Эстәлеккә күсергә

Бисмарк манараһы (Мюльхайм-ан-дер-Рур)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бисмарк манараһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Отто фон Бисмарк
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Мюльхайм-ан-дер-Рур[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ҡомташ[d]
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Бейеклеге/буйы 27,5 метр
Карта
 Бисмарк манараһы Викимилектә

Бисмарк манараһы (нем. Bismarckturm) — мемориаль башняның бейеклеге 26 м, улРурҙағы Мюльхайм немец ҡалаһында (Төньяҡ Рейн — Вестфалия федераль ерендә) төҙөлгән. Манара Каленберг ҡалҡыулығында, Рур йылғаһының төньяҡ ярында, диңгеҙ кимәленән 70 м бейеклектә урынлашҡан.

1898 йылда Германияның беренсе канцлеры Отто фон Бисмарк вафат була. Ул тере саҡта уның хөрмәтенә граждандар һәм хәрбиҙәр кейемендә, урта быуат рыцарҙары кейемендә бик күп һәйкәлдәр ҡуйыла. 1899 йылда немец студенттары Союзы Бисмарк иҫтәлегенә яңы арихитектура формалы мемориаль монумент проектын төҙөүгә конкурс иғлан итә. Конкурста архитектор Вильгельм Крайстың «Сумерки богов» тигән «Мәңгелек ут» факеллы манараһы еңеп сыға. 1911 йылға тиклем Бисмаркка арнап 58 башня төҙөлә, уларҙың 47-һе — типовой проект буйынса. Манаралар башлыса шәхси иғәнәләр һәм хәйриә ойошмалары аҡсаһына ҡорола. Мюльхаймда, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙағы кеүек, Бисмарк башняһын төҙөү өсөн иғәнә йыйыу иғлан ителә, әммә йыйған аҡсалар етмәй, шуға күрә манараны төҙөргә талап ителгән сумма бары тик табип-офтольмолог Леонард Иоганн Герман (de: Johann Hermann Leonhard) тарафыан индерелгәс кенә төҙөлөш башланып китә. Төҙөлөш өсөн урынды офтальмологтың ҡатыны Маргарет Штиннестың (de: Stinnes Margarete) туғаны коммерция кәңәшсеһе Герхард Кюнен (de: Küchen Gerhard) һайлай, ул шулай уҡ төҙөлөш эштәре барышын контролдә тота. Манара 1908 йылда төҙөлә башлай һәм 1909 йылдың 1 апрелендә — Бисмарктың тыуған көнөндә — уны асыу тантанаһы үтә. Манара төрлө-төрлө тантаналы саралар үткәреү өсөн ҡулланыла, шулай уҡ түләүле күҙәтеү майҙансығы булараҡ та билдәле. Икенсе донъя һуғышында башня зенит ҡоралдары урынлаштырыу өсөн ҡулланыла, ә һуғыштан һуң, 1956 йылға тиклем Британия армияһының радиотапшырыуҙар станцияһы булып хеҙмәт итә. 1970-се йылдарҙа манараны һүтеп, уның урынында бейек ҡатлы бина төҙөргә булалар, әммә Мюльхайм халҡы араһында йәмәғәт фекерен һорау һөҙөмтәһендә 94 процент ҡала халҡының манараны һүтеүгә ҡаршы сығыуы асыҡлана. 1988 йылда манараны кешеләр йөрөү өсөн яңынан асалар.

  • Kai Rawe: Der Bismarckturm. In: an der Ruhr Geschichtsverein Mülheim : der Zeugen Stadtgeschichte. Und in an der Ruhr Baudenkmäler historische Mülheim Orte. Klartext, 2008 Essen, ISBN 978-3-89861-784-0, стр 154—162 (нем.)