Биклән
Биклән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Биклянское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Биклянское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 1636 кеше (2023)[2] |
Почта индексы | 423878 |
Биклән (татар. Биклән, рус. Биклянь) — Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биклән халҡы XVIII-XIX быуаттарҙа Кама буйы урмандарында мачта нараты һәм суднолар төҙөү, айырым алғанда, Ҡазан адмиралтейск ихтыяждары өсөн ҡеүәтле имән әҙерләгән лашмандар була. Пристангә Кама һәм уның ҡушылдыҡтары буйынса йөҙөп йөрөү өсөн 2-3 аршинлы имән кряжлары (1,5 - 2,0 метр), махсус саналарға аттар егәләр. Лашман эштәре очен аттар бик куп талап ителгән һәм уларҙы башҡорт ауылдарында һатып алғандар йәки алмаштырғандар. Шуға күрә урындағы крестарҙың аттары күп була.
Татар-монгол яуҙарына тиклем үк Ҡыпсаҡ далаһында (һәм тағы ла киңерәк булған Дунайҙан алып Алтайға тиклем булған ерҙәрҙә) ике туғандаш төрки халыҡтар йәшәгән[3]. Бында тулы бер урман ҡырҡыусы ауылдары барлыҡҡа килгән, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған, урман лашман исемдәрен лә алған. Урындағы татарҙар араһында Лашманов фамилияһы барлыҡҡа килгән.
Ауыл 1724 йылда нигеҙләнгән. 1920 йылға ҡәдәр Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Бәтке улусы составында.
1893 йылда ауылда Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе беренсе Минзәлә лесничествоһы алдында Биклән урман мәктәбе ойошторола.[4]. Уҡыу йорто РИ ер эшкәртеү һәм дәүләт мөлкәте министрлығы тарафынан финанслана торған була.1921 йылда Биклән урман мәктәбе 21 уҡыусыһы өйрәнеү һәм йыһаздары менән Лубян ауылына күсерелә, Лубян урман техникумына нигеҙ һалына.
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны | ||||||||||||
1859 | 1870 | 1897 | 1913 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
1050 | 1304 | 2226 | 2886 | 2435 | 1934 | 1429 | 1470 | 2014 | 1715 | 1348 | 1270 |
Төп милләттәр (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса): татарҙар.
Ауылда тыуған танылған кешйыләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңнегәрәй Әхмәтшин (1889-1938) - 1927-1929 йылдарҙа Татарстан АССР Үҙәк башҡарма комитеты (Тат/ ТатЦИК) рәйесе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Генеральный план Биклянского сельского поселения (урыҫ)
- ↑ Татарская энциклопедия, Институт Татарской энциклопедии (ИТЭ) Академии наук РТ.
- ↑ И. В. Евдокимов, Н. Н. Неволин. К истории низших лесных школ в России (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татарская энциклопедия, Институт Татарской энциклопедии (ИТЭ) Академии наук РТ.