Эстәлеккә күсергә

Биткойн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биткойн
Нигеҙләү датаһы 3 ғинуар 2009
Логотип
Исем ꠛꠤꠐꠇꠄꠘ
Ҡыҫҡаса атамаһы BTC
Кем хөрмәтенә аталған бит[d] һәм тәңкә[d]
Дәүләт  Сальвадор[1]
 Үҙәк Африка Республикаһы[2]
Юрисдикция таралышы Сальвадор[3] һәм Үҙәк Африка Республикаһы[2]
Описание символа валюты символ биткойна[d]
Рыночная капитализация 712 696 504 252 $ (14 ноябрь 2023)[4]
Биржа Bitfinex[d], Kraken Bitcoin Exchange[d], Binance[d], Huobi[d], BitBay[d], GDAX[d] һәм KuCoin[d]
Производная работа Litecoin[d], Peercoin[d], Bitcoin Cash[d], Bitcoin Gold[d] һәм Bitcoin Private[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 3 ғинуар 2009
Берәмлек символы
Преобразование в другие единицы измерения 100 000 000 sat
Потребляемая мощность 18,4 гигаватт[5]
Цель проекта или миссии децентрализация[d]
Эшләүсе Сатоси Накамото
Рәсми сайт bitcoin.org
Һештег Bitcoin һәм BTC
Лицензия лицензия MIT[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы защищено авторским правом[d]
Тамғалау символ биткойна[d]
Порт 8333
Делится на единицы mBTC[d] һәм сатоши[d]
Связанное изображение
Иң тәүге яҙма ваҡыты 31 октябрь 2008
Баһа 27 192,69 $[6]
Символ криптовалюты BTC[7] һәм XBT[7][8][9][…]
Stack Exchange сайты bitcoin.stackexchange.com
Ҡапма-ҡаршыһы альткоин[d]
Нимәгә һылтана Chancellor Alistair Darling on brink of second bailout for banks[d]
 Биткойн Викимилектә

Биткойн, йәки биткоин (ингл. Bitcoin, bit — «бит» һәм coin — «тимер аҡса» тигәндән), — үҙәкләштерелмәгән түләү системаһы, операциялар хисабын алып барыуҙың бер төрлө атамалы берәмеген һәм мәғлүмәттәрҙе тапшырыуҙың бер төрлө атамалы протоколын файҙалана. Системаның эшен һәм һаҡланыуын тәьмин итеү өсөн криптография саралары ҡулланыла. Система адрестары араһында үткән транзакциялар тураһындағы бөтә мәғлүмәт асыҡ.

Тапшырылыусы минималь дәүмәл (ваҡланыусы иң бәләкәй дәүмәл) — 10−8 биткойн — «сатоши» тип атала, был атама уны уйлап сығарған Сатоси Накамото хөрмәтенә бирелгән, ә ул үҙе был дәүмәлде элек «цент» тип йөрөткән[10].

Ике яҡ араһындағы электрон түләү аралашсыһыҙ башҡарыла, ул ҡайтарыла алмай — раҫланған операцияны кире алыу механизмы бөтөнләй юҡ (түләү хаталы йә булмаған адресҡа ебәрелһә лә, транзакцияға башҡаларға билдәле ябыҡ асҡыс менән ҡул ҡуйылған осраҡта ла). Ябыҡ асҡыстың хужаһынан (йә уны белеп ҡалған бүтән берәйһенән) башҡа аҡсаны бер кем бикләй (уға арест һала) алмай, был хатта ваҡытлыса ла мөмкин түгел. Әммә мультиҡултамға технологияһы өсөнсө яҡты (арбитрҙы) йәлеп итеү һәм «ҡайтарылыусан транзакциялар» үткәреү мөмкинлеген бирә. Махсус скрипттар теле ярҙамында аҡыллы контракттарҙың башҡа төрҙәрен дә ҡулланып була, ләкин скрипттар телен график интерфейс аша ҡулланып булмай, ул Тьюринг буйынса ла тулы түгел, ә яңы блокчейн системалары был етешһеҙлектәрҙән азат.

Биткойн төрлөсә атап йөрөтөлә. Йыш осрағандары: криптовалюта, виртуаль валюта, цифрлы валюта, электрон ҡулаҡса.

