Беҙсуҡыш
| Беҙсуҡыш | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Recurvirostra avosetta Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
| Оялау
Йыл буйы Миграции | ||||||||||||||
|
| Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап IUCN 3.1 Least Concern : / 144085 |
Беҙсуҡыш, ала сәпсәү, оҙонаяҡ сәпсәү, кәкресуҡыш. (рус. Шилоклювка, лат. Recurvirostra avosetta) — Ҡара, Азов һәм Каспий диңгеҙҙәрендә, Урта Азия һәм Себер күлдәрендә йәшәй торған, суҡышы оҙон кәкере беҙгә оҡшаған, оҙон аяҡлы эре көйөлдө.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарға ҙурлығындағы сәпсәү. Түбәһе, муйынының аҫ яғы, ҡанаттарындағы арҡыры һыҙыҡтар ҡара,- кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ. Нәҙек һәм бик оҙон аяҡтары күкһел төҫтә. Нәҙек оҙон суҡышы өҫкә ҡарай кәкре, һыуҙа яҡшы йөҙә. Башҡа сәпсәүҙәр менән бутау мөмкин түгел.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-и-кли-и» йәки «көйөк-көйөк».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялан һәм далаларҙағы ҙур һыу буйҙарында йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһын ерҙе соҡоп эшләй. Көрән-ҡара таптар менән сыбарланған 4-бөртөк һарғылт һоро йомортҡа һала.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡ һыу бөжәктәре менән туҡлана.
- Зоопаркта
- Яр буйында ултырған ҡош
- Йәш ҡош
- Ем эҙләгән сағы
- Беҙ суҡыш ояһы
- Яңы моронлаған себеше
- Осҡан саҡта
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
{{|de}}
