Эстәлеккә күсергә

Бесән сапҡыстар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бесән сапҡыстар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуантаҡ аяҡлылар
Суб-тип: Хелицерлылар
Класс: Үрмәксе һымаҡтар
Отряд: Бесән сапҡыстар
Латинса исеме
Opiliones Sundevall, 1833
Аҫ отрядтары

Бесән сапҡыстар йәки (лат. Opiliones, =Phalangida) — үрмәксы һымаҡтар класынан быуынтыҡ аяҡлылар отряды . 2005 йылда 6300 төрө булыуы билдәлә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә 60 төрө булыуы билдәле.

Бәсән сапҡыстар оҙон аяҡлы бөжәктәр. Уларҙың оҙон аяҡтары еңел өҙөлөргә мөмкин. Ҡайһы саҡта, аяғын өҙөп ҡасып китергә мөмкин. Был бөжәктәр бөтә ерҙә лә таралған. Кеше йәшәгән ерҙә лә йыш осрай. Аҙыҡ эҙләп бик әүҙем йәшәү рәүеше алып баралар. Улар ваҡ моллюскылар, быуынтыҡ аяҡлылар, ваҡ бөжәктәр менән туҡланалар. Серей башлаған үҫемлек ҡалдыҡтарын, хайуан үләкһәһен дә ашайҙар.

Бесән сапҡыс. Эске төҙөлөшө күренеше.

Бер нисә тиҫтәнән, бер нисә йөҙгә тиклем йомортҡа һалып үрсейҙәр. 1—3 йыл тирәһе йәшәйҙәр.