Биткойнға уны ҡабул иткән һатыусыларҙан тауар йә хеҙмәттәр һатып алырға була. Цифрлы валюталар алмашыу онлай-сервисы, башҡа түләү системалары, алмаштырыу пункттары аша йә мәнфәғәте булған башҡалар араһында ҡәҙимге валюталарға алмаштырыла ала[11].

Операцияларҙы үткәреү өсөн комиссия биткойнды ебәреүсе тарафынан ирекле билдәләнә, комиссияның күләме транзакцияны эшкәрткәндә өҫтөнлөк бирелеүгә йоғонто яһай. Ғәҙәттә программа-клиент комиссияның тәҡдим ителгән күләмен әйтә. Транзакцияларҙы комиссияһыҙ ҙа үткәрергә мөмкин, әммә хупланмай, сөнки эшкәртелеү ваҡыты бик оҙонайып китеүе ихтимал.

Системаның төп үҙенсәлектәренең береһе — үҙәкләштерелеүҙән тулыһынса азат булыу: үҙәк хаким йә уға оҡшаш бер нимә юҡ. Был түләү системаһы өсөн база программа-клиентының (асыҡ сығанаҡ кодлы) булыуы етә. Күп компьютерҙарҙа тоҡандырылған программа-клиенттар бер-береһе менән бер ранглы селтәр аша тоташа, уның узелдарының һәр береһе тиң һәм үҙ-үҙен тәьмин итеү өсөн етерлек булып тора. Системаға дәүләт йә хосуси идаралыҡтың инеүе мөмкин түгел, шул иҫәптән биткойндарҙың суммар иҫәбен дә үҙгәртеп булмай. Яңы биткойндар сығарыу күләме һәм ваҡыты алдан уҡ билдәле була, һәм улар хисаплап сығарыуҙар өсөн үҙ ҡорамалын ҡулланыусылар араһында сағыштырмаса осраҡлы рәүештә бүленә[12].

Стандартлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Bitcoin
Bitcoin

Ҡыҫҡартып, «биткойн» урынына йыш ҡына BTC тигән латин хәрефтәре яҙыла. Ул валюталар кодына оҡшаған, ләкин ISO 4217 стандарты тарафынан әлегә был код бирелмәгән. 2014 йылдың 7 октябрендә Bitcoin Foundation биткойн өсөн кодты стандартлаштырыуға өлгәшеү ниәтен белдерә. BTC яҙмаһы стандартта ҡабул ителгән ҡағиҙәгә — «глобаль тауарҙарҙың» кодын X-тан башлау ҡағиҙәһенә (мәҫәлән, алтындың коды — XAU) ҡаршы килә. Дәғүәсе сифатында XBT варианты ҡарала. BTC йәки XBT атамаһы аҫтында иҫәпләшеү берәмеге күҙҙә тотола, ә был темаға ҡараған селтәр, алгоритмдар йыйылмаһы йә башҡа берәй нәмә түгел.

Биткойн билдәһе Юникод стандартының 10.0 версияһына индерелгән, уға U+20BF (₿) тигән номер һуғылған. Ҡайһы берҙә тай баты билдәһе булған ฿ билдәһе лә ҡулланыла, ләкин ул кодировкаларҙың йә шрифттарҙың ҡайһы берҙәрендә генә бар.

"[bitcoin: "]дың URI-һыҙмаһы: гиперһылтанмалар аша биткойндар менән операциялар үткәреүгә WHATWG спецификацияларына HTML5 өсөн рәсми индерелгән.

Биткойнды Microsoft Excel’дең валюталар исемлегенә лә индереү планлаштырылған.

Рус телле текстарҙағы атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус телле текстарҙа нығытылған бер норма юҡ, йышыраҡ түбәндәге өс варианттың береһе ҡулланыла:

  • «Биткойн» транскрипцияһы, инглиз-рус ҡулланма транскрипцияһы ҡағиҙәләренә ярашлы.
  • «Биткоин» транслитерацияһы Bitcoin Project сайтында 2014 йылдың 12 сентябренә тиклем Ҙур Рәсәй энциклопедияһының бер статьяһында ҡулланыла.
  • латиницалағы төп нөсхәле яҙмаһы.

