Биксурин Азат Нуриман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Биксурин Азат Нуриман улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 май 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы Ҡурай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биксурин Азат Нуриман улы (4 май 1975 йыл) — ҡурайсы. «Сураман» этно-төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азат Биксурин Астанала

Азат Нуриман улы Биксурин 1975 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Баймаҡ районының административ үҙәге Баймаҡта тыуған.

Хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Ижад юлын 2000 йылда Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе методист булып башлай.

2002 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла.

2009 йылдың декабренән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада артист-ҡурайсыһы булып эшләй.

Музыкант сит илдәрҙә лә башҡорт музыка мәҙәниәтен таныта, сит ил ижадсылары менән хеҙмәттәшлек итә[2]

2016 йылда ҡурайсы Польша дирижёры Гжех Пиотровский саҡырыуы буйынса барып шул илдә концерттар ҡуя. 2017 йылдың 22 мартында Өфөлә Гжех Пиотровский етәкселегендә Милли симфоник оркестрға ҡушылып тәүге тапҡыр ҡурайҙа соло-концерт бирә [3]

Теүәл бер йылдан, 2018 йылдың 22 мартында Польша дирижёры Гжех Пиотровский етәкселегендә ул яңынан Милли симфоник оркестрға ҡушылып ҡурайҙа соло-концертта уйнай [4]

2011 йылда Биксурин Азат Нуриман улына Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелә[5]

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Сольный концет Азата Бикчурина с НСО РБ 22.03.2017
  • Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Азат Бикчурин. Курай. Попурри танцев народов мира
  • Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Despacito / Bashkir Qurai cover. Azat Bikchurin

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]