Эстәлеккә күсергә

Бешмә (ауырыу)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бешмә
МКБ-10

B08.808.8

МКБ-9

078.4078.4

DiseasesDB

31707

MeSH

D005536

 Бешмә Викимилектә

Бешмә — кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә афтылар һәм эрозиялар барлыҡҡа килеү хас.

Этиология һәм эпидемиология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бешмәне тыуҙырыусы — Aphthovirus затының Picornaviridae ғаиләһенә ҡараған вирус, 7 серотибы, яҡынса 70 варианты бар; тышҡы мөхиттә сыҙамлы. Зыянһыҙ һәм яман формаларға бүленә. Һыйыр малы һәм ваҡ мал, дөйә, ҡырағай ҡуш тояҡлылар, сусҡа һ. б. бирешеүсән; йылҡы ауырымай, ләкин вирусты йөрөтөүсе була ала. Кешегә һирәк осраҡта йоға. Инфекция сығанаҡтары — ауырыу хайуандар һәм вирус йөрөтөүселәр.

Поражение пасти

Вирус тышҡы мөхиткә афтылар шыйыҡлығы, һөт, бәүел, тиҙәк менән эләгә, шулай уҡ һуйылған ауырыу мал итендә һәм ҡанында була. Алиментар, аэроген һәм аралашыу юлы менән ауыҙ һәм танау ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе, тире аша йоғоуы мөмкин. Вирус эпителий күҙәнәктәренә үтеп инә, үрсей, күҙәнәк элементтарын тарҡата, был ҡыуыҡсалар ҡыуышлығында экссудат йыйылыуға (афтылар), эрозияға, икенсел бактериаль инфекция үҫешенә килтерә.

Клиническая картина

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инкубация осоро 1—7 тәүлек (һирәгерәк 3 аҙна) дауам итә. Хайуандарҙа төп билдәләре: тән т‑раһы күтәрелеү, күп шайыҡ ағыу, афтылар барлыҡҡа килеү, һөт продуктлылығы кәмеү, аҡһаҡлыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоу һ.б. Ауырыу яман формала үткән осраҡта хайуандарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник һәм лаборатор (вирусологик, серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау (кәрәк булғанда) симптоматик (гипериммун сыворотка һ. б.).

Вакцинация, ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен үтәү, карантин саралары, дезинфекция һ.б. Башҡортостанда һыйыр малының бешмә ауырыуы һуңғы тапҡыр 1980 йылда теркәлгән. 20 быуаттың 70‑се йылдарында Ветеринария лабораторияһында бешмә эпизоотологияһы өйрәнелә, уны диагностикалау һәм булдырмау ысулдары эшләнә (Р. Х. Йәнекәев һ. б.). Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығында ауырыуҙы бөтөрөү саралары эшләнгән (В. М. Болдырев һ. б.).

  • Болдырев В. М., Еникеев Р. Х. Об эффективности противоящурных вакцин //Труды Башкирского сельскохозяйственного института. Уфа, 1973. Т.15.

Бешмә (ауырыу) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.