Бер үк ойошманың, бер үк баҫманың текстарында ла төрлөсә яҙылып йөрөгәне бар.

Барлыҡҡа килеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1983 йылда Дэвид Чаум менән Стефан Брэндс «электрон аҡсаның» тәүге протоколдарын ҡулланыуға сығара.

1997 йылдың майында Адам Бак спам ебәреүгә һәм DoS-һөжүмдәргә ҡаршы тороу өсөн эштең башҡарылыуына иҫбатлама системаһына нигеҙләнгән Hashcash системаһын тәҡдим итә.

1998 йылда «b-money» криптовалютаһы идеяһын Вэй Дай һүрәтләй. Шул уҡ ваҡытта ошондай уҡ фекерҙе «bit-gold» өсөн Ник Сабо ла тәҡдим итә.

Артабан Хэл Финни Hashcash системаһы өсөн TPM спецификацияһы сиктәрендә IBM-дың шифрлау чипы базаһында хеш-блоктар сынйыры бәйләмдәрен эшләй. Хэл Финни Биткойн селтәренең икенсе ҡатнашыусыһы була.

2008 йылда Сатоси Накамото (ингл. Satoshi Nakamoto) тигән псевдоним аҫтындағы әллә бер кеше, әллә кешеләр төркөмө бер ранглы селтәр рәүешендәге түләү системаһының протоколы һәм эшләү принцибы тасуирламаһы яҙылған файл баҫылып сыға. Сатоси әйтеүенсә, эш 2007 йылда башланған. 2009 йылда ул протоколды эшләп бөтә һәм программа-клиенттың кодын баҫтыра.

2009 йылдың 3 ғинуарында беренсе блок һәм тәүге 50 биткойн генерациялана. Биткойндарҙы күсереү буйынса тәүге транзакция 2009 йылдың 12 ғинуарында була — Сатоси Накамото Хэл Финниға 10 биткойн ебәрә. Биткойндарҙы милли аҡсаға алмашыу тәүге тапҡыр 2009 йылдың сентябрендә үтә — Марти Малми (Martti Malmi) NewLibertyStandard тигән псевдонимлы файҙаланыусыға 5050 биткойн ебәрә һәм алмашҡа PayPal’дағы иҫәбенә 5,02 доллар ала. NewLibertyStandart биткойнды баһалау өсөн уны эшләп сығарыуға тотонолған электр энергияһы хаҡын ҡулланырға тәҡдим итә.

2010 йылдың майында биткойнға тәүге тапҡыр тауар һатып алына — америкалы Ласло Ханеч 10 000 биткойнға ике пицца килтертә.

2017 йылдың 1 авгусында блокчейндағы блоктар төҙөлөшө үҙгәртелә. Эшкәртмәселәр һәм майнерҙар төркөмө "Биткойн"дың «Bitcoin Cash» тип аталған форкын эшләтеп ебәрә. Яңы криптовалюта «Биткойн» менән уртаҡ тарихлы: 1 авгусҡа тиклем уларҙың блок структуралары яраша, әммә 1 августан һуң ярашмай.

Биткойндар репликациялы бүлгеләнгән базала (ҡарағыҙ: блокчейн) тик яҙмала ғына йәшәй, унда бөтә транзакциялар асыҡ (шифрланмаған) көйө һаҡлана, аҡсаны ебәреүселәрҙең/алыусыларҙың биткойн-адрестары күренеп тора, әммә был адрестарҙың ысын хужалары тураһында, әлбиттә, мәғлүмәт, юҡ. Базала теге йәки был хужаның күпме биткойны барлығы тураһында ла яҙмалар күренмәй. Тик транзакциялар буйынса ғына теге йәки был биткойн-адрестағы биткойндар күләмен самалап була.

Трезор — асҡыстарҙы һаҡлау аппараты
Ҡағыҙға баҫылған ике асҡыс менән биткойн-адрес, bitaddress.org сервисы тарафынан әҙерләнгән

Системаны файҙаланыусыларҙың һәр ҡайһыһы сикләнмәгән һанда асҡыс парҙары генерациялай ала (secp256k1 параметрлы ECDSA алгоритмы). Ябыҡ асҡыстың үлсәме — 256 бит, ә уға тап килгән асыҡ асҡыстыҡы — 512 бит.

