫтәрәк
    • Чёрная йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 246 км от устья
    • Ильинка йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 228 км өҫтәрәк
    • Вербовая йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 222 км өҫтәрәк
    • Кривая йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 221 км өҫтәрәк
    • Цуцкан йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 194 км өҫтәрәк
    • Куртлак йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 160 км өҫтәрәк
    • Грязная йылғаһы — (уң ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 124 км өҫтәрәк
    • Машка йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 106 км өҫтәрәк
    • Берёзовая йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ) — йылға тамағынан 30 км өҫтәрәк
    • Добрая* йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ)[5]
    • Лиска* йылғаһы — (һул ҡушылдыҡ)[6]

* менән билдәләнгән йылғалар хәҙерге ваҡытта Цимлян һыуһаҡлағысының Чир ҡултығына ҡоялар.

Гидрология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙғы-йәйге осорҙа йылға һыуының парға әйләнеүе арҡаһында, яҙғы осорҙа йылға ҡар ташыу ваҡытында һыу менән төп туҡланыу ала. Йыллыҡ аҡмаға ғәҙәттә яҙғы ташҡын ваҡытында һыу күләменең юғары булыуы, ә йәйге-көҙгө осорҙа йылғаның ныҡ һайығыуы хас[7].

Тораҡ пункттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп тораҡ пункттар: Каргинская Боковская, Краснокутская, Советская, Обливская станицалары, Суровикино ҡалаһы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [ Чир (река)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Чир // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]