Эстәлеккә күсергә

Билкент университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Билкент университеты
төр. Bilkent Üniversitesi[1]
Нигеҙләү датаһы 1984
Логотип
Спорт рейтингы 502[2]
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Анкара
Урын Чанкая[d]
Ойошма ағзаһы Европа университеттары ассоциацияһы[d][3] һәм Anatolian University Libraries Consortium Association[d][1]
Уҡыусылар һаны 11 701
Хеҙмәткәрҙәр 2155 кеше (2019)
Ҡулланылған тел инглизсә
Диапазон IPv4 5.153.10.200/29[4]
Диапазон IPv6 2001:a98:40::/48[5]
Рәсми сайт bilkent.edu.tr
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 82 420
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Билкент университеты уҡытыусылары[d]
Карта
 Билкент университеты Викимилектә

Билкент университеты (төрөксә, «Bilkent Университеси») — Төркиәнең Анкара ҡалаһында урынлашҡан шәхси университет. Уға Юғары белем һәм фәнни эҙләнеүҙәр өлкәһендә алдынғы тәжрибә үҙәге булдырыу маҡсатында профессор Ихсан Дограмачи 1984 йылда нигеҙ һалған. Ул илдәге коммерцияһыҙ тәүге шундай университет . Bilkent атамаһы төрөксә «bilim kenti» («белем ҡалаһы») аббревиатураһынан барлыҡҡа килгән.[6]

Билкент университеты. Анкара. Профессор Сүбәҙәй Туған университет макетын башҡорт яҙыусылары Рауил Бикбайға һәм Гүзәл Ситдиҡоваға күрһәтә. 1997

1967 йылда университетты төҙөүгә әҙерлек башлана, Анкараның көнбайышы яғынан ерҙәрҙе участкалары һатып алына. 1970 йылда бинаның нигеҙе һалына, унда әлеге ваҡытта административ бина китапхана һәм инженер факультеттары урынлашҡан. Тиҙ арала бер-бер артлы уҡытыусылар өсөн төҙөлгән йорттар, ашхана, ятаҡ, уҡыу корпустары һалына[7]

Хәҙерге ваҡытта университетта 9 факультет, 2000-дән ашыу курстар, 2 дүрт йыллыҡ һәм 3 ике йыллыҡ программалы һөнәри-техник мәктәпбе бар. Бында төрлө илдәрҙән килгән студенттар уҡый. Университетта 40 илдән тиерлек уҡытыусы эшләй. Университетҡа нигеҙ һалыусының иғәнәһенә йыл һайын 2500-ҙән ашыу студент уҡыу һөҙөмтәләренә ҡарап стипендия ала. Европа һәм АҠШ университеттары менән студенттарҙы алмашып уҡытыу һәм бик күп берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу программалары бар. Был уҡыу йорттарының тулы исемлеге университет сайтында ҡарарға мөмкин.

Билкент университеты төрлө өлкәлә 34 — бакалавриат, 6 — ассоциация, 47 магистратура программаһы тәҡдим итә[8]

Университетта уҡытҡан билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрөк ғалимы, иҡтисадсы, профессор Сүбәҙәй Туған (Зәки Вәлиди Туғандың улы) 1987—1996 йылдарҙа Билкент университетының Иҡтисад, административ һәм социаль фәндәр факультеты деканы була, бөгөнгәсә шул уҡ юғары уҡыу йортоноң профессоры булып эшләй.

Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19921994 — Билкент университеты магистратураһында 2018 йылдың 11 октябренән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Хəбиров Радий Фəрит улы уҡыған һәм тамамлап сыҡҡан.