Асҡыстар биткойн-адрес булдырыу һәм транзакцияларға хоҡуҡты раҫлау өсөн ҡулланыла. Әммә хатлашҡанда уларҙы цифрлы ҡултамға ҡуйыу йә шифрлау өсөн дә тотоноп була.

Яңы асҡыс парын эшләү өсөн селтәргә йә Интернетҡа тоташыу мотлаҡ түгел. Эшләнгән асҡыстар шифрланған махсус wallet.dat («янсыҡ») файлында һаҡлана. Файҙаланыусы «wallet.dat» файлындағы мәғлүмәткә, йәғни үҙенең асҡыс парҙарына, инеү өсөн серһүҙ уйлап таба.

Асҡыстарҙы теләгән бер йөрөткөстә һаҡларға була, хәтер картаһында ғына түгел, ҡағыҙҙа ла. Йәнә онлайн-янсыҡтар, мәҫәлән, Blockchain.info, Circle Snapcard йәки Coinbase бар, ҡулланыуға улар ярайһы уҡ ябай. Ләкин был ҡорал асҡыстарҙың һаҡланғанлыҡ кимәлен кәметә, сөнки был сервис сайтына бәйле проблемалар йәки уға ватып инеүҙәр арҡаһында биткойндарҙы тотоноуҙа мәшәҡәттәр тыуыуы, хатта уларҙы юғалтыу ихтималлығы бар.


Йылдар ағышында биткойндар күләме үҙгәреүе (2009—2033 йылдар)
Майнингтың логарифмик ҡатмарлылыҡ графигы
USB-модуль рәүешендәге бер нисә ASIC-платанан торған блок, 2013 йылдан бирле майнинг өсөн киң ҡулланыла

Яңы биткойндар сығарыу бер ниндәй үҙәккә бәйле түгел, уны көйләүсе органдар ҙа юҡ, эмиссия күләме алдан билдәле (ҡарағыҙ: 2033 йылға тиклем биткойндар күләме графигы). Яңы биткойндар сираттағы блокҡа индерелгән транзакцияларҙың комиссия түләүҙәренә өҫтәлә бара. Килеп сыҡҡан сумманы бүләк рәүешендә транзакциялар базаһына сираттағы блокты өҫтәгән кеше ала[13]. Эмиссияланған биткойндар һәм комиссия йыйымдары рәүешендәге бүләкте алыу мөмкинлегенә эйә булыу өсөн яңы блоктар төҙөү эшмәкәрлеге «майнинг» (ингл. файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу) тип атала.

Программа-клиенттың тәүге версияларында «Яңы биткойндар генерацияларға» тигән төймә була. Яңы блок атамаһының хешын эҙләү өсөн компьютерҙың үҙәк процессоры ҡулланыла. Майнер тарафынан блок эшләүҙең уңышлы барып сығыу ихтималлығы яҡынса уның хисаплау ҡеүәте менән бөтә селтәрҙең хисаплау ҡеүәте араһындағы нисбәткә бәйле. Был нисбәт бәләкәй булһа, бүләк алыу ихтималлығы ла бик бәләкәй була. Шунлыҡтан майнерҙар мөмкин тиклем ҙур хисаплау ҡеүәттәрен эшләтергә тырыша. Был маҡсатта күп ағымлы график процессорҙар (GPU) һәм FPGA платалары ҡулланыла башлай. Һөҙөмтәлә, үҙәк процессорҙан майнинглауҙың мәғәнәһе бөтә һәм программа-клиенттан баяғы төймә алып ташлана. Артабан «Биткойн» селтәре өсөн хештар хисаплауға махсуслаштырылған процессорҙар (ASIC) сығарыла, улар GPU һәм FPGA-ға ҡарағанда күпкә ҡеүәтлерәк була. 2013 йылдан алып махсуслаштырылған процессорһыҙ майнинглау рентабелһеҙгә әүерелә: тотонолған электр энергияһы хаҡы алынған уртаса һөҙөмтәнән юғарыраҡ була башлай.

