Богословский Владимир Александрович
Владимир Александрович Богословский (1872 — ?) — юрист, Екатеринослав губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Александрович Богословский шәхси дворян булған. Керчь гимназияһын тамамлай, унан һуң Киев университетының юридик факультетын тамамлай. Мәскәү суд палаталарының хеҙмәткәре була, һуңынан Ни́кополь ҡалаһында ҡала судьяһы булып хеҙмәт итә. Владимир Богословский титуляр советник дәрәжәһенә эйә була. Майҙаны 2200 дисәтинә булған ер биләгән. Конституцион-демократик партия сафында тора.
1907 йылдың 6 февралендә Екатеринослав губерна һайлау йыйылышы һайлаусыларының дөйөм составынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы итеп һайлана. Конституцион-демократик фракция составына инә.
Вафат булыу датаһы һәм артабанғы яҙмышы билдәле түгел.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв. М, 1907. С. 99.
- Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. Москва. РОССПЭН. 2008. 2016 йыл 31 декабрь архивланған. C. 61. 2016 йыл 31 декабрь архивланған.
Архив
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Российский государственный исторический архив. Фонд 1278. Опись 1 (2-й созыв). Дело 43; Дело 595. Лист 6.