Бер ҡалала гүзәл күрҙем (М.Өмөтбаев)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бер ҡалала гүзәл күрҙем
Автор Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы
Нәшер ителеү урыны Ҡазан һәм Китап
Әҫәр яҙылған тел Төрки
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1889, 1984 һәм 2011
Дата производства 1887

«Бер ҡалала гүзәл күрҙем»  — шиғыр, башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе, публицист, тарихсы, телдәр белгесе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1887 йылда ижад иткән. Тәү башлап 1894 йылда Ҡазанда нәшер ителгән «Йәдкәр» китабында баҫыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1887 йылдың март айында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Ҡырымға ваҡеф эштәре буйынса килә, Симферополь (Аҡмесджит) ҡалаһына урынлаша. Ул полковник Ғәни бай Булғаҡовтың зиннәтле һарайында йәшәй. Ғайса Хөсәйенов «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев» тарихи-китабында уның Ғәни бәк Булғаҡовтың Бибикамал исемле бер ҡөрьән хафиздан тол ҡалған сибәр ҡәрҙәшенә ғашиҡ булыуын һәм шиғыр шул саҡ ижад ителгән тигән фекерҙе фаразлай. Төрлө хәбәрҙәргә ҡарамай мөхәббәтенә, ғаиләһенә, иренә тоғро Бибиғәбиҙә сабырлыҡ менән уның ҡайтыуын көтә, шиғри юлдар менән хаттар яҙа: «Һағынмаҡтай һары булды сырайым, Ҡауышмаҡсы насип итһен хоҙайым». Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1888 йылдың йәй башында Ҡырымдан ҡатыны, балалары янына Ибраһимға ҡайта[1].

Идея-йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың «Бер ҡалала гүзәл күрҙем» — мөхәббәт лирикаһынан иң көслө шиғырҙарының береһе. Ул сюжетлы шиғыр. Берәүҙең,лирик геройҙың, бер ҡалала «мәхүб дилбәр» күреүе әйтелә. Лирик геройҙы хайран иткән ҡыҙҙың сибәрлеге эпитеттар һәм сағыштырыуҙар менән һүрәтләнә. «Бите—буйы, биле шөбһә, йәшел ҡанат өҫтөндәге чиһрә» егетте үҙенә, ҡарата уның «ашағаны аш, йоҡоһо йоҡо булмай», төштәренә керә, күрешеү, ҡауышыу хаҡында уйлана. Бер ваҡыт, шул ҡаланан үтеп барғанда ҡыҙ йортона «осҡа еккән аҡ ял туры ҡайырып керҙе». Ҡыҙ уға Ләйлә кеүек шашып, ғашиҡ булыуын белдерә. Егет ҡыҙҙы күрергә, уның уйын белергә ашҡынып йөрөй. Хәҙер ҡыҙҙың үҙенә ғашиҡ булыуын белә. Ләкин был егеткә шатлыҡ килтермәй. Ҡыҙ түҙемһеҙлек менән егеттән яуап көтә. Егет бик тәьҫирләнә, тәрән кисерештәргә бирелә, араларындағы йылдар айырмаһына һылтанып, ҡыҙға яуап ҡайтармай, өнһөҙ ҡала, йөрәк ҡушыуына, хис-тойғоларға ҡарағанда, аҡыл, әҙәплелекте өҫтөн күрә. Һуңынан ул яуапһыҙ ҡалған мөхәббәт ғазаптарынан «япраҡ кеүек һарғайған» ҡыҙҙан хәсрәтле хат ала[2][1][3].

Әһәмиәте һәм үҙенсәлелеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғазаплы мөхәббәт кисерештәрен романтик та, драматик та һүрәтләгән был әҫәр уҡыусыны тулҡынландырыу һәм ныҡ ҡына уйландырыу көсөнә эйә. Шул яғы менән ул XVIII—XIX быуаттарҙағы башҡорт мөхәббәт лирикаһының иң яҡшы өлгөләре рәтендә[3]. «Камзул», «ҡалпаҡ», «осҡа еккән аҡ ял туры», «яҡшы ат Аҡбәкәл» кеүек башҡорт халҡының көндәлек тормошонан ингән һүҙҙәр әҫәргә милли колорит өҫтәй[2].

«Бер ҡалала гүзәл күрҙем»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Бер ҡалала гүзәл мәхбүб дилбәр¹ күрҙем,

Яҙ көнөндә сәбзә² менән гөлбәр³ күрҙем,
Йәшел ҡанат өҫтөндә чиһрә^ күрҙем,
Йәр булмаһа, хәсрәт уты үлтерер имде.

Буйы-һыны, һис тә шик юҡ, килбәтлелер,
Камзул менән ҡалпаҡ кейһә, зиннәтлелер,
Арлы-бирле йөрөгәндә бик һиммәтлелер,
Күргәндәрҙең йәндәрен киҫәр имде.

Был аҡ ялдың мәшһүр исеме Аҡбәкәлдер,
Беҙҙе белгән ир-аттарға хуш мәҡәлдер[4].

»

¹ Мәхбүб дилбәр — һөйкөмлө, күңелде биҙәүсе (ҡыҙ)
² сәбзә — йәшел үлән, йәшеллек
³ гөлбәр — гөл, генә,сибәр (ҡыҙ)
^ чихрә — йөҙ, ҡиәфәт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 216—222-се б.б..
  2. 2,0 2,1 Т.Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 258—260-сы б.б..
  3. 3,0 3,1 Ғ.С.Ҡунафин, М.Х.Иҙелбаев. «Башҡорт әҙәбиәте» 9-сы класс /Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн дәреслек. — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 191—192-се б.б..
  4. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 65—68--се б.б..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 216—222-се б.б..
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 65—68--се б.б..
  • Т.Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 258—260-сы б.б..
  • Ғ.С.Ҡунафин, М.Х.Иҙелбаев. «Башҡорт әҙәбиәте» 9-сы класс /Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн дәреслек. — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 191—192-се б.б..