2013 йылдан матбуғатта «биткойн фабрикалары» — меңдәрсә ASIC-процессор эшләп ултырған кешеһеҙ махсус предприятиелар тураһында хәбәрҙәр баҫыла башлай. Фабриканың айлыҡ килеме миллион долларҙан ашыу булырға мөмкин (бер нисә мең биткойн). 2015 йыл башына майнингҡа тотонолған бөтә электр энергияһы күләме, бөтә майнерҙар энергияны һаҡсыл тотоноусы ASIC процессорҙары менән эшләй тип иҫәпләгәндә лә, йылына 1,46 тераватт-сәғәт күләмендә баһалана, был АҠШ-тағы 135 000 йорттоң йыллыҡ электр ҡулланыуына тиң (уртаса кимәл йылына 10,8 МВт⋅сәғәт самаһы). Һәр 210 000 блокты эшләгәндән һуң (яҡынса 4 йылға бер) яңы биткойндар менән бүләкләү күләмен ике тапҡыр кәметә барыу программалаштырылған, йәғни был дәүмәл кәмей барған геометрик прогрессия булып тора (бүләк күләме 50 → 25 → 12,5 → …). Биткойн эмиссияһының күләме сикләнгән һәм 21 миллиондан артмаясаҡ. 2014 йылда әйләнештә 12,7 миллион биткойн була.

Блок эшләгәндә алына торған эмиссияның күләме тәүҙә 50 биткойн тәшкил итә. 2012 йылдың 28 ноябрендә эмиссия бүләге беренсе тапҡыр кәмей һәм 50 урынына 25 биткойн ҡала. 2016 йылдың 9 июлендә бүләк күләме тағы бер тапҡыр кәмей һәм 12,5 биткойнға ҡала. 2031 йылда эмиссия күләме 1 биткойндан кәмерәк буласаҡ һәм нулгә ынтылышын дауам итәсәк. Эмиссия 2140 йылда туҡтар тип фараз ителә, сөнки блок өсөн бүләк 10−8 BTC дәүмәленән артыҡ була алмай. Ә быға тиклем күпкә алдараҡ комиссион йыйымдар бүләктең төп сығанағы булып ҡаласаҡ[13].

Осраҡлылыҡты кәметеү һәм биткойндар алыуҙы тотороҡлораҡ итеү өсөн майнерҙар махсус веб-хеҙмәттәр — пулдар (ингл. pool — дөйөм фонд) файҙалана. Һәр ҡатнашыусы блоктың үҙ вариантын эҙләй һәм алынған һөҙөмтәләрҙе пулға оҙата.

Алынған биткойндарҙы пул, үҙенең хужаһы билдәләгән ҡағиҙәләргә ярашлы, ҡатнашыусылар араһында бүлә.

2016 йылға ҡарата, эре пулдарҙың күбеһе Ҡытайҙа: 2016 йылдың мартына селтәр ҡеүәттәренең яртыһынан ашыуы Ҡытайҙағы өс пул араһында бүленгән, дүртенсе урынды БДБ сығышлы майнер асҡан BitFury компанияһы пулы биләй.

Программа тәьминәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Bitcoin-qt программа-клиентының скриншоты

«Биткойн» селтәре узелының программа тәьминәте ике төрлө: график интерфейслы ҡушымта һәм ерлек ҡушымтаһы (Unix’та демон, Windows хеҙмәте). Программалар JSON-RPC (RFC 4627) протоколы буйынса алыҫтан идара ителә ала, PHP5 өсөн кластар эшләнгән. Был бер узелға бер нисә майнерҙы тоташтырыу, үҙ пулыңды булдырыу; узелды веб-сайтҡа беркетеү мөмкинлеген бирә.

  • bitcoind — Bitcoin протоколын тормошҡа ашырған программа-демон командалар юлы аша идара ителә.
  • Bitcoin Core (элек Bitcoin-qt) — Qt график интерфейслы беренсе программа нигеҙендәге клиент, йәшерен асҡысты һаҡлау форматы bitcoind менән яраша.
  • BitcoinJ — Java телендәге «Биткойн» селтәре узелы. Файҙаланыусы функцияларына ғына эйә — транзакцияларҙы һәм блоктарҙы тикшерә алмай, блоктар эшләмәй, әммә яңы транзакциялар булдыра ала. Мобиль ҡушымталарҙа эшләтергә була.
  • Armory — хәүефһеҙлекте арттырыу буйынса төрлө функцияларға эйә булған клиент, bitcoind’дан юғарыла эшләүсе өҫҡорма булып тора, ләкин йәшерен асҡысты һаҡлау буйынса үҙ форматына эйә. 2016 йыл башына эшкәртмәсеһе проектты яҡшыртыуҙы туҡтата, әммә рәсми сайты эшләүен дауам итә .
  • Electrum — нескә клиент, Bitcoin селтәренең тулы узелдарының береһенә тоташыу иҫәбенә бөтә транзакциялар базаһын һаҡлауҙы талап итмәй. Смартфондар өсөн версияһы бар.

