Бобылев Юрий Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бобылев Юрий Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Быҙаулыҡ, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 февраль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (78 йәш)
Һөнәр төрө граждан төҙөлөшөндә инженеры
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Ростов дәүләт төҙөлөш университеты

Бобылев Юрий Яковлевич (1 июнь 1937 йыл — 27 февраль 2016 йыл) — инженер-төҙөүсе. 1960 йылдан Башҡортостандың төҙөлөш ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1990—1994 йылдарҙа «Башстрой» берләшмәһе башлығы, 1994 йылдан «Башстрой» акционерҙар йәмғиәте генераль директор. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Яковлевич Бобылев 1937 йылдың 1 июнендә Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһында донъяға килгән.

1960 йылда Дондағы Ростов ҡалаһында инженер-төҙөлөш институтын тамамлай, инженер-төҙөүсе.[1]

1960 йылдан, институтты уңышлы тамалағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексында 3-сө төҙөлөш тресы идаралығы етәксеһе вазифаһында башлай. Артабанғы йылдарҙа түбәндәге идаралыҡтарҙы төрлө вазифаларҙы башҡара: «Башнефтезаводстрой» тресы идаралығы етәксеһе, 1986—1990 йылдарҙа «Главбашстрой» берләшмәһенең баш инженеры, 1990—1994 йылдарҙа «Башстрой» берләшмәһе башлығы, 1994 йылдан «Башстрой» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры булып эшләй. 2004—2006 йылдарҙа «БашСтройТранс» ААЙ Директорҙар советы рәйесе.[2]

Торлак һәм сәнәғәт төҙөлөшөндә свай фундаменттарын, юғары индустриаль һәм экономиялы тимер-бетон һәм металл конструкцияларын, түшәм графиктарын һәм селтәр моделдәрен керетеү инициаторы. РБ төҙөлөш индустрияһы базаһын булдырыуҙа ҡатнашта. Уның етәкселегендә Өфөлә УМПО, «Гидравлика» предприятиеһында, Агрегат заводында, Сауҙа аппаратураһы һәм элемтә приборҙары заводында, Стәрлетамаҡта, Ишембай ҡалаһында машина төҙөлөшө заводтарында яңы производстволар төҙөлдө. 1981 йылда Башҡортостандың, 1994 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Бобылев Юрий Яковлевич// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  3. Свободная энциклопедия Урала 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]