«Физик» биткойндар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Металл биткойн-тәңкәләр, Casascius компанияһы тарафынан сығарылған

Бер тапҡыр асыла торған голограммаларҙы һәм улар аҫтындағы йәшерен асҡыстарҙы ҡулланып, биткойндарҙы физик тәңкәләр менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар. Әммә бындай тәңкәләрҙе алған кеше йәшерен асҡыстарҙың күсермәләренең ысынлап та юҡ ителгәнлеген тикшерә алмай. Голограмманы асмайынса асҡыстың резерв күсермәһен алып йә асҡыстың унда ысынлап та барлығын ҡарап булмай, ә асһаң, был тәңкәләрҙең биткойндар менән тәьмин ителеүе юҡҡа сыға.

2011 йылда Американың Casascius Bitcoin Mint компанияһы төрлө номиналлы металл биткойн-тәңкәләр сығара башлай. Уларҙың биткойн-адресы бар, ә йәшерен асҡысы бер тапҡырлыҡ голограмма аҫтына йәшерелгән. Асҡыс парҙары селтәргә тоташтырмайынса яһала ла автоматик рәүештә тәңкәләргә күсерелә, шунан асҡыстарҙың төп нөсхәләре юҡ ителә. Тәңкәләге биткойн-адресҡа ҡәҙимге юл менән теләһә күпме биткойн тапшырып була. Ә биткоиндарҙы йәшерен асҡысты асып ҡына тотонорға мөмкин. Голограмма урынында булғанда ундағы биткойндарҙы бер кем дә башҡа адресҡа оҙата алмауы ышаныслы. Етештереүсе мәғлүмәттәре буйынса, сығарылған 90 мең тәңкәнең 9 меңләбендә голограмманы асҡандар.

1 биткоин номиналлы тәңкә еҙҙән ҡойолған, диаметры — 28,6 мм, массаһы — 7 грамм; 25 биткойнлыҡ тәңкә гальваник ысул ҡулланып алтын менән ҡапланған, диаметры — 44,5 мм, ҡалынлығы — 2,9 мм, массаһы — 34 грамм.

1 һәм 25 биткойнлыҡтан тыш, 0,1, 0,5, 5 һәм 10 биткойн номиналлы тәңкәләр, шулай уҡ 100, 200, 500 һәм 1000 биткойнлыҡ алтын ялатылған «ҡойолмалар» сығарылған. 1000 биткойнлыҡ алтын тәңкә ни бары 6 дана эшләнгән. Был серия буйынса һуңғы килешмә 1 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән.

Был тәңкәләр бөтә донъяла сувенир, коллекция йыйыу әйбере сифатында һәм офлайн-иҫәпләшеүҙәр өсөн киң таралыу таба. Уларҙы адресаттарға почта аша ебәрәләр. Ләкин 2013 йылдың ноябрендә компания хужаһы АҠШ-тың финанс енәйәттәре буйынса комиссияһынан (FinCENFinCEN[en]) мәғлүм итеү ҡағыҙы ала, унда биткойн-тәңкәләр күсереүҙең аҡса күсереүгә тиңләнеүе, йәғни компанияның теркәлеү үтмәйенсә «финанс хеҙмәттәре күрһәтеү» һәм «законһыҙ аҡса күсереү» менән шөғөлләнеүе тураһында хәбәр ителә. Был эшмәкәрлек өсөн көнөнә 5000 долларлыҡ штраф һәм 5 йылға төрмәгә ябыу, лицензияһыҙ бизнес менән бәйле средстволарҙың тартып алыныуы ихтимал була. Санкцияларға тарымаҫ өсөн компания эшмәкәрлеген туҡтата. Casascius сығарып өлгөргән тәңкәләр нумизматик һунар объектына әүерелә.